Йәмғиәт
26 Сентября , 09:00

Йәшел Ишембай: ҡала халҡы ағас ултыртыу акцияһына дәррәү ҡушылды

Бөгөн Ишембайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторолған «Йәшел Башҡортостан» республика экологик акцияһы үтте. Ҡалабыҙҙы йәшелләндереүгә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән был изге эшкә яҡташтар ҙур дәрт менән ҡушылды.

Йәшел Ишембай: ҡала халҡы ағас ултыртыу акцияһына дәррәү ҡушылдыЙәшел Ишембай: ҡала халҡы ағас ултыртыу акцияһына дәррәү ҡушылды
Йәшел Ишембай: ҡала халҡы ағас ултыртыу акцияһына дәррәү ҡушылды

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге скверҙа ойошторолған сарала Өфөнән килгән ҡунаҡ — БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Артур Әхмәтов та ҡатнашты. Ул акцияла әүҙемлек күрһәткән ҡала халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм бөгөн ултыртылған үҫентәләрҙең киләсәктә ҡаланы биҙәп, йәш быуынды ҡыуандырасағына ышаныс белдерҙе.

Сквер биләмәһендә ҡарағай, шыршы һәм башҡа декоратив ағастар ултыртылды. Шулай уҡ ҡала халҡы ҡороған ағастар урынына яңыларын ултыртып, йәшеллекте яңыртты. Берҙәм тырышлыҡ менән ҡалабыҙ тағы ла таҙараҡ, йәмлерәк һәм күркәмерәк төҫ алды.


Автор фотолары.

Йәшел Ишембай: ҡала халҡы ағас ултыртыу акцияһына дәррәү ҡушылды
Йәшел Ишембай: ҡала халҡы ағас ултыртыу акцияһына дәррәү ҡушылды
Йәшел Ишембай: ҡала халҡы ағас ултыртыу акцияһына дәррәү ҡушылды
Йәшел Ишембай: ҡала халҡы ағас ултыртыу акцияһына дәррәү ҡушылды
Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас