Йәмғиәт
11 Сентября , 09:00

Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр

9 сентябрҙә ҡалабыҙҙың Үҙәк балалар китапханаһы нигеҙендә “Библиотамсы” тип аталған заманса балалар мәҙәни-ағартыу үҙәге асылды. Был әһәмиәтле ваҡиға “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Балалар өсөн яңы мөмкинлектәрБалалар өсөн яңы мөмкинлектәр
Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр

Үҙәкте тантаналы асыу сараһында Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илшат Исмәғилев, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова, ҡала Советы рәйесе Салауат Солтанморатов, муниципаль район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм инвестиция эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары Хәлим Хафизов ҡатнашты.

- Ишембайҙа балаларҙы үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар булдырыла. Мәҙәниәт өлкәһе лә ситтә ҡалмай — үҫеп килгән быуынды йәлеп итеү өсөн яңы майҙансыҡтар асыла. Хәҙерге ваҡытта төп бурыс — мәғариф системаһының мәҙәниәт менән әүҙем үҙ-ара эшләүе һәм был процесҡа балаларҙы йәлеп итеү. Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ бер тапҡыр ғына үткәрелгән сара түгел, был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш алып бараһығыҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, - тине үҙ сығышында Илшат Исмәғилев. Үҙәк балаларҙың, мәктәп уҡыусыларының һәм йәштәрҙең ижади һәләтен үҫтереү өсөн өр-яңы форматта асылды. Китапхананың заманса дизайны, уңайлы майҙансыҡтары һәм функциональ йыһаздары үҙенсәлекле мөхит тыуҙыра. Бында китап һөйөүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә шарттар булдырылған: өр-яңы компьютерҙар, светодиодлы экран, интерактив таҡталар, сенсорлы мәғлүмәт терминалы. Бынан тыш, видеоблогинг һәм медиа өлкәһендә эшләү өсөн махсус заманса ҡоролмалар — смартфондар, микрофондар, штативтар һәм акустика һатып алынған.

Үҙәк киңлеге зоналарға бүленгән, уларҙың һәр береһе балаларға үҙ-үҙен асырға һәм донъяны танып белергә ярҙам итәсәк. “Ҡыҙыҡлы тарихтар йортонда” бәләкәй Ватан йылъяҙмаһына, нефть һәм минералдарҙың барлыҡҡа килеү серҙәренә, Ишембай ятҡылығы тарихына сумырға мөмкин. Ижади дебаттар залы һәр килеүсегә үҙ талантын асырға, төрлө темаларға мауыҡтырғыс фекер алышыуҙарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк, ә эксперименттар зонаһында
оҫталыҡ дәрестәре, тәжрибәләр һәм фәнни тикшеренеүҙәр
үткәреләсәк.

- Ишембай районы республикала моделле китапханалар булдырыу буйынса алдынғылар рәтендә тора. Быға тиклем Этҡол һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдарында, шулай уҡ Ишембайҙа Үҙәк этносмарт китапханаһы эшләп килә ине. Ә бөгөн барыбыҙ өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға: балалар китапханаһы нигеҙендә яңы заманса үҙәк асылды. Ул тулыһынса үҙгәрҙе, балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә уңайлы урынға әүерелде. Бында һәр кем өсөн бик яҡшы мөмкинлектәр бар, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әлфиә Тимербулатова.

Салауат Солтанморатов китапхана фондына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында М. Бураҡаева менән М.Солтанова авторлығында донъя күргән, башҡорт рухиәтен сағылдырған мәшһүр “Урал батыр” ҡобайыры — башҡорт халҡының рухи мираҫы” китабы һәм башҡа баҫмалар бар ине. Үҙәкте асыу - төбәктә балалар мәҙәниәтен һәм белем биреү өлкәһен үҫтереүҙә ҙур аҙым булып тора. Хәҙер бәләкәстәр мәғлүмәтте ҡоро текст аша ғына түгел, ә заманса визуаль ҡатламдар аша ла ҡабул итә аласаҡ. Бындай мөхит балаларҙың ижади һәм интеллектуаль һәләтен үҫтерергә, файҙалы белем донъяһына йәлеп итергә ярҙам итәсәк.

Тыуған яҡты өйрәнеү - үҙәктең төп йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Китапхана залындағы йыһаздар һәм экспонаттар нефть сәнәғәте үҫеше, күренекле яҡташтар тураһында һөйләй. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре йәш ишембайлыларҙың бала саҡтан уҡ кесе тыуған яғының тарихын белеүен һәм уның ҡаҙаныштары менән ғорурланыуын теләй. Бындағы һәр экскурсия үткәндәргә сәйәхәт итеү генә түгел, ә дөйөм мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә мөһим аҙым булып тора.

Тантаналы сара йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ҡунаҡтар Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимованың һәм Рәсәй дәүләт китапханаһы директоры Вадим Дуданың сәләмләү видеоһын ҡараны.

Шулай уҡ күп йылдар намыҫлы эшләгән хеҙмәткәрҙәргә Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

- Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы патриотик әҙәбиәт һатып алыу күләмен арттырыу буйынса тәҡдимдәр индергәйне. Был башланғыс сиктәрендә беҙҙең фонд тағы ла 1500 яңы китап менән тулыланды. Ошо ҡыуаныслы ваҡиға уңайынан китап һөйгән барлыҡ балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен “Библиотамсы” үҙәгенә саҡырабыҙ. Был - белем менән заманса технологиялар берләшкән мөғжизәле донъя. Ишектәребеҙ һәр кем өсөн асыҡ! - тине Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Айгөл Ҡәҙерғолова.

Был көндө республикала барлығы һигеҙ яңы балалар мәҙәни-ағартыу үҙәге асылды. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында уларҙың эшенә
старт бирҙе.

– Был үҙәктәр беҙҙең балалар өсөн яңы йәлеп итеү нөктәләре буласаҡ, тип ышанам. Илебеҙҙең Мәҙәниәт министрлығына төбәгебеҙгә иғтибар өсөн рәхмәтлебеҙ. Федераль һәм үҙ аҡсабыҙ иҫәбенә, ауыр ваҡыттарға ҡарамаҫтан, инфраструктураны үҫтереүҙе, мәҙәниәт йорттарын, театрҙарҙы, китапханаларҙы, сәнғәт мәктәптәрен төҙөүҙе, ремонтлауҙы, йыһазландырыуҙы дауам итәбеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы.

Автор фотолары.

Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр
Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр
Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр
Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр
Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр
Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр
Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр
Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр
Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр
Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр
Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр
Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас