Йәмғиәт
24 Июля , 09:30

Һайран ағинәйенә – 100 йәш!

Һайран ауылының хөрмәтле ағинәйе, ветеран уҡытыусы Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы Иҫәнова үҙенең 100 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй. Юбилярҙы тәбрикләргә Ишембай районы һәм Һайран ауылы биләмәһе хакимиәттәре вәкилдәре, мәктәп коллективы, ауылдаштары һәм балалары килде.

Һайран ағинәйенә – 100 йәш!Һайран ағинәйенә – 100 йәш!
Һайран ағинәйенә – 100 йәш!

Ҡунаҡтар Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙын ҡотлап, фиҙаҡәр хеҙмәтен юғары баһалап, артабан да иҫән-һау йәшәүен теләп, бүләктәр тапшырҙы.

Бер быуат ғүмер кисергән ағинәй һаман да үҙ аяғында, үҙ аҡылында, асыҡ зиһенле һәм яҡшы хәтерле.

Ул һигеҙ балаға ғүмер биреп, бөгөн ун ейән-ейәнсәргә, 22 бүлә-бүләсәргә бәхетле өләсәй булып, иң кесе улы Шамил һәм килене Ләйсән менән гөрләтеп донъя көтә.

Юбиляр үҙен хөрмәтләп килеүселәргә оло рәхмәтен һәм изге теләктәрен еткерҙе.


Автор фотолары һәм видеоһы.

Һайран ағинәйенә – 100 йәш!
Һайран ағинәйенә – 100 йәш!
Һайран ағинәйенә – 100 йәш!
Һайран ағинәйенә – 100 йәш!
Һайран ағинәйенә – 100 йәш!
Һайран ағинәйенә – 100 йәш!
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас