Йәмғиәт
16 Августа , 04:30

Район йәме – йомарт күңелле уңғандарҙа

Ауыл ерендә үҙ көсөнә ышанып, мал-тыуар аҫырап, донъяһын теүәл итеп көткән ғаиләләр - айырым хөрмәткә лайыҡ. Улар үҙҙәрен генә түгел, ә ҡала халҡын да сифатлы, таҙа ауыл продукцияһы менән дә тәьмин итә, балаларына эш һөйөүсәнлек сифаттарын өйрәтеп үҫтерә. Йәш быуынға өлгө булып тороусы шундай ғаиләләрҙең береһе — Әхмәр ауылында йәшәүсе Мәмбәтҡоловтар тураһында бөгөнгө һүҙебеҙ.

Район йәме – йомарт күңелле уңғандарҙаРайон йәме – йомарт күңелле уңғандарҙа
Район йәме – йомарт күңелле уңғандарҙа

Фәнис һәм Рита Мәмбәтҡоловтарҙың ихатаһына аяҡ баҫыу менән бында ысын хужалар йәшәгәне күҙгә ташлана. Кәртә тулы мал-тыуар булһа ла, урам тирәһе таҙа.

- Ауылда башҡа эш юҡ та тиерлек, мал аҫырап көн күрәбеҙ. Бер-ике баштан башлағайныҡ, ваҡыт үтеү менән малдарҙың һанын арттырҙыҡ. Йәшләй мал аҫырарға өйрәндек, хәҙер был беҙҙең йәшәү рәүешебеҙгә әйләнде. Был ваҡиғаларға 26 йыл да үтеп киткән — ул саҡта улыбыҙ Денис тыумағайны ла әле, ә был эшкә ныҡлап тотоноуыбыҙға 10 йылдар самаһы бар. Шуға күрә эш юҡ тип ултырырға ярамай, ерең булһа, ҡулдарың эш белһә, икмәгең һәр ваҡыт буласаҡ, - тине ғаилә башлығы Фәнис Миниәхмәт улы.

Бер-ике малдан башлап, хужалыҡты ҙурайтыу - Мәмбәтҡоловтарҙың ысын хеҙмәтсән, ҡатмарлыҡтарҙан ҡурҡмаған оҫта хужалар икәнен күрһәтә. Ата-әсә иртәнән кискә
тиклем хеҙмәттә: һыйырҙарҙы һауыу, малдарҙы тәрбиәләү - былар хужалыҡтың көндәлек мәшәҡәттәре.

– Бөгөн беҙҙең ихатала 15 һыйыр, 15 быҙау, тана-үгеҙҙәр менән бергә бөтәһе 40-тан ашыу малыбыҙ бар. Мал һаны артҡан һайын, ҡул хеҙмәте менән генә өлгөрөп булмай,
шуға күрә яйлап техника һатып алдыҡ: трактор ҙа, бесән сапҡыс та, әйләнмәле тырма ла, преслай торған техникабыҙ ҙа бар. Беҙҙең көнөбөҙ иртәнге сәғәт биштә башлана һәм төнгө сәғәт икелә тамамлана. Бөтә эште бөтмәйенсә ятмайбыҙ ҙа. Көн һайын шулай, ял да, байрам да юҡ. Йоҡо туймай, шулай ҙа арыу-талыуҙы белмәй эшләйбеҙ, - тине Фәнис ағай.

Был хужалыҡта етештерелгән һөт, ҡаймаҡ, ҡыҙыл эремсек, ҡорот һәм май һәр ваҡыт юғары сифаты менән айырылып тора. Хеҙмәт һөйөүсән Рита Рәшит ҡыҙының ҡулдары менән эшләнгән тәмле ҡаймаҡҡоротто күрше-күләм дә, ҡала халҡы ла яратып ала. Был уңыштың сере ябай — һәр эшкә күңел йылыңды биреү. Ул продукцияһын әҙерләгәндә бер ниндәй ҙә өҫтәмә химикаттар ҡулланмай, бөтә нәмә таҙа, тәбиғи булғанға күрә ҡулланыусылар уны ярата.

- Мал ҡарауы — еңел эш түгел, ләкин халыҡтың ризалығын күреү бөтә арыуҙарҙы ла оноттора, - ти тырыш хужабикә. Ғаилә уңышының төп сере — берҙәмлектә. Фәнис менән Рита Мәмбәтҡоловтар бөтә эште лә бергә башҡара.

- Үҙем дә һауырмын, тип ҡарар иттем дә, ике һауыу аппараты һатып алдым - барыһы ла шунан башланды. Бына инде күп йылдар ярыша-ярыша һауабыҙ: беребеҙ бер яҡтан, икенсебеҙ икенсе яҡтан, - тип көлөп һөйләй Фәнис ағай. - Ританың эшкә барған ваҡыттары булды, ул саҡта үҙемә һауырға ла, ҡаймаҡ айыртырға ла, ҡатыҡэремсек эшләргә лә тура килде. Хәҙер ҙә, ул баҙарға киткәндә, ҡапҡа төбөнә тиклем оҙатып ҡалам һәм үҙем үк ҡаршы алам. Бергәләп, бер-береңә таянып эшләһәң, барыһы ла күпкә еңелерәк бирелә. Эш булһа - аш та була, шуға күрә эшләргә һәм тағы ла эшләргә кәрәк, - ти яҡташыбыҙ.

Мәмбәтҡоловтар ғаиләһенең эшһөйәрлеге, тыныс ҡына донъя көтөүе һәр кемдә һоҡланыу уята һәм ауылдың киләсәге барлығына ышаныс өҫтәй. Хоҙай уларға һаулыҡ һәм хужалыҡтарына артабан да бәрәкәт бирһен!

Автор фотолары.

Район йәме – йомарт күңелле уңғандарҙа
Район йәме – йомарт күңелле уңғандарҙа
Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас