

Ил тарихына, йәмғиәт араһындағы хәл-ваҡиғаларға үрелеп бара бит ул кеше яҙмыштары. Ана шул яҙмыштар беренә-бере солғанышып, күбәйеп-ҙурайып, киңәйеп-ҡабарып та үҙ заманын сағылдырыр риүәйәттәр булып китәлер. Бына, әле илдә ике йыл барған махсус хәрби операция әҙәмдәр тормошонда әллә күпме төрлө булып сағылды ла. Һәр ғаиләлә, һәр ауылда, һәр ҡалала уның мөһөрлө эҙе бар. Әлеге яҙмам – ана шул тарихтарҙың береһе.
Ире менән айырылышҡас, «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә иң төпкөл ауылдарҙың береһенә уҡытыусы булып барғайны Венера. Йән тыныслығы эҙләп тә сығып китте инде. Тик сит ерҙә яңғыҙына шул хәтлем ҡыйын, ултырып иларға ғына ҡала. Йә әсәһе йыуата белмәй: «Бөтә кеше түҙеп йәшәгәнде, һиңә идеальныйҙы подавай, эсмәгән, ипле генә кейәү менән дә йәшәй алманың», – тип йәнен үртәй. Диванда телефон тотоп тик ятҡан, эшләргә, ғаиләһен ҡайғыртырға йыйынмаған да ғәмһеҙ йән менән нисек донъя көтмәк кәрәк? Бер үҙе көсәнеп тә, артыҡ ыраталмаҫын аңлаған ҡатын, берҙән-бер көндө, кейемдәрен генә алып сыҡты ла китте. Ошо ауылға килеп урынлашты. Яратҡан эше күңелен йыуата, уҡыусылары ла тәртипле былай, шуларға әүрәгәндә, күңелһеҙ хәтирәләре лә онотола кеүек.
Шулай уйҙарына бирелеп, мәктәпкә лә еткән икән. Ашыҡҡан ҡатын ишек асҡан ыңғайы бер ят иргә барып бәрелгәнен аңғармай ҙа ҡала, ҡаушауҙан хатта ҡулынан сумкаһы төшөп китә. «Ипләберәк йөрөгөҙ!» – ти таныш булмаған ир һәм сумкаһын алып ҡулына тоттора. Һөйкөмлө тәрән ҡараш йәш ҡатындың күңеленә үтеп инә. Шулай танышып китә Венера ялға ҡайтҡан Тимер менән.
...Бына ике йәш кеше ҡарлы урам буйлап атлай. Хәрби егет уға хеҙмәте, дуҫтары хаҡында һөйләй, ә Венера – уҡыусылары, дәрестәре тураһында. Февраль ҡарын тишеп, йәштәр араһында мөхәббәт гөлө шытып сыға. Уртаҡ хыялдар, пландар барлыҡҡа килә. Вәғәҙәләр бирелә, анттар әйтелә.
Артабанғы яҙмыш һикәлтәләре һуғыш тураһындағы киноларҙағы шикелле, геройҙарҙы ҡойон эсендә өйрөлтөр хәл-ваҡиғалар ағымына алып инә. Илдә махсус хәрби операция иғлан ителә һәм, күп тә тормай, Тимер шул ут эсенә эләгә лә.
Шул ваҡыттан алып Венера өсөн иң ауыр, борсоулы осор башлана. Тимергә иҫәнлек һорап, көн дә Хоҙайға ялбара. Уға мөхәббәт, өмөт тулы смс-тар яҙа. Ә егеттең сәләмдәре, ғәҙәттә, ҡыҫҡа: «Иҫәнмен, борсолма, ҡайтырмын».
Егет китеп бер-ике ай үткәс, Венера ауырлы икәнлеген аңлай. Әммә был хаҡта берәүгә лә әйтмәй. Яйын тура килтереп Тимерҙең үҙенә генә сисмәксе була серен. Әммә өлгөрә алмай, дөрөҫөрәге, был сер сиселмәй ҡала. Егетенең ауыр яраланып госпиталгә эләгеүен хәбәр итәләр. Хәле насар, бәлки, операцияларҙы кисерә лә алмаҫ, тигәстәр, ҡатын бөтөн эшен ташлап алыҫ юлға сыға. Яңғыҙы сыға... Балаһын алдырып... «Бәхетле мәлдәр еткәс табырмын әле», – тип уйлай ул шул саҡ.
«Мин һине шул хәтлем яратам, – тип шыбырлай ул иҫһеҙ ятҡан Тимеренә. – Бөтә ауырлыҡтарҙы ла бергә үтербеҙ. Мин һинең яныңда, һинең менән».
Һәм ысынлап та шулай була.
Венера һөйгәнен бала ҡарағандай бағып, тәрбиәләп ала. Операция өҫтөнә операция, аҙаҡтан дауаланыуҙар, реабилитация, аяҡҡа баҫыуҙар. Шатлыҡлы мәлдәрҙе бергә кисереү. Бер ғаилә, бер бөтөн булып йәшәп китеү.
Тик араларында әлеге сер бар йәштәрҙең. Әлегә ул сиселмәгән, әлегә хатта һыҙлауыҡ булып тулышмаған да. Венера аборт яһатып юлға сыҡҡас, Тимер ятҡан госпиталгә барып еткәнсе, әллә күпме юл михнәттәре күреп, өшөп-һелкенеп, ҡурҡып-борсолоп барып, ҡан юлдары асылып китеп, дауаханаға эләгә. Баҡтиһәң, баланы алғанда бер өлөшөн ҡалдырғандар икән. Ҡатын иһә тикшерелеп тә тормай юлға сыҡҡан. Табиптар тейешле булғанын эшләй – аналығын алып ташлайҙар. Ҡатын сырағы ҡырҡ, тигәндәй, аҙ ғына йүнәлеүе була, артабан ҡуҙғала Венера. Унда уны һөйгәне көтә! Артабанғы хәлдәрҙе һеҙ беләһегеҙ. Ә алдағыһын – юҡ. Әлегә берәү ҙә белмәй. Асылырмы ул сер Венера менән Тимер араһында, бәхет хаҡына ялған бәхетһеҙлекте кисерә алырҙармы бергә – билдәһеҙ. Уны-һын тормош күрһәтер.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина