Йәмғиәт
8 Августа , 10:00

Нәҫел ептәре өҙөлмәһен

Үткән шәмбе Байғужа ауылында Шәжәрә байрамы уҙҙы. Үҙ нәҫел ебен Үмәрғәлиндар барланы.

Нәҫел ептәре өҙөлмәһенНәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен

Шәжәрә байрамы нәҫел тамырҙарын барлау, ете быуын ата-бабаларҙы асыҡлап, быға тиклем бер-береһен күреп белмәгән туғандарҙы осраштырып, яҡындан күрештереү, балаларҙы үҙ-ара таныштырыу маҡсатында ойошторолдо. Йыйылыусыларҙы – үҙ туғандарын, ауылдаштарын иң беренсе булып Байғужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Салауат Йосопов сәләмләне.

- Бер-беребеҙҙең тамырҙарын белеү, ырыу ағасын төҙөү, балаларыбыҙҙы таныштырыу киләсәктә беҙгә кәрәк буласаҡ. Шөкөр, бөгөн туғандарыбыҙ бик күп икәнен күрәбеҙ, - тип өндәште Салауат Дамир улы.

Ул үҙе лә әсәһе яҡлап Үмәрғәлиндар нәҫеленән. Салауат Дамир улы белдереүенсә, Шәжәрә байрамына әҙерлек март айында уҡ башланған. Интернет селтәрендә туғандар өсөн чат булдырылып, эшлекле һорауҙар шунда хәл ителгән.

Артабан һүҙ алған Рәфҡәт Үмәрғәлин нәҫел тамырын төплө өйрәнеү, шәжәрә төҙөү һәм уны йәш быуынға тапшырыуҙың мөһим бурыс икәнлеген билдәләп, йыйылған туғандарҙы байрам менән тәбрикләне.

- Был осрашыу тураһында күптән хыяллана инек. Уның тормошҡа ашыуына ҡыуанысым сикһеҙ. Салауат Дамир улы, Айгөл Зиннәтулла ҡыҙы менән тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Берҙәм тырышлыҡ менән ҙур эш башҡарҙыҡ. Күптәр отпускыла булыуын күҙ уңында тотоп, осрашыуҙы август айына билдәләнек. Минеңсә, бында туғандар ҡәҙерен белгәндәр йыйылған. Бөгөн иң тәүҙә ир-егеттәр менән зыяратҡа барып, атабабаларыбыҙ рухына доға ҡылдыҡ, - тине
Рәфҡәт Самат улы. – Беҙҙең баласаҡ бик күңелле булды. Байғужала һәр йорт аша тиерлек Үмәрғәлиндар йәшәй торғайны. Ҡайһы йортҡа инһәк тә, ололар сәй эсереп сығарыр ине. Бөгөн ошо хәтирәләрҙе һағынып иҫкә алам.

Ишембай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Айгөл Ҡәҙерғолова ла үҙ уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.

- Бөгөнгө байрамға 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған Арыҫланғәли олатайыбыҙҙың нәҫеле генә түгел, ҡарт олатайым Мөхәмәтғәлиҙең, башҡа бабайҙарыбыҙҙың балалары ла килеүе бик шатлыҡлы. Атайым Зиннәтулла Үмәрғәлиндың мәрхүм булыуына туғыҙ йыл булды. 1964 йылда Байғужаға килен булып төшкән әсәйем бөгөнгө байрамға ихлас килде. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Беҙ олатайыбыҙҙың исеменә тап төшөрмәй, тормош юлын лайыҡлы үтергә тырышабыҙ, - тине Айгөл Зиннәтулла ҡыҙы. – Нәҫелебеҙ бик бай, күркәм. Ошо ғаиләнән булыуым менән ғорурланам. Арабыҙҙа матур тормош юлын үтеп, атҡаҙанған исеменә лайыҡ булған медицина, мәғариф, нефть өлкәһе белгестәре бар.

Кеше үҙ тамырҙарын белергә, атабабаларының юлын хәтерләргә тейеш. Байрамда сығыш яһаусыларҙың һәр береһе ошо фекерҙе яңғыратты. Осрашыу матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Туғандар мәҙәниәт йорто фойеһында урынлаштырылған шәжәрә ағасын, боронғо фотоларҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны, сәй табыны артында бер-береһе менән ихлас аралашты. Ҡосаҡлашып күрешеп, бер-береһе менән танышып, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.

Был көндө Үмәрғәлиндар тағы бер тапҡыр үҙ тамырҙарына әйләнеп ҡайтты. Шәжәрә байрамын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәр кемгә бик рәхмәтле булып, тағы ла осрашырға яҙһын, тигән изге теләктә, рухи күтәренкелек, туғанлыҡ, берҙәмлек тойғолары, бөтмәҫ дәртдарман алып таралышты ырыу байрамынан Үмәрғәлиндар вариҫтары.


Автор фотолары.

Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас