Йәмғиәт
18 Июля , 07:00

Дегәнәк һутының файҙаһын беләһегеҙме?

Дегәнәк япрағы һуты - бик күп ауырыуҙарҙан дауа. Бигерәк тә кистаны бөтөрөүҙә файҙалы.

Дегәнәк һутының файҙаһын беләһегеҙме?Дегәнәк һутының файҙаһын беләһегеҙме?
Дегәнәк һутының файҙаһын беләһегеҙме?

Дегәнәк халыҡта төрлө шештәрҙе һурыусы үҫемлек булып киң таралған. Миома, фибриома кеүек шештәрҙе лә бөтөрөү үҙенсәлегенә эйә. Шулай уҡ организмдағы матдәләр алмашыныуҙы ла көйләй; ашҡаҙан-эсәк буйын да дауалай, ҡанды таҙарта.

Дауаланыу өсөн дегәнәктең йәш япраҡтарын (һут эшләү өсөн япраҡтарҙы яҙҙан — август айына тиклем һут йыйырға була) йыйып алып йыуырға, ит турағыс аша үткәреп һутын һығып алырға, һутты быяла һауытҡа ҡойоп һыуытҡыста һаҡларға.

Схема буйынса ҡалдырмай ғына эсергә.

- 1-се һәм 2-се көн — көнөнә ике тапҡыр берәр балғалаҡ;

- 3-сө, 4-се һәм башҡа көндәрҙә көндәрҙә — берәр аш ҡалағы һут көнөнә өс тапҡыр.

Дауаланыу курсы бер ай дауам итә.

Әгәр ҙә шеш тулыһынса бөтмәй икән, бер ай ял итергә лә дауаланыуҙы дауам итергә була. Ошондай өс курс үтергә мөмкин.

Үләндәр менән дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр” төркөмө.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас