Йәмғиәт
28 Августа , 06:51

Атайҙар – ил терәге

27 августа Өфөлә «Торатау» конгресс-холында VII «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Атайҙар – ил терәгеАтайҙар – ил терәге
Атайҙар – ил терәге

2026 йылда премия Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала иғлан иткән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланды.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина билдәләүенсә, был сарала ошо исемде лайыҡлы йөрөткән, һәр көндө үҙ балалары, ғаиләһе һәм ил киләсәге өсөн яуаплылыҡ тотҡан ир-егеттәрҙе хөрмәтләйҙәр. Ынйы Ревиль ҡыҙы, награда беренсе тапҡыр тап Башҡортостанда барлыҡҡа килде, ләкин күп төбәктәр был башланғысты күтәреп алды, тип белдерҙе.

Рәсәй геройы, «Геройҙар заманы» федераль кадрҙар программаһында ҡатнашыусы Денис Чернавин «атай» һәм «Ватан» һүҙҙәренең тәрән мәғәнәһенә иғтибар итте.

- Атайҙар балаларына быуындан-быуынға тапшырыла торған иң мөһим ҡиммәттәрҙе һала. Улар ысын ир-егет, илһөйәр һәм ғаилә башлығы булыуҙың асылын аңлатып бирә, - тине яугир.

«Атай – активист» номинацияһында сығышы менән Маҡар ауылынан булған яҡташыбыҙ – Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Өфө ҡалаһы Йәмәғәт советының ағзаһы, автоном коммерция булмаған «Территория» үҫеш һәм урындағы башланғыстарға ярҙам итеү үҙәгенең генераль директоры һәм ике бала атаһы Илнур Әсәҙуллин премия лауреаты булды.

Илнур Динар улы күп ваҡытын йәмәғәт эшенә, хәйриә һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә бағышлай. Уның ҡатнашлығы менән Өфөлә күршеләр байрамдары, спорт, мәҙәни һәм экологик саралар, белем биреү учреждениеларында асыҡ дәрестәр үтә. Йәмәғәт эшмәкәре махсус хәрби операцияға гуманитар ылау әҙерләүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Яҡташыбыҙ оҙаҡ йылдар дауамында торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында етди мәсьәләләрҙе хәл итә, «Йорт идаралығы» төбәк форумдарында ҡатнаша, әүҙем кешеләрҙән күп фатирлы йорттарҙың рәйестәрен әҙерләй, профилле ҡала һәм республика комиссияларының ағзаһы булып тора.
Был сарала Илнур Әсәҙуллинға граждандар йәмғиәтен нығытыуға тос өлөш индергәне һәм төбәктә әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлек алып барғаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Илнур Динар улын өлгәшкән ҡаҙаныштары менән ҡотлап, именлек һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Атайҙар – ил терәге
Атайҙар – ил терәге
Атайҙар – ил терәге
Атайҙар – ил терәге
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас