

“Лейтер” крәҫтиән-фермер хужалығы эшсәндәрен Бәрҙәшле ауылы эргәһендәге баҫыуҙарҙа тап иттек. Уттай ҡыҙыу эш мәле булыуға ҡарамаҫтан, ялан батырҙары бер аҙға ғына туҡталып, беҙҙе эш барышы менән таныштырҙы.
- Быйыл уңыш мул булмаҡсы, башаҡтар тос, игенселәрҙең дә кәйефе шәп. Әле арпа урабыҙ, быныһын бөткәс икенсе баҫыуға төшәбеҙ. Иң мөһиме — көндәр генә аяҙ торһон,
эште ыратабыҙ. Көн дә иртәнге һигеҙенсе яртынан эш башлайбыҙ һәм ҡара кискәсә, ҡайһы берҙә таңға тиклем өйгә ҡайтып инмәйбеҙ. Баҫыу эше кинәнес ул, әгәр эшләй белһәң, ауырлығы ла тойолмай. Үҙем ғүмер буйы колхозда эшләнем, тракторҙа ла, комбайнда ла йөрөйөм. Күңел Себергә лә, йылы яҡтарға ла түгел, тик баҫыуҙарға, ҡара ергә тартыла, - ти тәжрибәле механизатор Сергей Вотинцев.
Ғәҙәттә, эшһөйәр, егәрле кешеләр аҙ һүҙле, тыйнаҡ була. Саҡ ҡына ялға туҡтаған ир-уҙамандар ҙа һүҙҙәрен ослап, ҡабаланып техникаларына ултырып китеп тә барҙы.
Райондың баш агрономы Фәүзиә Ғилманова белдереүенсә, Ишембай районында иген культуралары барлығы 17 мең гектар ерҙә сәселә. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ужым культураларын йыйыуҙы тамамлаған, өс мең гектар ерҙә ужым культуралары һуғылған, 12 мең тонна бойҙай йыйылған. Әле район хужалыҡтары яҙғы иген культураларын урып-һуғыу эштәренә тотонған. Баҫыуҙарҙы 41 комбайн иңләй, 4 үҙйөрөшлө сапҡыс һәм 9 берәмек тағылмалы ураҡ техникаһы эшләй. Бер юлы ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы ла әҙерләнә. Барлығы 11,5 мең тонна бесән сабып йыйылған, 12,7 мең тонна сенаж әҙерләнгән.
Автор фотоһы.