

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөн һатыусылар, кассирҙар, һатыу буйынса менеджерҙар билдәләй. Байрам йыл һайын июлдең дүртенсе шәмбеһендә билдәләнә. Быйыл ул 25 июлгә тура килә.
Бөгөнгө заманда үҙ һөнәрен бөтә күңеле менән яратҡан, эшенә яуаплы ҡараған һәм ғүмерен ошо эшкә бағышлаған кешеләр ҙур хөрмәткә лайыҡ. Ундайҙар тураһында халҡыбыҙҙа “үҙ эшенә тоғро”, тип һоҡланып һөйләйҙәр. Ҡолғона ауылында йәшәүсе һәм күп йылдар сауҙа өлкәһендә эшләүсе Ғәйшә Мусина тап шундайҙарҙан – ул намыҫлы хеҙмәте менән тирә-яҡтағыларға өлгө булып тора. Байрамдары алдынан беҙ Ғәйшә Ғәйфулла ҡыҙы менән аралаштыҡ һәм был һөнәрҙең нескәлектәренә күҙ ташланыҡ.
- Ғәйшә Ғәйфулла ҡыҙы, сауҙа өлкәһендә ҡасандан бирле эшләйһегеҙ?
- Мин Ҡолғона ауылында 1986 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем һатыусы булып эшләйем. Ул ваҡытта магазин Ишембай “райпо”һына (Ишембай районының ҡулланыусылар йәмғиәте) ҡарай ине. Егерме йыл самаһы эшләгәндән һуң “райпо” магазинын һатып алып үҙебеҙҙең сауҙа нөктәһен астыҡ. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялдамын, эшҡыуарлыҡ эшен ҡыҙыма тапшырҙым, әммә барыбер эшләүемде дауам итәм.
- Ни өсөн был һөнәрҙе һайланығыҙ?
- Бала саҡтан уҡ һатыусы эше менән ҡыҙыҡһындым. Беҙ һыу буйында ғына йәшәнек. Йылғаға барып таҡтанан үлсәү яһайбыҙ, герҙәр урынына ике яҡлап таштар һалабыҙ, батҡаҡтан ҡалас эшләйбеҙ, ә япраҡтарҙы ҡағыҙ аҡса итеп ҡулланабыҙ — шулай уйнаныҡ беҙ. Бала саҡтағы һатыу итеү уйындары менән мауығыуым минең төп шөғөлөмә әйләнде. Махсус һөнәри белем алманым, 10-сы класты тамамлағас та яратҡан эшемә тотондом. Үҙ ауылымдан йыраҡҡа китмәнем, хәҙер ҙә берәй ҡайҙа барһам, һағынып ҡайтам, Ҡолғонамды яратам.
- Һеҙгә һәр ваҡыт халыҡ менән эшләргә тура килә. Стресс менән нисек көрәшәһегеҙ?
Кешеләр менән эшләү - ул бит һәр ваҡыт эмоциялар. - Эйе, кешеләр менән эшләүе бик ауыр, көн һайын төрлө кешеләр менән аралашаһың. Мин улар менән уртаҡ тел табырға тырышам: кемгә нисек өндәшергә, ҡайһы берәүҙәренә кәңәштәремде лә бирәм. Кешегә эҙләгән әйберен табырға ярҙам итһәң йәки уның ысын күңелдән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен ишетһәң - ошолар көс бирә. Беҙҙең эштә иң мөһиме — йылмайыу һәм ысын күңелдән ярҙам итергә теләү.
- Эшегеҙҙә иң ҡатмарлыһы нимә?
- Иң ҡатмарлыһы - юл мәсьәләһе. Ҡайһы саҡта ҡалаға аҙнаһына өс тапҡыр барырға тура килә, йөрөүе ауырыраҡ.
- Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөндә хеҙмәттәштәрегеҙгә әйтер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр. - Мин барлыҡ хеҙмәттәштәремә ҡоростай һаулыҡ, сикһеҙ сабырлыҡ, эштәрендә уңыштар теләйем. Форсаттан файҙаланып, Маҡар ауылында йәшәүсе апайым Шәрифәгә рәхмәтемде белдергем килә. Ул ауыр ваҡытта миңә ярҙам ҡулы һуҙҙы һәм эшемде яңынан тергеҙергә булышлыҡ итте. Шулай уҡ тауар ташыу менән шөғөлләнгән тормош иптәшем Миниязға сикһеҙ рәхмәтлемен. Донъяларыбыҙ тынысланһын, махсус хәрби операциялағы улдарыбыҙ иҫән-һау ҡайтһын.
Ғәйшә Ғәйфулла ҡыҙы махсус хәрби операцияға матди һәм гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша. Һеҙҙең изге өлгөгөҙ һәм илһөйәрлек рухығыҙ яугирҙарыбыҙҙың еңеүгә булған ышанысын нығыта. Изге йөрәгегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, яҡташыбыҙ!
Фото Ғәйшә МУСИНА архивынан.