Йәмғиәт
5 Сентября , 10:00

МУЛ УҢЫШ БИРҺЕН ТИҺӘҢ...

Ҡурай еләге ҡышты яҡшы үткәрһен һәм татлы уңыш бирһен өсөн уны нисек туҡландырырға? Был турала “Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Ишембай районы буйынса бүлегенең әйҙәүсе агрономы Людмила БОРИСОВА һөйләй.

МУЛ УҢЫШ БИРҺЕН ТИҺӘҢ...МУЛ УҢЫШ БИРҺЕН ТИҺӘҢ...
МУЛ УҢЫШ БИРҺЕН ТИҺӘҢ...

- Азотлы ашламаларҙы ҡулланыуҙы туҡтайбыҙ. Улар йәш үҫентеләрҙең үҫеүен тиҙләтә һәм ҡурай еләгенең ваҡытында ағасланыуына ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә үҫемлек “йомшаҡ” булып ҡала, һыуыҡтарға әҙерләнеп өлгөрмәй һәм уларҙың ҡышын туңыу хәүефе бар. Көҙгө туҡланыу өсөн ҡурай еләгенә азот урынына өс элемент кәрәк.

1. Калий: туҡымаларҙы нығыта, ҡышҡа сыҙамлылыҡты арттыра һәм үҫентеләрҙең ваҡытында ағасланыуына ярҙам итә.

Магний: калий менән парлы эшләй, фотосинтезды яҡшырта һәм ботаҡтарҙың ныҡлығын арттыра.

Бор: киләсәк емеш бөрөләренең һалыныуы һәм шәкәр йыйылыуы өсөн яуаплы — нәҡ ул еләктәрҙе татлы итә лә инде. Бор бик әҙ дозаларҙа ғына кәрәк. Уны артыҡ ҡулланмағыҙ — саманан тыш күп булыуы үҫемлек өсөн ағыулы һәм уңышты кәметәсәк. Яңылышмаҫ өсөн, инструкцияны ҡәтғи үтәп, еләк культуралары өсөн әҙер көҙгө комплекслы ашламалар ҡулланыу — иң хәүефһеҙе. Ә фосфор нимә эшләй? Был элемент тамыр системаһын нығыта, әммә тупраҡта аҙ хәрәкәт итә. Ерҙә ул етерлек булһа, өҫтәп ашлауҙан файҙа юҡ. Шуға күрә ашламаның составын һәр ваҡыт ентекләп уҡығыҙ.

Туҡландырыу менән генә сикләнергә ярамай. Сәләмәт ҡурай еләген үҫтереү өсөн өс аҙым:

1. Ҡурай еләге емеш биреп бөткәс тә уға һыу ҡойоуҙы дауам итегеҙ, тик һалҡын көндәр яҡынлашҡан һайын уны кәметегеҙ. Тынлыҡ осоро алдынан тамыр
системаһы тулыһынса дымлы булырға, әммә һыу тупраҡҡа тигеҙ һеңергә тейеш.

2. Торф йәки һалам ҡатламы дымды һаҡлай һәм температураның киҫкен үҙгәреүен йомшарта. Сереүгә юл ҡуймаҫ өсөн, уларҙы ҡыуаҡтың төбөнә үк һалмағыҙ.

3. Ҡырҡыу: ҡурай еләгенең емеш биргән ике йыллыҡ, шулай уҡ йомшаҡ һәм һынған үҫентеләрен тамырынан уҡ ҡырҡып ташлағыҙ. Бер ниндәй төп ҡалмаһын — уларҙа ҡоротҡостар һәм ауырыуҙар ҡышлай. Был схема ремонтант ҡурай еләге өсөн ярамай. Көҙөн бер йәки ике тапҡыр уңыш алырға теләүегеҙгә ҡарап, уны төрлөсә киҫергә кәрәк. Бөтә ҡыуаҡтарҙы үҙенсәлектәренә ҡарап киҫергә кәрәк.

Киләһе йылда эре һәм татлы еләк йыйғығыҙ килһә, ҡурай еләге ҡыуаҡтарын хәҙерҙән үк тәрбиәләгеҙ.

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazeta_toratay  ҡушылығыҙ!

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас