Йәмғиәт
7 Августа , 03:15

Өс быуатҡа яҡын тарихы бар

Йәй - осрашыуҙар, күрешеүҙәр мәле. Районыбыҙҙа «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», шәжәрә, ауыл байрамдары гөрләп уҙа. Ошо көндәрҙә Кинйәкәй мәҙәниәт йортонда ауылдың 265 йыллығы уңайынан байрам ойошторолдо. Изге йәнтөйәген һағынып ҡайтыусы яҡташтар осрашты, туған-тыумасалар күреште, ауыл халҡы нәҫел-нәсәпте барланы, быуындар бәйләнешен нығытты. Кинйәкәй йәнләнеп, яңы һулыш алды.

Өс быуатҡа яҡын тарихы барӨс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар

Ойоштороусылар килгән ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының милли ризыҡтары - бауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Байрамға килеүселәр Райхана Йәһүҙина тырышлығы менән булдырылған мәктәп музейын ҡараны. Ауылдың тарихы, боронғо ҡомартҡылар менән танышты. Сара мәҙәниәт йортоноң тамаша залында дауам итте. Байрамды ошо ауыл егете Динар Хәсәнов Ҡөръән сүрәһе менән башлап ебәреп, әруахтар рухына бағышлап, илгә-йортҡа тыныслыҡ теләп
доға ҡылды. Ауылдың хөрмәтле ағинәйе, ветерандар советы рәйесе, ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Райхана Йәһүҙина Кинйәкәйҙең тарихына байҡау яһаны.

Ауыл халҡын Скворчиха ауылы Советы башлығы Сәлимә Герасименко тәбрикләне. Кинйәкәйҙең иң ҙур ғорурлығы уның эшһөйәр, талантлы халҡы булыуын билдәләне.

- Кинйәкәй ауылы халҡы элек-электән тырыш, эшһөйәр булды. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән тыуған төбәген данлаған лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙары араһында -
атҡаҙанған эшселәр, хеҙмәт ветерандары, етештереү һәм социаль өлкә алдынғылары бар, уларҙың күбеһе юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Һәр ғаилә, тырышып донъя көтөү менән бер рәттән, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ауыл халҡы йыл һайын дәррәү өмәләргә сыға. Уҙған йылдарҙа үҙҙәренең көсө менән зыяратты кәртәләп ҡуйҙылар. Шулай уҡ халыҡ тырышлығы менән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск, мәсет барлыҡҡа килде. Махсус хәрби операция яугирҙарына тиҫтәләгән маскировка селтәрҙәре үреп оҙатты яҡташтарыбыҙ. Төрлө конкурстарҙа ла ихлас ҡатнашалар. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса ауылда заманса балалар майҙансығы барлыҡҡа килде. “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында кинйәкәйҙәр ике тапҡыр ҡатнашып аҡсалата сертификатҡа эйә булды. Ул аҡсаға милли күлдәктәр һәм залға ултырғыстар алынды. Халыҡтың эскелеккә кире ҡарашы һөҙөмтәһендә ауылда суррогат алкоголь һатыу нөктәләре бөтөрөлдө, - тип билдәләне Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы.

Ысынлап та, заман менән бергә атлап, гөрләтеп донъя көтә кинйәкәйҙәр. Бөгөн унда барлығы 112 йорт иҫәпләнә, уларҙа 200-гә яҡын кеше йәшәй. Ауылда
мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар. Йәнтөйәгенең яҙмышына битараф булмаған ир-уҙамандар, ихтирамлы ағинәйҙәр йәшәй.
«Атайсал» программаһына ярашлы, ауылдан өс километр алыҫлыҡта ғына ятҡан Йәмилә шишмәһен матур итеп кәртәләп, юлына ҡырсынташ түшәгәндәр. Саф
һыулы шишмәгә кинйәкәйҙәр генә түгел, бөтә район халҡы йөрөй. Мәҙәниәт йортоноң “Ынйылар” фольклор ансамбле төрлө байрам сараларын биҙәп кенә ҡалмай, үҫеп килеүсе быуынды халҡыбыҙҙың аҫыл ҡомартҡылары – халыҡ ижады ынйылары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштыра. “Кәкүк сәйе”, “Ҡар һыуына барыу”, “Ҡарға бутҡаһы” йолаларын күрһәтә.

Байрам барышында бөтә ғүмерен колхоз эшенә бағышлап, лайыҡлы тормош юлы үткән, тәрбиәле балалар үҫтергән ауылдың өлкән быуын кешеләре Гөлсөм
Хәсәнова, аҡһаҡал Ғабдулхай Алтынбаев бүләкләнде. Тыуған ил азатлығы өсөн көрәшкән махсус хәрби операция ягирҙарының яҡындары Руфина Баталова, Рәсүл Дауытов, Рәзилә Ҡорбанғәлиева, Рәфис Туҡтамышев, Фидан Йәмилов, Нәсимә Ғиззәтуллина, Ильяс Ильясов та иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Мәҙәниәт йортонда ваҡыттарын йәлләмәй, яугир яҡташтарға ярҙам ҡулы һуҙыусы, еңеүҙе яҡынайтыусы “Изге күңелдәр” исемле ирекмәндәр төркөмө ағзалары ла тәбрикләнде.

Кинйәкәйҙәрҙең көнитмеше лә матур. Ауыл халҡы бербереһен уҙҙырып, ҡупшы йорттар һала, матур, йәмле баҡсалар үҫтерә, татыу ғаиләләрҙә тәрбиәле балалар үҫә. “Иң матур ихата” номинацияһында Зөлфиә һәм Басир Лоҡмановтар, Раушания һәм Вадим Хәмиҙуллиндар, Фатима һәм Айҙар Әйүповтар еңде. Балаларын эшһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләгән, ауылдың йәме булған йәш ғаиләләләр Әлфиә һәм Финат Ғиззәтулиндар, Венера һәм Ирек Мирасовтар “Өлгөлө ғаилә” номинациһында тәбрикләнде.

Байрам концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. “Ынйылар” вокаль ансамбле, Кинйәкәйҙең һәм «Нефтсе» мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары, сара
ҡунаҡтары Гөлнур Аҙнабаева,Ҡарлуғас Ишемғолованың сығыштары байрамға мәртәбә өҫтәне. Илвира Хәйруллина үҙенең ҡул эштәре күргәҙмәләре менән, ә
ҡыҙы Яҙгөл башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләп, байрамға тос өлөш индерҙеләр.

Байрамдың сағыу биҙәге булып Кинйәкәй ауылы оҫтабикәләре, «Тамға-2025» халыҡ-ара конкурсы лауреаттары Гөлсирен Ғәскәрова, Гөлнара Нурғәлинаның
милли кейемдәр коллекцияһынан дефиле уҙҙы. Береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙар Гөлсирен Ғәскәрова теккән Юрматы ырыуы, Йүрүҙән һәм Әй йылғалары буйында йәшәүсе төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының, Ҡурған, Ырымбур башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре өлгөләрен күрһәтте. Гөлнара Нурғәлинаның Кинйәкәй ауылында йәшәгән Ғәрифә Хәлитованың 1930 йылда төшкән фотоһүрәтенән ҡарап тегелгән боронғо башҡорт күлдәген, юрматы һаҡалын, Әнисә Сөйәрғолованың ғаиләһендә һаҡланған боронғо фотонан ҡарап тегелгән еләнде тамашасылар һоҡланып ҡараны. Шулай уҡ оҫтабикә Урал аръяғы башҡорттарының милли кейемдәрен дә халыҡҡа тәҡдим итте.

Байрам бер тынала үтеп тә китте. Һәр сығышҡа ауыл халҡы ихласлап ҡул сабып ултырҙы. Байрамға килгән һәр кем ауылы менән ғорурланыуын белдерҙе, хәтирәләре менән уртаҡлашты, уға матур киләсәк теләне.

- Сараға бик күп яҡташтарыбыҙ ҡайтты, ҡунаҡтар килде, ейән-ейәнсәрҙәр йыйылышты. Был беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштерә, туғандарҙы табыштыра. Ауыл халҡының бындай сараларға бик һыуһағаны күренеп тора. Артабан да берҙәм, бер-беребеҙгә терәк булып, ауылыбыҙҙы гөрләтеп йәшәйек. Ил-йорт тыныс булһын, еңеү таңы тиҙерәк атып, ил һаҡлаған уландар тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтһын, - тип теләне Райхана Йәһүҙина. - Һәр кеше өсөн Бәләкәй Ватаны – тыуған ауылы шундай ғәзиз, шундай яҡын. Мин ошо ауылда тыуып үҫтем. Элек беҙҙең мәктәп аҫта ине. Һигеҙенсе класта уҡығанда ошо клубтың бинаһына урынлашҡан яңы белем усағына күстек. Мәктәпте тамамлағас, төрлөбөҙ төрлө яҡтарға таралыштыҡ. Мин төҙөүсе һөнәрен үҙләштерҙем.

Кинйәкәйгә, яҡын-тирәләге ауылдарға мейес сығарҙым. Колхозыбыҙ һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды. Йәш саҡтар гөрләп уҙҙы, һағынып иҫләргә генә ҡалды. Бөгөн матур концерт ҡарап, һоҡланып ултырҙым. Үҙебеҙҙең ауылдың ҡыҙҙары артистарға алыштырғыһыҙ. Ауылыбыҙ йәшәһен, йорттарҙың усаҡтары һүнмәһен. Йәштәр ауылға ҡайтһын, ата нигеҙҙәрен һыуытмаһын. Мәңгелек йортта ятҡан туғандарҙың ҡәберҙәрен тәрбиәләп, хәйер саҙаҡалар биреп торайыҡ. Иманлы булайыҡ, теләгем шул, - тип белдерҙе 73 йәшлек Миңлебикә Ҡәүиева. Йәштәр араһында иман байлығын таратыу буйынса күп көс һалған Динар Хәсәнов хәҙер ауылда йәштәрҙең дә күпләп намаҙға баҫыуын белдерҙе.

- Ауылыбыҙҙа атайым Илшат Марс улы халыҡ ярҙамы менән иман йорто һалды. Ул мәсеттең тупһаһын хәҙер һыуытмай, хөтбә намаҙҙарына йөрөргә тырышабыҙ. Аллаға шөкөр, кистәрен аҙан тауышы яңғырағанда тирәяҡ илаһи көскә сорнала. Хатта күрше ауылдарға ла ишетелеп тора. Барыһына ла күпләп дингә баҫырға кәңәш итәм, сөнки иман булған ерҙә, насар ғәҙәттәргә урын юҡ, - тип белдерҙе Динар Илшат улы.

Мәҙәниәт йорто, китапхана, ауыл Советы хакимиәте, һәүәҫкәр артистар, әүҙем ауылдаштар тырышлығы менән үткән концерт барыһының да күңеленә хуш килде. Байрамды матди яҡтан ойоштороуҙа ауыл халҡы ла ҙур ярҙам иткән. Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Александр Привалов, Илгиз, Илдар, Динар Хәсәновтар, Илдар Хисаметдинов, Фатима Әйүпова, Эльнура Хәсәнова, Эльвира Әлмөхәмәтова бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән.

Бындай осрашыуҙар ауылдаштар араһын яҡынайтһын, ситтә йәшәгән ҡәрҙәштәрҙең ата йорто менән бәйләнеше өҙөлмәһен, туғанлыҡ ептәре артабан да нығынһын. Күркәм сараны Райхана Йәһүҙинаның “Ауыл көнө” тигән шиғыры юлдары менән тамамлағы килә.

...Һағындыра ғәмһеҙ үткән
Бала саҡтың йылдары.
Гармун көйөнә ҡушылған
Ҡапҡа төбө йырҙары.
Һағыштан һарғайышмайыҡ,
Ауылға йыш ҡайтайыҡ.
Үткәндәрҙән ҡеүәт туплап,
Дәрт-дарман таратайыҡ.


Автор фотолары.

Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Өс быуатҡа яҡын тарихы бар
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас