Йәмғиәт
24 Июля , 08:00

Сәйәхәттән йәм табып

Ошо көндәрҙә үҙенсәлекле шәхес, велосипедта донъя гиҙеүсе, 70 йәшлек үзбәк сәйәхәтсеһе Мөкимжан Юнысов сәфәре ваҡытында Ишембайҙа туҡталды.

Сәйәхәттән йәм табыпСәйәхәттән йәм табып
Сәйәхәттән йәм табып

Мосафир 8 июндә Үзбәкстандың Андижан ҡалаһынан Европа буйлап сәйәхәткә сыҡҡан. Башҡортостанға ул ике тәгәрмәсле техникаһында Ҡаҙағстан аша 40 көн эсендә килеп еткән. Юлсы Күмертау, Салауат ҡалаларында хәл алырға туҡтаған. Районыбыҙҙың мосолман ҡәрҙәштәре лә мосафирҙы киң ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Форсаттан файҙаланып үҙенсәлекле сәйәхәтсе менән осрашып һөйләшергә ашыҡтыҡ.

- Хәйерле сәғәттә, юлсы! Сәйәхетегеҙ нисек бара?

- Аллаға шөкөр, бик яҡшы. Юлға сыҡҡанда Аллаһы Тәғәләнән еңеллек һораным, һауа торошо ла яҡшы, юлыма тик изге ниәтле кешеләр генә осрай. Минең йәштәге өлкәндәр быуындарына зарлана, ә мин көнөнә тимер атымда 100-150 километр юл үтәм. Һаулыҡҡа зарланмайым.

- Был һеҙҙең велосипедта беренсе сәйәхәтегеҙме? Нисек оло йәштә оҙон юлға сығырға йөръәт иттегеҙ?

- Мин ғүмерем буйы балта оҫтаһы булып эшләнем. Кешеләргә тәҙрә, ишектәр, ҡапҡалар ҡуйҙым. Ҡатыным менән дүрт ҡыҙ үҫтерҙек. Ҡыҙҙарым хәҙер кейәүҙә, 11 ейән-ейәнсәрем бар. Барыһы ла үҙаллы. Тормош иптәшем гүр эйәһе булды. Ә мин олоғайған көнөмдә яңғыҙым ҡалдым. Хаҡлы ялға сыҡҡас, көндәлек маршрутым өй-мәсет араһында үтә башланы. Тормоштан йәм тапмай башланым. 2020 йылда беренсе тапҡыр велосипедыма ултырып, Бохара ҡалаһын күреп ҡайтырға ҡарар иттем. Бөтәһе юлға 20 көн ваҡыт китте. Бик оҡшаны. Һаулыҡ та бар, дәрт тә бар, ни эшләп сәйәхәт итмәҫкә, тип уйланым. Икенсе йылына иһә Ҡарағалпаҡстандың Нөкөс ҡалаһын күреп ҡайттым. 2022 йылда Ҡаҙағстанға юл тоттом. Бында Шымкент, Төркөстан ҡалаларында булдым.

Киләһе йылды Үмрә ҡылырға ниәт итеп, тағы ике тәгәрмәсле тимер атымды артмаҡлап юлға сыҡтым. Ташкент, Ҡарағалпаҡстан, Ҡаҙағстан аша үтеп, Каспий диңгеҙенә килеп туҡтаным. Паром көтөргә 3-4 көн тирәһе бар ине. Әстерхан аша урау тип, Аҡтауға килдем. Аэропортта билет алып, Баҡыға остом. Әйткәндәй, Аҡтауҙа минең кеүек велосипедта сәйәхәт итеүсе яҡташтарымды ла осраттым. Велосипедымды махсус рәүештә бәләкәсәйтеп булғас, миңә генә тимер атымды самолетҡа багажға алырға рөхсәт иттеләр. Әзербайжанға килеп төшкәс, транспортыма ултырып, Грузияға юл тоттом. Әзербайжан кешеләре бик яҡшы булып сыҡты. Һәр береһе юлда туҡталып, ярҙам кәрәкмәйме, тип һорашты, өйҙәренә саҡырҙы. Страховкам булмау сәбәпле, Грузияға индермәнеләр. Анкара аша ла юлым килеп сыҡманы, виза кәрәк, тинеләр. Киренән Үзбәкстанға әйләнеп ҡайтырға тура килде. Киләһе йылды турфирма аша виза юллап, яңынан изге
сәфәргә сыҡтым. Был юлы велосипедымда Тажикстан, Афғанстан, Иран аша үтеп Төркиәгә килдем. Бында мине үзбәк яҡташым ҡаршы алды, йәшәргә торлаҡ тапты, эшкә урынлаштырҙы. Урындағы оҫтаның ярҙамсыһы булып эшләп, бер аҙ аҡса туплағас, сәфәремде дауам иттем. Сүриәлә хәрби бәрелештәр барғас, ғүмерем өсөн борсолоп, таныштарым Стамбулдан Сәғүд Ғәрәбстанының Джидда ҡалаһына осорға кәңәш итте. Һуңынан, аэропортҡа килеп төшкәс, Мәккәгә тиклем велосипедымда юлымды дауам иттем. Был ваҡытта Рамаҙан айы башланғайны. Визамдың ваҡыты үтмәһен өсөн Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Дубай ҡалаһына сығып торҙом. Унда бер аҙна тирәһе йәшәгәндән һуң Мәҙинә, Мәккә ҡалаларына килдем, хаж ҡылдым. Шулай итеп изге сәфәремде тамамлап яңынан ҡайтырға юлландым. Бөтәһе был изге сәфәргә 10 ай китте.

- Әле ҡайҙа юл тоттоғоҙ?

- Әле Рәсәй буйлап сәйәхәт итәм. 1975-1977 йылдарҙа Киевта хәрби хеҙмәтемде үттем. Хыялым шул яҡтарҙы барып күреү ине. Әммә илдә ваҡиғалар тыныс булмағанлыҡтан, маршрутымды үҙгәртергә тура килде. Ишембайҙан һуң изге тауығыҙ Торатауға менеп төшөү теләгем бар, һуңынан Стәрлетамаҡ, Өфө, Ҡазан,
Әстерхан ҡалалары аша, артабан ҡаф тауҙарына юл тотасаҡмын.

- Башҡортостанда быға тиклем булғанығыҙ бар инеме?

- Юҡ, бында мин беренсе тапҡыр. Был яҡтарға килеп ингәс тә республикағыҙҙың тәбиғәте үҙенең матурлығы, йәшеллеге менән иғтибарымды йәлеп итте. Хатта һауа торошо ла бик ыңғай ғына тура килеп тора. Юлда барыуы ла яҡшы. Кисә хәлемде белдереп өйгә шылтыраттым. Һиңә юлда ҡыйын түгелме, тип балалар борсола. Ә мин көләм.

- Юлда үҙегеҙ менән нимәләр йөрөтәһегеҙ?

- Бар мөлкәтем - Ҡөрьән китабы, намаҙлыҡ һәм һыу. Палатканы Ырымбурҙа ғына һатып алдым. Әммә әлегә уның бөтөнләй кәрәге теймәне. Башҡаһын миңә Аллаһы Тәғәлә юлыма сығарып ҡуя. Бар ерҙә лә мосолман халҡы мине үҙ туғанылай күреп ҡаршы ала, ҡунаҡҡа саҡыра, ял иттерә. Хатта минең түләй торған картам да юҡ.

- Оҙон юлда арымайһығыҙмы? Үҙегеҙ менән берәй хәл булып ҡуйһа?

- Юҡ, әгәр ҙә машинала ултырып йөрөһәм, арыр инем. Ә бында велосипедта үҙ яйыма барам да барам. Ҡурҡыу тойғоһо баштан уҡ булманы. Әгәр ғүмерем бөтһә, өйҙә лә үләм. Ә бында, исмаһам, донъя гиҙәм, илдәр күрәм, төрлө кешеләр менән танышам. Юлда кешеләр туҡтатып, фотоға төшәләр, сәйәхәтем менән ҡыҙыҡһыналар. Олоғайған көнөмдә бөтәһе 11 илдә булдым. Халҡығыҙҙа хәрәкәттә-бәрәкәт тигән бик аҡыллы әйтем бар. Бөгөн мәсетегеҙҙең икенсе ҡатына егеттәрсә йүгереп менгәс, йәш хәҙрәттәр һоҡланыу белдерҙе әле. Был сәфәремдең тағы бер маҡсаты бар. Үҙемә ҡарт көнөмдә юлдаш булырҙай мосолман ҡатыны ла эҙләйем. Бәлки насип итһә, яҙмыш осраштырыр ҙа.

- Юлығыҙ артабан да уңышлы булһын! Хәйерле сәфәр һеҙгә!


Автор фотоһы.

Автор:Миля Мазитова
Читайте нас