

Сара «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. Диктант рус һәм башҡорт телдәрендә үткәрелде. Текстың нигеҙен күренекле авар шағиры һәм прозаигы Рәсүл Ғамзатовтың әҫәрҙәренән өҙөмтәләр тәшкил итте.
Акция иртәнге сәғәт унда 15-се мәктәп уҡыусыларының диктант яҙыуы менән башланды. Бер сәғәттән һуң уларға «СССР» клубы ағзалары, шулай уҡ Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Иҙиәтулла улы Исмәғилев ҡушылды. Тап төшкө сәғәт 12-лә 3-сө мәктәп уҡыусылары үҙ көстәрен һынаны. Сара көндөҙгө сәғәт өстә Ишембай нефть колледжы студенттары өсөн махсус ойошторолған финал этабы менән тамамланды.
Автор фотолары.