Йәмғиәт
21 Августа , 03:37

«Битараф үтеп китә алманым...»

Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Тимур Кәримов бәләкәй ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡарғаны өсөн «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

«Битараф үтеп китә алманым...»«Битараф үтеп китә алманым...»
«Битараф үтеп китә алманым...»

Был хәл уҙған йылдың йәйендә була. Тимур Кәримов дуҫтары менән Егән йылғаһы буйында ял итә – был урындар уға бала саҡтан таныш. Әрметрәхим ауылында егеттең олатаһы менән өләсәһе йәшәй.

Тимур һыу буйында ял итеп, өйөнә ҡайтырға йыйынғанда яҡын дуҫының әсәһенең ярҙамға саҡырып ҡысҡырғанын ишетә. Уға ҡото алынған ҡыҙ йүгереп килеп, көслө ағым әхирәтен ағыҙып алып китеүе тураһында әйткән булған. Тимур уйлап та тормай ярҙамға ашыға.

- Ҡыҙыҡай ярҙан яҡынса һигеҙ метр алыҫлыҡта ине, ул һыуҙа бер урында тыпырсына, ағымға ҡаршы йөҙөргә көсө етмәй, - тип һөйләне был хаҡта Тимур. - Ул урында һыу оло кешенең муйынынан була, хатта миңә лә аяҡта баҫып тороу ауыр ине. Күҙ алдына килтерәһегеҙме – бала өсөн нисек хәүефле был урын?

Тимур бала саҡта үҙе лә ошо йылғала бата яҙған. Егеттә һыуҙан ҡурҡыу ҡалған, ул әле лә асыҡ һыу ятҡылыҡтарында йөҙмәй. Ләкин батып барған баланы күргән саҡта ул был хаҡта уйламай. Тимурҙың башында, ҡыҙҙы ҡотҡарырға кәрәк, тигән уй ғына була.

- Был аҙымымды ниндәйҙер батырлыҡ, тип уйламайым. Битараф үтеп китә алмай инем – бары шул ғына. Тормошта изге эштәрҙе былай ғына эшләргә кәрәк.
Был хәлдән һуң Тимур Кәримов ҡотҡарған ҡыҙҙың ата-әсәһе менән осрашмаған була. Уның ҡарауы, егеттең йортона Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хеҙмәткәрҙәре килә һәм ҡайһы бер нәмәләр тураһында ентекле һораша. Тимурҙы иң аптырауға һалғаны – нисек был ике ҡыҙыҡай һыу буйына үҙҙәре генә килгән? Егет үҙе лә атай, уның бер йәшлек улы үҫеп килә. Тик ул балаһын бер ҡасан да һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмаясаҡ.

Бәләкәй ҡыҙҙы ҡотҡарғандан алып бер йыл үтә. Яңыраҡ Тимурға шылтыратып, уға тантаналы рәүештә награда тапшырыласағы тураһында хәбәр итәләр.

Ҡотҡарыусыны «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов бүләкләй. Азат Альберт улы, киҫкен хәлдәге батырлыҡ баланың ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә, тип билдәләп үтте. Ә Тимур Кәримов геройҙарҙың үҙ яныбыҙҙа йәшәүен тағы бер тапҡыр иҫбат итте.

Фото муниципаль район хакимиәте архивынан.

Автор:Алёна Чернова
Читайте нас