

Минеғолов Әүхәҙи Батыргәрәй улы 1924 йылда Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында тыуған. Ул 1942 йылда армияға алына, ә 1943 йылда һуғышҡа китә. Фронтта снайпер һәм отделение командиры була.
1943 йылда Харьков өсөн барған ҡаты алыштарҙа Әүхәҙи бабай ҙур батырлыҡ күрһәтә. Ул урманда ике немец офицерын әсиргә алып, штабҡа алып килә. Ошо хеҙмәте өсөн уны «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләйҙәр. Шулай уҡ уның күкрәген данлы «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены ла биҙәп торған.
Ошондай оло йөрәкле кешене юғалтыу — яҡындары өсөн ҙур ҡайғы. Ҡаһарман яугир тураһындағы яҡты хәтер йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк. Уның тормошо — үҫеп килгән быуын өсөн ысын батырлыҡ һәм Тыуған илгә тоғролоҡ өлгөһө.
Автор фотолары.