

Был осрашыуға Өфө районының Булгаков ауылы «Әсиә» мәсетенең имам-хатибы, танылған дин әһеле Нурмөхәмәт Нуриев килде. Ул Мәүлит айының дини әһәмиәте, Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғаләйһи үә сәлләм) күркәм әхлағы һәм уның ҡалдырған дини ҡиммәттәре тураһында ентекләп һөйләне.
Байрам барышында Пәйғәмбәребеҙгә салаваттар әйтелде, мөнәжәттәр уҡылды, бергәләп ил-көн тыныслығы һәм махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙарҙың именлеге өсөн доғалар ҡылынды. Йыйылған халыҡ Нурмөхәмәт имамдың үтемле дини вәғәздәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.
Осрашыу аҙағында сәй табыны ойошторолдо, ауыл халҡы дини ҡәрҙәштәре менән йылы мөхиттә аралашыуҙы дауам итте. Был сара Кинйәбулат халҡының иманын нығытыуға һәм берҙәмлеген арттырыуға ҙур өлөш индерҙе.
Автор фотолары.