Йәмғиәт
19 Июль , 10:00

“Улыбыҙҙы әрем эсереп аяҡҡа баҫтырҙыҡ”

Улыбыҙ аллергияға ҡаршы дарыуҙар эскәндән һуң, хәлһеҙләнеп ята. Теремек, йүгерек бала күберәк ята һәм уйнамай башланы. Был хәл беҙҙе ныҡ борсоно, беҙ нимә эшләргә лә белмәнек. Аптырап, баш ҡалаға ҙурыраҡ түләүле клиникаға барырға сиратҡа яҙылдыҡ. Сират еткәнсе, Зәүхиә апайға ла шылтыратырға булдыҡ...  

“Улыбыҙҙы әрем эсереп аяҡҡа баҫтырҙыҡ”“Улыбыҙҙы әрем эсереп аяҡҡа баҫтырҙыҡ”
“Улыбыҙҙы әрем эсереп аяҡҡа баҫтырҙыҡ”

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙең иғтибарға үләндәр менән дауалаусы, халыҡ табибәһе Зәүхиә Ҡәҙербәкованың яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. 

"Бер кеше үткән-кисергән хәлде икенсе кеше үҙе кисергәс кенә аңлай. Йылдан артыҡ тирәһе Ф. исемле ҡатын шылтыратты. Уның улының күҙҙәрен ниндәйҙер дауалай алмаҫлыҡ инфекция зарарлаған һәм өс йылға яҡын барған дауалау ваҡытлыса ғына ярҙам итеп тора ла, был сир кире әйләнеп ҡайтҡаны билгеле булды. Бала яҡтылыҡҡа күҙҙәре менән ҡарай алмай, күҙҙәр йыш эренләй, ҡыҙарып тора һәм иң хәүефлеһе - насар күрә башланған. Уның әсәһе Ф.-ның был турала яҙған тарихы менән танышайыҡ. Йәйәләр эсендә – мин яҙған комментарийҙар.

“Мин улым менән булған тарихты яҙып киткем килә. Бәлки беҙҙең кеүек интегеүселәр булһа, беҙҙең тарих уларға ярҙам булыр. Мин Әбйәлил районынан Ф.булам. Өс йәшлек улым йәй көнө коньюктивит менән ауырып китте.

Башта үҙе бөтөр тип, ныҡлы иғтибар бирмәнек. Электән ишетеп белгән ысулды ла ҡулландыҡ. Сәйҙе төнәтеп, мамыҡ менән һөрттөк. (Әлбиттә, был сир килеп сығыу менән табиптарға мөрәжәғәт итеү, уларҙың консультацияһы мөһим. Әгәр ундай мөмөкинселек юҡ икән, әрем төнәтмәһе менән йыуыу күпкә һөҙөмтәлерәк. Ярты литр һыуға бер сәй ҡалағы әремде өймәләм итмәйенсә һалып, 2-3 минут ҡайнатабыҙ ҙа йылымыс булғас, һөҙөп, битте, күҙҙәрҙе йыуабыҙ. Аллергия булмаған осраҡта ғына.)

Улымдың уң яҡ күҙ ҡабағы шеште, күҙенән эрен сыға башланы, бала интекте. Беҙ тиҙ арала түләүле, түләүһеҙ поликлиникаларға йөрөй башланыҡ. Аллергия тип диагноз ҡуйҙылар, был сирҙән антигистамин дарыуҙар эстек. Күҙҙәренә дарыуҙар тамыҙҙыҡ, ваҡытлыса еңеллек килде.

Сир ныҡлап сигенмәгәс, төрлө табиптарға йөрөй башланыҡ. Дауаланыу ваҡытлыса ярҙам итте, тик күҙҙәр яңынан шеште. Улыбыҙ аллергияға ҡаршы дарыуҙар эскәндән һуң, хәлһеҙләнеп ята. Теремек, йүгерек малай күберәк ятып тора һәм уйнамай башланы. Был хәл беҙҙе ныҡ борсоно, беҙ нимә эшләргә лә белмәнек.

Шулай булһа ла, дауалауҙы дауам иттек. Өс йыл буйы көрәштек был сир менән. 5 табипта булып, барыһының да дауалауҙарын үттек. (Табиптар үҙҙәренең тейешле дауаһын биргән).

