

Күп балалы, татыу ғаилә тураһында һүҙ сыҡһа, күҙ алдына үҙ көсө менән тырышып, матур итеп хужалыҡ алып барған, тәрбиәле һәм маҡсатлы балалар үҫтергән ябай башҡорт ғаиләһенең образы баҫа. Шундайҙарҙың береһе - Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Фидалиә һәм Рәил Хисмәтуллиндар ғаиләһе.
Фидалиә Рәфҡәт ҡыҙы һәм Рәил Рафаил улы, ҡулға-ҡул тотоношоп, бына инде 20 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Улар бер ул һәм ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Улдары Ильмир Өфө фән һәм технологиялар университетының Ишембай филиалында өсөнсө курсты тамамлаған. Буш ваҡытында ул балаҫ йыуып, аҡса эшләй. Ҡыҙҙары Лиана ағаһының юлынан киткән, ул да ошо уҡ уҡыу йортонда уҡый һәм быйыл беренсе курсты тамамлаған. Тилбер ҡыҙ — әсәһенең өй эштәрендә алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы, ул аш-һыу әҙерләргә ярата һәм һәр ваҡыт яҡындарын тәмлекәстәр менән һыйлай. Кесе ҡыҙҙары Сафия Кинйәбулат ауылындағы балалар баҡсаһына йөрөй.
Кинйәбулат ауылы егете Рәил Рафаил улы 2002–2003 йылдарҙа Ишембай ҡалаһының 21-се һөнәри училищеһында автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Артабан Салауат ҡалаһының 35-се һөнәри училищеһында, Ишембай нефть колледжында уҡый. Ситтән тороп, ӨДАТУ-ның Ишембай филиалында белемен арттыра. Унда технологик процестарҙы автоматлаштырыу инженеры һөнәренә эйә була.
Фидалиә Рәфҡәт ҡыҙы Әхмәр ауылынан. Стәрлетамаҡ педагогия колледжының мәктәпкәсә белем биреү бүлегендә уҡыған осоронда буласаҡ ире Рәил менән таныша. Дәртле йәшлек йылдарында осрашып, яҙмыштарын бергә бәйләгәс, тырышып донъя көтә башлайҙар. Матур йорт һалып инәләр, күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҙур баҡсала емеш-еләк, йәшелсә, картуф үҫтерәләр. Уңған хужабикәнең ихатаһы сәскәгә күмелгән - бындай күренеш ауылға йәм өҫтәй һәм күҙҙең яуын алып тора. Таҙалыҡты яратҡан Фидалиә Рәфҡәт ҡыҙының йорто ла һәр ваҡыт балҡып тора. Уның тырышлығы өйгә йәм генә түгел, ә бөтә ғаилә ағзаларына тыныслыҡ һәм һаулыҡ бирә. Әсәй кеше балаларын да хеҙмәткә һәм тәртипкә өйрәтә. Әлбиттә, балалар ата-әсәнең өлгөһө һәм уларҙың хәстәрлекле тәрбиәһе арҡаһында, шундай тырыш, маҡсатлы һәм уңған булып үҫә.
- Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Хеҙмәт һөйөүсән ғаиләлә балалар ярҙамсыл һәм ҡайғыртыусан булып үҫә. Өлкәндәре өй эштәрендә лә, баҡсала ла ихлас ярҙам итә, ә кесеһе үҙенең уйынсыҡтарын йыя һәм велосипедын урынына алып ҡуя, - ти Фидалиә Рәфҡәт ҡыҙы.
Ғаилә башлығы 2006 йылдан алып бөгөнгө көнгәсә “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Ишембай электр селтәрҙәре” производство
бүлексәһендә эшләй. Подстанциялар төркөмө мастеры булған Рәил Рафаил улы үҙ эшенең оҫтаһы, тип әйтергә була. Эшенә бик яуаплы ҡараған белгес үҙен эшһөйәр һәм намыҫлы хеҙмәткәр итеп танытты.
Рәил Рафаил улы өсөн ҡулдан килмәҫлек эш юҡ. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәл тап уның тураһында кеүек. Физик көс талап иткән
хужалыҡтағы ауыр хеҙмәтте еңеләйтеү өсөн ул төрлө ҡоролмалар яһаған. Сәсеү, утау, уңыш йыйыу, сабыу, ҡар таҙартыу - барыһы ла механизацияланған.
Яҡташыбыҙҙың төп шөғөлдәренең береһе - тимерҙән конструкциялар яһау: ҡоймалар, семәрле ҡапҡалар һәм башҡа күп кенә нәмәләр етештерә. Ҡалабыҙҙың, районыбыҙҙың төрлө ауылдарында уның эштәрен күрергә була. Арлар, Этҡол, Кинйәбулат мәсеттәренә ярҙам ҡулы һуҙып, төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индергән ул. Улы Ильмир - уның төп ярҙамсыһы. “Атанан күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән” тигән мәҡәл егеткә тап килә. Бөгөнгө көндә лә Хисмәтуллиндар ҙур эш менән мәшғүл: улдарына йорт һала, киләсәген хәстәрләй.
- Ҡапҡаларға заказдар күп. Эштән ҡайтҡас, тамаҡ ялғап алам да, тура цехҡа юлланам. Әле өй һалыу сәбәпле, эш икеләтә артты, шулай ҙа барыһына өлгөрөргә тырышам, - ти Рәил Рафаил улы.
Тормошта лайыҡлы урындарын тапҡан, өс бала тәрбиәләгән, донъяларын матур һәм яҡты иткән, үҙҙәре тырыш һәм эшһөйәр кешеләргә нисек һоҡланмайһың?!
Ғаилә - кеше тормошоноң төп таянысы. Көнкүреш мәшәҡәттәре, төрлө һынауҙар аша ла хис-тойғоларҙың сафлығын һаҡлап ҡалыу - үҙе ҙур бәхет. Нәҡ ошо ҡиммәтте күҙ уңында тотоп, Хисмәтуллиндар ғаиләһенә именлек, бер-береңде аңлашыусанлыҡ, оло ихтирам теләйбеҙ.
Автор фотолары.