

Яңы етәксенең вазифаға ингәненә тиклем хакимиәт башлығы бурыстарын үтәү уның сәнәғәт һәм ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллинға йөкмәтелде. Рәмил Абдуллин – районды яҡшы белгән тәжрибәле идарасы.
Азат Альберт улына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм яңы хеҙмәт юлында уңыштар теләйбеҙ. Хакимиәт башлығының вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы етәксенең ҡулы аҫтында район динамикалы үҫешәсәк, тигән ышаныста ҡалабыҙ.