Йәмғиәт
1 Октября , 08:00

Һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләп

Йәйҙең көҙ менән осрашҡан мәлендә Ҡанаҡай ауылының – Ишәй ауыл Советы биләмәһенең берҙән-бер һуғыш ветераны Әүхәҙи Батыргәрәй улы Минеғолов арабыҙҙан китте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләп!Һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләп!
Һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләп!

Ауылда тыл ветерандары ла кәмей бара.

Әлеге көндә Фәүзиә Иркәбаева, Нурия Насырова, Рәйсә Байгилдина, Гөлсирә Янбаева апайҙар иҫән. Уларға Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ, ғүмер бирһен, балаларының изгелеген күрһендәр. Һуғыш балалары: Рәшиҙә Минеғолова, Лена Иҙрисова, Ғәйникамал Янбаева, Маһизәр Ғәлина, Миникамал Минеғолова, Бибинур Ғәрифуллина апайҙар һәм Имам Латипов, Миҙхәт Хәлитов ағайҙар иҫән-һауҙар.

Заманында ауылдың, колхоздың йөҙөк ҡаштары булды улар. Ғүмерҙәре эш менән үткән был ағай-апайҙар ҙур хөрмәткә лайыҡ. Ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар, һеҙҙе күркәм байрам – Ололар көнө менән ихлас ҡотлайым. Донъяның барлыҡ рәхәтлек, шатлыҡ ҡыуаныстарын күреп йәшәгеҙ. Һеҙ – ауылдың йәме һәм йәне!

Һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләп!
Һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләп!
Һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләп!
Автор:Гөлсәсәк ШӘРИПОВА. Ветерандар советы рәйесе.
Читайте нас