Йәмғиәт
20 Сентября , 10:00

Саҙаҡа - тәнгә шифа, йәнгә дауа

Ишембай районы мөхтәсибәте тап ошо изге ғәмәлде халыҡҡа еткереү маҡсатында "Ғөшөр саҙаҡаһы таратыу" исемле сара ойошторҙо.

Саҙаҡа - тәнгә шифа, йәнгә дауаСаҙаҡа - тәнгә шифа, йәнгә дауа
Саҙаҡа - тәнгә шифа, йәнгә дауа

Ғөшөр - ул зәкәттең бер төрө. Уның теүәл генә күләме булмаһа ла, йылына бер мәртәбә йыйылған уңыштың ундан бер өлөшөн фәҡирҙәргә биреү ҡарала, шуға ла ғәрәп теленән тәржемә иткәндә "ғөшөр" һүҙе "ун" тигәнде аңлата ла.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа, салләлЛаһү ғәләйһи үәссәләм, был турала ошолай хәбәр итә: "Йыйып алған уңыштың ямғыр һәм йылға һыуҙары менән үҫтерелгән өлөшөн ундан бер өлөшөн, ә хеҙмәт итеп, һыу һибеп үҫтерелгән өлөшөнән егерменән бер өлөшө саҙаҡа итеп бирелергә тейеш". Был зәкәт бөтә төр уңыштарҙан: бойҙай, арыш, арпа, тары, дөгө, сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә, ҡарбуз, ҡауын, баклажан, зәйтүн, алма, әфлисун, сейә, персик кеүек емештәрҙән дә алына. Уңыш йыл әйләнәһенә хужаһының ҡулында булыуы шарт түгел. Зәкәт уңышты йыйып алынғандан һуң ғына түләнелә.

Кемдәргә бирелә һуң ғөшөр саҙаҡаһы? Был турала Ҡөрьәндең "Тәүбә" сүрәһенең 60-сы аятында Аллаһу Тәғәлә былай тип бойора:"Зәкәт Аллаһтан бер фарыз булараҡ, бары тик фәҡирҙәргә, меҫкендәргә, зәкәт эштәрен алып башҡарыусыларға, күңелдәре Исламға ятҡандарға, ҡолдарға, бурысҡа батҡандарға, Аллаһ юлында көс сарыф иткәндәргә, юлсыларға бирелергә тейеш. Аллаһ барыһын да белеп тороусы һәм хикмәттәр эйәһелер."

Районыбыҙҙың мөхтәсибе Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллин ғөшөр саҙаҡаһын таратыуҙы үҙ яуаплылығына алып, сауаплы матур сара ойошторҙо. Тик шуныһы үкенесле - күптәр был сара тураһында белмәйҙәр, йә иһә бөтөнләй аңламағандар. Ә шулай ҙа күп кенә ауылдарҙан халыҡ үҙҙәре килтереп китһә, ҡайһы бер имамдар саҙаҡа йыйыуҙы ауылда ойоштороп, был сарала үҙҙәре лә ҡатнашты. Ҡала халҡы бик ихлас ҡабул итте, һәр береһе был мул уңышҡа ҡыуанып, рәхмәттәр әйтә-әйтә таралышты.                         

"Мин биргән ниғмәттәргә шөкөр итһәгеҙ, арттырып бирермен. Әгәр биргән ниғмәттәремә шөкөр итмәһегеҙ, ғаҙабым ҡаты булыр," - тиелә Ҡөрьәндә. ("Ибраһим" сүрәһе, 7-се аят) Был зәкәт төрөнә битараф ҡарамайыҡ, Раббыбыҙ юҡҡа ғына ҡаты киҫәтмәгән бит. Әле лә саҙаҡа таратыу осоро үтмәгән, биргән ниғмәттәребеҙ менән бүлешәйек, шөкөр итәйек, рәхмәтле булайыҡ.

Ғөшөр саҙаҡаларығыҙҙы кемгә тапшырырға белмәһәгеҙ, Ишембай мәсетендә лә ҡалдырырға мөмкинселек бар. Һорауҙар буйынса ошо телефонға шылтыратығыҙ: 89874730490.

Фотолар авторҙың шәхси архивынан.

Саҙаҡа - тәнгә шифа, йәнгә дауа
Саҙаҡа - тәнгә шифа, йәнгә дауа
Саҙаҡа - тәнгә шифа, йәнгә дауа
Саҙаҡа - тәнгә шифа, йәнгә дауа
Саҙаҡа - тәнгә шифа, йәнгә дауа
Саҙаҡа - тәнгә шифа, йәнгә дауа
Саҙаҡа - тәнгә шифа, йәнгә дауа
Автор:Мәҫкүрә СОЛТАНОВА.
Читайте нас