Йәмғиәт
18 Сентября , 06:00

Һайран ауылы ағинәйе тауыш бирҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ауылдашы, уның әсәһе Разия Исхаҡ ҡыҙының, атаһы Фәрит Барый улының коллегаһы - 100 йәшлек ветеран уҡытыусы Мәрйәм Иҫәнова һәр саҡ илдәге ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар.

Һайран ауылы ағинәйе тауыш бирҙеҺайран ауылы ағинәйе тауыш бирҙе
Һайран ауылы ағинәйе тауыш бирҙе

Һайран ауылының данлы ҡыҙы РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар тураһында ишетеү менән, яҡындарын үҙ кандидатына тауыш бирәсәге тураһында алдан иҫкәртеп ҡуя. Һәм бөгөн һайлау комиссияһының мобиль төркөмө уның йортона юлланды.

-Мин Бөйөк Ватан һуғышы, Һалҡын һуғыш һәм 90-сы йылдарҙа үҙгәртеп ҡороуҙар осороноң тере шаһиты. Беҙҙең ил һәр саҡ көслө булды, бер ҡасан да дошман алдында бөгөлөп төшмәне. Бөгөн мин үҙ тауышымды илемдең, халҡымдың яҡты киләсәге хаҡына бирәм. Ошо йәшемдә ил киләсәгенә өлөш индерә алыуыма ҡыуанып бөтә алмайым, - тине белем биреү өлкәһендә 33 йыл хеҙмәт иткән Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы.

Ошондай рухлы ағинәйҙәр булғанда беҙҙең ышаныстар, өмөттәр көсәйә генә.

 

Автор фотолары.

Һайран ауылы ағинәйе тауыш бирҙе
Һайран ауылы ағинәйе тауыш бирҙе
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас