Йәмғиәт
7 Августа , 11:00

Иҫән-һау булығыҙ, күршеләрем!

1 августа Иҫәкәй ауылында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнап “Һаумыһығыҙ, күршеләр!” тип исемләнгән матур байрам үтте. Унда ауылыбыҙҙың Тау (Айотҡол һәм Түбән яҡ) урамында йәшәүселәр, ҡасандыр ошонда йәшәп китеүселәр осрашты. Алыҫ араларҙы яҡын итеп ситтән ҡайтыусылар ҙа байтаҡ булды.

Иҫән-һау булығыҙ, күршеләрем!Иҫән-һау булығыҙ, күршеләрем!
Иҫән-һау булығыҙ, күршеләрем!

Байрамдың тәүге өлөшө – ауыл тормошон һүрәтләү ине. Ауылдашыбыҙ, ошо урамда тыуып үҫкән Альфир Дауытов урамыбыҙҙың тарихы тураһында һөйләп, уңған, тырыш, талантлы шәхестәрен иҫкә алды, ошо күркәм сараға йыйылған халыҡты ҡайнар сәләмләп, матур теләктәрен еткерҙе.

Байрам ҡунаҡтар һәм ауылдаштар тарафынан әҙерләнгән дәртле йырҙар менән дауам итте. Ауылдашыбыҙ Сәймә Мәҡсүтова йыйылыусыларға үҙенең йылы теләктәрен йыр-моң аша еткерҙе. Шулай уҡ күршеләребеҙ Рәүилә Аҡҡолова, Рәмзиә Рәхимова, Шәмсинур Абдуллина матур концерт номерҙары менән сығыш яһаны, Ишәй ауылынан килгән ҡунаҡ гармунда уйнап, йыр бүләк итте. Флүрә Шаһиева, Зәйтүнә һәм Фәрзәнә Сөләймәновалар күршеләргә, тыуған ауылыбыҙға бағышлап яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Шулай уҡ ошо урамда йәшәүсе күп балалы Алтынбаевтарҙың ҡыҙҙары Ильянаға 8 йәш тулыуы менән дә тәбрикләп киттек. Йыр-бейеүҙе күңелле уйындар
алмаштырҙы. Бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, барыһы ла уйындарҙа ихлас ҡатнашты. Урам байрамы бик күңелле уҙҙы. Ҡунаҡсыл хужабикәләр мул табын әҙерләп, өҫтәлдәр тәмле ризыҡтарҙан һығылып торҙо.

Һәр осраған кешене танып, ҡосаҡлап алыу, һәр кемдә яҡыныңды күреү – үҙе бер бәхет. Иҫән-һау ғына булығыҙ, күршеләрем! Тағы ла осрашырға яҙһын, ауылдарыбыҙ йәшәһен, тигән матур теләктәр менән таралыштыҡ.


Фото авторҙың архивынан.

Иҫән-һау булығыҙ, күршеләрем!
Иҫән-һау булығыҙ, күршеләрем!
Иҫән-һау булығыҙ, күршеләрем!
Иҫән-һау булығыҙ, күршеләрем!
Иҫән-һау булығыҙ, күршеләрем!
Иҫән-һау булығыҙ, күршеләрем!
Иҫән-һау булығыҙ, күршеләрем!
Автор:Мәҙинә АЛТЫНБАЕВА.
Читайте нас