

Ишембай ере һәр йылдағыса чемпионат ҡунаҡтарын ихлас ҡаршы алды. Йәш геологтар Торатауҙа булып, башҡорт халҡының милли йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты. Ҡалабыҙҙың милли мәҙәниәттәр үҙәге, “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары килеүселәрҙе йыр-моң, ҡымыҙ, бауырһаҡ менән ҡаршы алды.
Ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләнгәйне. “Торатау” геопаркы белгестәре чемпионат бәйгеселәренә шихандар тураһында һөйләне. Йәш геологтар Торатауға менде, тау тоҡомдарын, үҫемлектәрҙе күҙәтте. Ташҡа әйләнгән коралдарҙы, ылымыҡтарҙы, ҡабырсаҡтарҙы, “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән үҫемлектәрҙе ҡараны. Күптәр өсөн тауға артылыу еңел бирелмәне. Әммә тауҙың түбәһенә менгәс тә тирә-яҡтағы һоҡланғыс күренеште күреү менән бар арығанлыҡ һыпырылып юҡҡа сыҡты. Тауға сәйәхәт итеп, төшкө аш ашап, бер аҙ ял итеп алғас, ҡунаҡтар өсөн бәләкәй генә һабантуй ҙа ойошторолдо. “Торатау” геопаркы белгестәре Ишембай районы мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ҡунаҡтарҙы юрматыларҙың тарихы, көнкүреше, мәҙәниәте менән таныштырҙы. Башҡорт халыҡ ижады күргәҙмәһен ойоштороусылар милли биҙәүестәрҙе эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Күптәр уҡтан атып ҡараны, атта һыбай йөрөнө, милли уйындарҙа ҡатнашты. Ҡунаҡтар шулай уҡ башҡорт халҡының милли кейемдәрен кейеп, иҫтәлеккә фотоға төштө. Улар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты, урындағы халыҡтың ҡунаҡсыллығына, ихласлығына һоҡланыуҙарын белдерҙе.
- Башҡортостанға тәү ҡараштан уҡ ғашиҡ булдым. Бындағы халыҡ шул тиклем йомарт, ҡунаҡсыл, ихлас күңелле. Иң мөһиме, саф һауа, бөтә ерҙә йәшеллек. Был яҡтарға һис шикһеҙ тағы ла киләсәкмен. Ә чемпионатҡа килгәндә ул бик һөҙөмтәле үтте. Командабыҙ яҡшы балдар йыйҙы, - тип белдерҙе Донецк милли техник университеты командаһы етәксеһе Валентина Черняева.
Сараның иң алыҫ ҡунаҡтары - Мексиканан килеүсе 17-18 йәшлек кенә ҡыҙҙар һәм егеттәр чемпионатта ҡатнашыу еңел бирелмәүен, әммә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүҙәрен белдерҙе.
- Беҙ китаптарҙа, интернетта ҡарап өйрәнгән Рәсәйҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Башҡортостан Мексиканан бик ныҡ айырыла. Әммә шуныһы, һеҙҙә лә беҙҙәге кеүек үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары, ЮНЕСКО объекттары бар. Ә бына халҡына килгәндә бөтөнләй оҡшамағанбыҙ. Беҙҙәге халыҡ баҫҡан ерендә ут сығарып, хис-тойғоға бай булһа, башҡорттар баҫалҡы, тыйнаҡ, әммә шул уҡ ваҡытта киң күңелле, бик ҡунаҡсыл. Ойоштороусыларға беҙҙе - йәш геологтарҙы төрлө халыҡ вәкилдәре менән осраштырғандары, үҙебеҙҙе һынап ҡарарға мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ, - тине Мексиканан килеүсе егет Хуан Мануэль Асуа Флорес.
Ғөмүмән, ишембайҙарҙың ҡунаҡсыллығынан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән үткәрелгән чемпионат быйыл да уңышлы үтте. Радий Фәрит улы республиканы «Геологтар өсөн ожмах иле» тип атаны. Сөнки беҙ уникаль ландшафт, боронғо Урал тауҙары, бер юлы ике ЮНЕСКО геопаркы, ер аҫты байлыҡтары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ.
— Дүртенсе йыл рәттән буласаҡ геологтарҙы республикабыҙҙа ҡаршылауыбыҙ — беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — «ГеоСаҡырыу» — ябай ғына ярыш түгел, ә геология тигән ҡыҙыҡлы фән менән бәйле кешеләрҙе берләштергән үҙенсәлекле майҙан. Чемпионатта ҡатнашыусылар һанының
йылдан-йыл артыуы ҡыуандыра.
“ГеоСаҡырыу” чемпионаты ярыштарының баш судьяһы Виктор Татаринов чемпионаттың географияһы йылдан-йыл киңәйә барыуын билдәләне.
- Быйыл Рәсәй командалары менән берлектә Беларусь, Ҡытай, Үзбәкстан, Тажикстан, Ираҡ, Иран, Алжир, Мексика һәм башҡа ил вәкилдәре 12 төрлө дисциплина буйынса һынау тотто. Бәйге геология һөнәрҙәренең абруйын арттырыуға, студенттарҙың һөнәри оҫталығын үҫтереүгә һәм йәш белгестәр менән эш биреүселәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур йоғонто яһай. Бер 20 йылдан ошо бәйгеселәр илдең, ер йөҙөнөң минераль сеймал нигеҙен үҫтерерҙәр. Бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итерҙәр, - тип белдерҙе чемпионаттың баш судьяһы.
“ГеоСаҡырыу” чемпионаты еңеүселәре илдең геология тармағындағы алдынғы предприятиеларында стажировка үтеү мөмкинлеге ала.
Автор фотолары.