

Стәрлетамаҡ төҙөлөш училищеһын тамамлаған егеткә беҙҙең ҡалаға эшкә йүнәлтмә бирәләр. Ул 1966-1967 йылдарҙа “Ишембай торлаҡ төҙөлөшө” тресында эшләй.
- Губкин урамында теҙелеп ултырған йорттарҙы беҙ төҙөнөк инде. Күңелемә бик яҡын ҡалама кире әйләнеп ҡайттым, - тине ғорурланып Марат Минияр улы. Яңыраҡ Марат ағай ҡатыны Гәүһәр Байтур ҡыҙы менән Ишембайға йәшәргә күсеп килгән. Әйткәндәй, Гәүһәр апай ҙа йәш сағында “Витязь” машиналар эшләү заводында эшләгән.
Марат ағай редакцияға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы әсәһенең – Рәйсә Мөҡҡәдәс ҡыҙы Әмированың (Килдебәкованың) иҫтәлекле яҙмаһын алып килгән.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Рәйсә һәм Минияр Әмировтар өс улға ғүмер биреп, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерә. Оло улдары – Марат, уртансылары – Ринат һәм төпсөктәре – Ришат. Фронттан ҡайтҡас Рәйсә апай мәктәптә балалар уҡытһа, Минияр ағай механизатор булып эшләй. Артабан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйсә Мөҡҡәдәс ҡыҙының яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ:
“Мин 1922 йылдың 15 мартында Ауырғазы районының Иҫке Күҙәк ауылында тыуғанмын. 1942 йылдың май айында үҙем теләп һуғышҡа киттем. Һыуҙар ташҡан саҡта Үҙән йылғаһы аша кәмә менән сыҡтым. Мөҡсин ауылынан Гөлсирә Рәжәпова менән атта Боҙаяҙға килеп еттек. Унда беҙҙе артабан Өфөгә оҙатырға тип аттарға ултыртып алып киттеләр. Бер разъезға сығарып, поезға ултыртып ебәрҙеләр. Өфөгә барып төшкәс, бер мәктәптең иҙәнендә бер нисә көн йоҡлап йөрөнөк. Унан тауар вагондарынан торған поезға ултырҙыҡ. Ул вагондарҙа ҡатлыҡатлы полкалар яһалған ине. Энә төртөр урын да юҡ, бер-беребеҙгә терәлеп кенә ятып барҙыҡ. Хатта икенсе ҡабырғаға әйләнеп тә ятып булмай.
Шулай әллә күпме ғазап кисереп, Сталинградҡа барып төштөк. Унда беҙҙе бер баракка урынлаштырып, карантин үткәрҙеләр. Шунан аҙна-ун көн үтеүгә бер төндө беҙҙе теҙеп ҡуйып, билдәргә бишәр граната тағып, танкыға ҡаршы һуғышҡа алып киттеләр. Беҙ әле гранатаның нимә икәнен дә белмәйбеҙ. “Бына ошо ҡулсаны тартаһың да, танкыға ырғытаһың”, - тинеләр. Элегерәк ҡаҙылған окоптарға урынлашып, танкылар көтә башланыҡ. Ярай әле беҙҙең бәхеткә улар килмәне. Кире ҡайттыҡ.
Беҙҙе стройға теҙеп, төрлө полктарға оҙаттылар. Мине Бекетовкала урынлашҡан 1080-се артиллерия зенит полкына ебәрҙеләр. Ул полк СталГРЭС-ты
һаҡлап тора ине. Бында инде ысын һалдат тормошо башланды: ҙур зенит пушкаларын өйрәнеү, стройҙа марш менән йөрөү, винтовкаларҙы ҡороп-һүтеү... Көн
40 градусҡа тиклем эҫе тора. Беҙ көнө буйы күнекмәләрҙә, төндә тревога буйынса 3-4 тапҡыр торабыҙ. Пушкалар өсөн соҡорҙар ҡаҙабыҙ, үҙебеҙгә йәшәү өсөн землянкалар әҙерләйбеҙ. Ә дошман көндән-көн яҡыная. Бомбаға тотоуҙар йышая. Немецтең «Мессершмитт» самолеттарын тауышынан танырға өйрәнәбеҙ. Уның тауышы беҙҙең өҫкә үкереп килгән ҙур үгеҙҙе хәтерләтә ине. Шунан бомбалар яуа башлай. Уларҙың тауышы үҙәк өҙгөс ҡурҡыныс, ә ҡайһы саҡ яҡында ғына төшөп ярыла. Ул туҙан, ҡом, балсыҡ бергә буталып, эргә-тирәне ҡаплап ала. Ҡолаҡ тона, баш тубал кеүек, ауыҙ-танауға ҡомбалсыҡ тула. Иҫән икәнебеҙгә ышанғас, тороп ҡағынып, пушкаларҙы таҙартырға тотонабыҙ. Уларҙы тиҙерәк атырлыҡ хәлгә килтерергә кәрәк. Ҡом керһә, үҙешартлап китеп һәләк итергә мөмкин. Беҙгә ошо йәйҙе бында үткәрергә тура килде. Беҙ һаҡлаған СталГРЭС зыян күрмәне. Самолеттарҙы нисек тә үткәрмәҫкә тырыштыҡ, бомбаларын
йырағыраҡ ташларға мәжбүр иттек.
Беҙҙе ноябрь айында Сталинградтан Волга аша сығарып, икенсе төрлө бәләкәй зениткаларға күсерҙеләр. Был 296-сы айырым дивизион бәләкәй калибрлы зенит артиллерияһы ине. Сталинградтан фронт алға киткәс, ошо дивизион менән беҙ ҙә көнбайышҡа киттек. 2-се Белоруссия фронты менән Белоруссия, Украина, Польша ерҙәрен үтеп, Германияға килеп еттек. Еңеү көнөн Одер йылғаһы аша һалынған күперҙе һаҡлап торғанда Штеттен ҡалаһында ҡаршыланыҡ. Беҙҙе август айында демобилизациялап ҡайтарҙылар. Ҡайтып күп тә үтмәне, 1945 йылдың сентябрендә шул уҡ Күҙәк мәктәбендә уҡыта башланым. 40 йыл уҡытып хаҡлы ялға сыҡтым”.
Йәш быуынға бына ошондай иҫтәлекле хат ҡалдырған Рәйсә Мөҡәддәс ҡыҙы. Уның тормош юлдашы Минияр Әмиров та артиллерия полкында хеҙмәт иткән, Курск дуғаһында алышҡан, Польшаға барып еткән.
1942 йылда фронтҡа юлланған 20 йәшлек нескә генә ҡыҙ ҡайҙан тапты икән үҙендә шундай көс, тигән һорау һаман күңелгә тынғы бирмәй. Уның ҡыйыулығы,
илһөйәрлеге бөгөнгө йәштәр өсөн өлгө булып тора.