Аптырап, баш ҡалаға ҙурыраҡ түләүле клиникаға барырға сиратҡа яҙылдыҡ. Сират еткәнсе, Зәүхиә апайға ла шылтыратырға булдыҡ. Уға шылтыратып һөйләшкәс, түләүле клиникаға барғансы, бәлки, ярҙамы тейә башлар тип уның кәңәштәрен дә ҡуллана башланыҡ. (Мин нимәнән сығып эш иттем? Беренсенән, бик күп антибиотиктар, төрлө дарыуҙар эселгән. Улар бик файҙа бирмәгән. Тимәк, иң беренсе баланың иммунитеты көрәшмәй, унда инфекцияны еңә торған көс юҡ, тип һығымта яһайбыҙ. Хатта табиптарҙың дауаһын алғанда ла, беҙ үҙебеҙҙең иммун системаһы бергә көрәшһә генә еңә алабыҙ. Иммунитетты күтәрә торған итеп ашауҙы үҙгәртергә, күҙәнәктәргә көс бирергә һәм улар үҙҙәре көрәшә башларға тейеш. Инфекция дарыуҙарға бирешмәй, ваҡытлыса баш баҫып тора ла ҡалҡып сыға, тимәк, тәбиғи антибиотиктар эсеп ҡарарға кәрәк. Аллаһы Тəғəлəнең бушлай аптекаһында файҙалы һәм көслө антибиотиктар бик күп. Күп дарыуҙар эсеү арҡаһында баланың бауырына ла ауырлыҡ килгәндер, үт сығыуы ла насарайғандыр. Бауырҙы токсиндарҙан таҙартырға һәм бауыр сәләмәтләндерә торған үләндәр, һуттар эсергә кәрәк. Шулай уҡ хәлһеҙләнеп ятыу – уның эсәктәрҙә дисбактериоз булып, унда зыянлы бактериялар, паразиттар, грибоктар үрсеп, ашағанын үҙләштерергә бирмәйенсә, баланы эстән ашап, хәлен алып яталарҙыр. Ғөмүмән, оҙаҡ эселгән дарыуҙар, бигерәк тә антибиотиктар беҙҙең файҙалы бактерияларҙы ҡыйрата, был осраҡта эсәктәрҙә ашаған ризыҡ йүнләп эшкәртелмәй. Был күренеш булғанда махсус балалар өсөн сығарылған дисбактериоздан БАДтар эсергә мөмкин. Бала хәлһеҙләнеп ята икән, тимәк “этому место быть”! Ошондайыраҡ уй тыуҙы минем башта. Балаға бер ниндәй зыян бирмәй торған, уның иммунитетын күтәрә торған, эсендә үрсеп, уның күҙенә хәтлем барып еткән инфекцияны ҡыйратыу, бөтөн организымын зыянлы бактерияларҙан, паразиттарҙан таҙартыу “в любом раскладе” балаға файҙаға ғына буласаҡ).

Иң беренсе балаға әрем эсерә башланыҡ. Туҡланыуҙы үгәрттек. Аҡ ондан бешерелгән, шәкәрле ризыҡтарҙан, магазиндан алып ашаған тәмләткестәрҙән баш тарттыҡ. (Уларҙан баш тармаһаң, бөтә тырышлыҡ бик әҙ файҙа бирергә мөмкин. Беҙ көндөҙ ҡыйратабыҙ, ә улар төн сыҡҡансы баланың ашаған тәмле, шәкәрле ризығын ашап, үрсей. Төн сыҡҡансы миллион паразит үрсергә мөмкин тип яҙа белгестәр. Ә бына төнгөлөккә эскән әрем һыуы уларға ағыу, етмәһә, бала уларға яраҡлы ризыҡты ла ашамай. Үрсергә форсат юҡ, үрсегәндәрен ҡыйратабыҙ).

Һыу эсеү режимын көйләнек. Файҙалы йәшелсә аштары, бутҡалар, салаттар, ҡара ондан икмәк бешереп ашай башланыҡ. Баланың ашауы ныҡлы контролгә алынды. Иң мөһиме – әрем! Иртәнсәк торғас, биш бөртөк сәскәһен һыу менән йотһа, көндөҙ һәм йоҡларға ярты сәғәт ҡала бишәр ҡалаҡ төнәтмәһен эсерттек. Шуныһы ҡыуаныслы булды: әрем эсә башлап, бер-ике көн үтеүгә йоҡонан торғанда күҙҙәре эренләмәй, күҙе асыла башланы. Ул яҡтылыҡҡа ҡарай алмай, ҡурҡа ине. Ул да бөттө. Шунан ете көн дауамында әремгә өйрәнгәс, ударная доза эстек. Ете көн дауамында өс сәғәт һайын әрем эсеп, күҙе ныҡлап асылды. Шеше оҙаҡ ҡына китте. Шунан ете көндән һуң әремде көнгә өсәр тапҡыр эсерә башланыҡ. Әрем менән бер рәттән бер сәй ҡалағы дегәнәк япрағы һуты ла эсерә башланыҡ. Бер ай үтеүгә, күҙе ныҡ яҡшырҙы. (Ни өсөн дегәнәк япрағы һуты ла ҡуштыҡ? Сөнки бында принцип “наверняка” кәрәк ине. Ә дегенәк һуты бар йәштәгеләргә лә бауырҙы сәләмәтләндереү өсөн генә түгел, ә иммунитетты ныҡ күтәрергә ярҙам итеүсе һут. Уның тураһында күп яҙҙым, ҡабатлап тормайым. Ябай ғына итеп аңлағыҙ – хәл бирә, бауырҙы сәләмәтләндерә. Тимәк, бар ағзалар сәләмәтләнә. Шулай уҡ ул антипаразитарный һут та әле. Уны аллергиялары булған кешеләр ҙә эсә ала, әҙләп өйрәтеп).

Клиникаға барырға сират еткәс, барҙыҡ. (Барырға кәрәк, махсус белгестәр заманса аппараттар менән ентекләп тикшерә, кәңәштәр бирә, ваҡытында тайпылыштарҙы ла күрә).

Бар анализдарҙы тапшырҙыҡ. Инфекционистҡа ла индек. Табиптар бындай һығымтаға килде: улыбыҙҙың эсәгендә аскаридтар һәм гельминттар булған. Әрем менән дегәнәк һуты уларҙы ҡыйратҡан һәм артабан үрсергә бирмәгән. Дөрөҫ туҡланыу иммунитетты күтәргән, әрем паразиттарҙы ҡыйратҡан, шуға баланың күҙе һауыҡҡан. Улыбыҙға улар тәҡтим иткән күҙ витамидарын эсерҙек, “для местного применения” тигәндәрен һөрттөк. (Әрем – иң әсе үлән. Уның составында булған әсе гликозид бар паразиттарҙы ла үлтерә тип беҙгә Авиценна яҙып ҡалдырған. Ә паразиттар тәндең теләһә ҡайһы өлөшөндә үрсергә мөмкин, теләһә ҡайһы ағзаны зарарлай. Ә әремгә барыбер, улар ҡайҙа оялаған, уларҙы бар ерҙән дә ҡыуалай. Тик етешле һәм ваҡытын тейешле эсергә кәрәк. Ҡан сосудтарына ла инәләр, унан да ҡыуалай, ҡанды ла таҙарта. Паразиттарҙан ғына түгел, инфекциянан да. Бына шунлай ғәжәйеп үлән үҫә сүп һәм күҙ көйөгө булып, яландарҙы тултырып, тау баштарын ҡаплап, үҙәндәрҙе хуш еҫе менән аңҡытып. Меңəрлəгəн кешелəр әремде эсеп, файҙа күреүе тураһында рəхмəт əйтеп яҙа. Тик рəхмəт Аллаһы Тəғəлəгə! Уның ҡөҙрəте менəн барығыҙға етерлек булып үҫә ул. Яҙмаларҙы уҡып, күптәрҙең эсә башлауы – ул килəсəккə сəлəмəт йəшəүгə, бик күп ауыр сирҙəрһеҙ йəшəүгə инвестиция. Аллергияһы булған, ауырлы, имеҙеүсе ҡатындарға ҡулланыу тыйыла. Ҡулланыр алдынан дауалаусы табиптар менән кәңәшләшегеҙ!).

Шулай итеп, балабыҙ һау-сәләмәт. Тирә-яҡҡа, матур, ҡояшлы, ап-аҡ ҡарлы, ғәжәйеп тәбиғәттең сағыу төҫтәренә ҡурҡмайыса ҡарап йәшәй. Уның сире беҙҙе лә үҙгәртте. Беҙҙең тирә-яҡ тәбиғәткә ҡарашты үҙгәртте. Ашауҙы ла үҫеп килгән балаларыбыҙҙың сәләмәтлегенә файҙа бирерлек итеп үҙгәрттек. Балалар грипп менән ауырымай, тип әйтерлек. Ә әрем беҙҙең иң яратҡан үләнгә әйләнде, ул беҙҙең – ғаилә докторы. Ғаилә менән эсәбеҙ, файҙаһын ныҡ күрәбеҙ. Бына тағын һап-һары булып, тирә-яҡҡа хуш еҫен таратып сәскә атыр ваҡыты етә. Алла бойорһа, йыйырға сығабыҙ. Үҙем дә йоҡонан уянғандай йәшәй башланым. Үҙем икмәк бешерәм, ябай ғына салаттар яһайым. Мең төрлө файҙалы ризыҡ рецептары бар. Аллаһы Тәғәләмә рәхмәт, ваҡытында башыма дөрөҫ уй инде. (Ә мин Ф.-ға рәхмәтемде яҙам. Ҙурҙан! Был тарихты яҙып, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән изге уйы өсөн уны Аллаһы Тәғәлә ҙурлаһын. Был файҙалы белем таратыуҙыр тип уйлайым. Беҙҙең яҙғаныбыҙ бер генә кешегә ярҙам итһә лә, юҡҡа яҙманыҡ тип уйларбыҙ)".

Зәүхиә Ҡәҙербәкова-Низамиева. 

ИҒТИБАР: Аллергияһы булған, ауырлы, имеҙеүсе ҡатындарға әрем ҡулланыу тыйыла. Ҡулланыр алдынан дауалаусы табиптар менән кәңәшләшегеҙ!

 
Гөлдәр Яҡшығолова фотоһы
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас