Йәмғиәт
26 Июля , 08:00

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәйек

Ишембайҙа “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды.

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәйекМәктәпкә йыйынырға ярҙам итәйек
Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәйек

Был акция ярҙамында мохтаж ғаиләләрҙән һәр бала 1 сентябрҙе яңы мәктәп кәрәк-яраҡтары менән ҡаршылаясаҡ.

Айырыуса аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле бала тәрбиәләгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү мөһим. Канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, пеналдар, альбомдар, шулай уҡ портфелдәр, мәктәп формаһы һәм аяҡ кейеме тик яңы килеш ҡабул ителә. Дәреслектәр һәм нәфис әҙәбиәт яңы йәки яҡшы торошта булырға тейеш. “Ғаилә” үҙәгендә йыйылған бөтә әйберҙәр мохтаж ғаиләләргә тапшырыласаҡ.

Ярҙам ҡабул итеү пунктының адресы: Ишембай ҡалаһы, Стахановсылар урамы, 67-се йорт, 14-се бүлмә. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(34794) 4-18-84, 8-800-347- 5000 (“Ғаилә” үҙәгенең берҙәм номеры, шылтыратыу бушлай).

Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бер нисә йыл рәттән ярҙам күрһәткән Ишембай предприятиеларына рәхмәт белдерҙе. Былтыр акцияға “Инман” һәм “Иҙел Нефтемаш” коллективтары әүҙем ҡушылды, улар уҡыусылар өсөн
дәфтәрҙәр, ҡәләмдәр һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр һатып алды. Ишембай ҡала суды коллективы “Ғаилә” үҙәгенә ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар өсөн
мәктәп кәрәк-яраҡтарын даими тапшырып тора.

Һәр өлөш мөһим. Бергәләп балаларға яңы уҡыу йылына старт бирә аласаҡбыҙ.

 

Розалиә Хисаева фотоһы

Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас