Йәмғиәт
18 Июля , 10:00

«Беҙ бармаһаҡ, кем барыр?»

Ҡалабыҙҙың үҙәк паркында балалары менән шау-гөр килеп шаярған, бер ҡулы бинт менән уралған ир иғтибарымды шунда уҡ үҙенә йәлеп итте. Эргәләрендә уларҙы ситтән генә күҙәтеп ҡатыны бәхетле йылмая. Ирҙең махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугир икәнен аңлап, яндарына килеп сәләм бирҙем. Улар Яңы Әптек ауылынан Зәйнуллиндар ғаиләһе булып сыҡты. Ауыл кешеләре менән тәү күрешкәндә үк ихлас һөйләшеп китеүе ҡыйын түгел, һүҙҙәр һүҙгә ялғанып, ир үҙе тураһында һөйләп бирҙе.

«Беҙ бармаһаҡ, кем барыр?»«Беҙ бармаһаҡ, кем барыр?»
«Беҙ бармаһаҡ, кем барыр?»

Ғаилә башлығы Марсель, яраланыу сәбәпле, 30 көнлөк отпускыға ҡайтҡан. Уға алғы һыҙыҡҡа кире барырға һанаулы
ғына көндәр ҡалған.

Ир 2022 йылдың 16 октябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операцияға юлланған. Дүрт бала атаһы булыу сәбәпле, ул 2025 йылдың ғинуарында өйгә ҡайтарыла. Ҡалабыҙҙың әүҙем ирекмәндәре Резеда һәм Салауат Ғәлимовтар менән гуманитар ярҙам йыйып, күп тапҡыр яҡташ яугирҙарға ылау йөрөтә. Бер барғанында үҙенең бергә хеҙмәт иткән егеттәре менән дә осраша.

- Хәрби иптәштәрҙе барып күргәс, йөрәгем әллә нишләне, тыныслығым юғалды. Мин – бында, улар – тегендә. Был дөрөҫ түгел, тип уйланым. Кәләшем Юлиәне яңынан борсоуға һалмаҫ өсөн, эшкә китәм, тип алдаштырҙым. Өйҙәгеләр әйберҙәремде, барлыҡ кәрәкяраҡтарҙы йыйып, хәйерле юл теләп, тыныс ҡына хушлашып ҡалды. Хәрби контракт төҙөп, яңынан МХО биләмәһенә килгәс, өйгә шылтыратып әйттем, - тине яугир.

Ул Донецк өлкәһенең Покровск йүнәлешендә пилотһыҙ осоу аппаратын ташыу ротаһында хеҙмәт итә. Һуңғы тапҡыр квадроциклында алғы һыҙыҡҡа ылау алып китеп барғанда уны дрон баҫтырып тота.

- Артымда ултырған иптәш егет елкәмә төртөп: «Дрон!» - тип ҡысҡырҙы һәм һикереп төшөп ҡалды. Әйләнеп ҡарағанда теге “ҡошсоҡ” биш метр алыҫлыҡта ғына ине. Мин дә артынса һикерҙем. Шунан шартлау яңғыраны. Аҙаҡ, башҡалар һөйләүенсә, шунда уҡ иҫемде юғалтҡанмын. Егеттәр килеп, тәүге ярҙам күрһәткән, эвакуация
төркөмөн саҡыртып, мине яу яланынан сығарып, Донецкийға ебәргәндәр. Иптәшем дә иҫән ҡалған, - тип һөйләне Марсель.

Әйткәндәй, үҙенсәлекле француз исемен йөрөткәне өсөн, тегендә яугирҙың хәрби ҡушаматы ла “Француз” икән. Артабан Марсель яраланыу буйынса 30 көнлөк ял алып, тыуған яҡтарға ҡайта. Бында хәрби комиссариатҡа инеп, үҙәк район дауаханаһында яраланған ҡулына операция эшләтергә рөхсәт ҡағыҙы ала. Операцияны уға үҙебеҙҙең үҙәк район дауаханаһының травматологы Артур Сөләймәнов эшләй.

- Операцияны уңышлы башҡарҙылар. Бармаҡтарым әкренләп йөрөй башланы. Артур Фәрит улына һәм медицина персоналына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Өйҙә хатта стеналар ярҙам итә бит, тиҙ йүнәлдем. Тегендәге егеттәр менән көн һайын хәбәрләшеп торабыҙ, юлға сығырға ваҡыт етте. Иптәштәр көтә, - тип белдерҙе яҡташым.

Мәж килеп уйнап йөрөгән дүрт улына ҡарап, «Француз»ға һорауымды бирмәй булдырманым:

- Ғаиләңде, балаларыңды ҡалдырып китеүе ҡыйын түгелме, малайҙарға бит атай кәрәк, Марсель?

- Мин үҙем Ишембайҙа тыуып үҫтем. Тәүҙә – икенсе мәктәптә, һуңынан Нефтсе биҫтәһендәге 17-се мәктәптә уҡыным. Һуңынан өлкән кластарҙа атайым, өләсәйеңә ярҙам итерһең, тип Йәнырыҫ ауылына алып ҡайтты. Бәләкәйҙән ер һәм башҡа эштәрҙе белеп, башҡарып үҫтем. Хеҙмәт юлымды 14 йәштә үк башланым. Һөнәри белем алырға тура килмәне. Ике йыл әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, беренсе тапҡыр өйләндем. Рөстәм һәм Тамерлан исемле улдарым тыуҙы. Яҙмыш ҡушыуы буйынса юлдарыбыҙ айырылды. Әммә балаларҙы ташламаным. Бөгөнгәсә улар мине яратып, атай, тип өҙөлөп торалар. Һуңынан әлеге кәләшем Юлиәгә өйләнеп, тағы Ислам һәм Рамаҙан исемле улдарыбыҙ тыуҙы. Аллаға шөкөр, малайҙарым үҙ-ара дуҫ, татыу булып үҫеп киләләр. Ололары тәүге ҡатыным менән Стәрлетамаҡта йәшәй. Һәр каникул һайын ауылға ашҡынып киләләр. Бәләкәстәре ағайҙарын һағынып көтөп ала. Ошо дүрт улымдың киләсәктәре матур, күк йөҙө тыныс булһын, уҡып, матур һөнәр алып, яҡшы йәшәһендәр, аталарына ҡарап һәр саҡ ғорурланһындар, тип уйланым. Улар һәм көн-төн иҫән икәнемде белдереп шылтыратыу йәки хәбәр остоғо көткән Юлиәм хаҡына үҙемде һаҡларға тырышам. Заданиеға барған саҡта алдан да, арттан да иғтибарлы булып, доғаларымды уҡып йөрөйөм. Беренсе тапҡыр ҡайтарғанда ҡалырға ла була ине, әммә беҙ бармаһаҡ, кем барыр? - тип яуап бирҙе яугир.

Яугирҙың тормош иптәше Юлиә ауылда донъя көтөү, малайҙар тәрбиәләү менән бер рәттән гуманитар ярҙам әҙерләүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Көн һайын тиерлек ҡалаға автобус менән йөрөп, «Йөрәк ҡушыуы буйынса» ирекмәндәр штабында яугирҙарға кейемдәр, дронға ҡаршы одеялдар тегешә. Әйткәндәй, «Йөрәк ҡушыуы буйынса» ирекмәндәр төркөмө ағзалары «Француз»ға генераторҙар, пауэрбанктар, «Нива» машинаһы өсөн тәгәрмәстәр, шуруповерт һәм башҡа бик күп кәрәкле әйберҙәр тапшырған.

Хәтһеҙ ваҡыт һөйләшеп торғас, яңы таныштарым менән йылы хушлашып, иҫәнлек теләп, юлымды дауам иттем. «Иҫән-һау йөрө, «Француз»! Юлдарың һәр саҡ уң булһын!»

Автор һәм Марсель ЗӘЙНУЛЛИН фотолары.

«Беҙ бармаһаҡ, кем барыр?»
«Беҙ бармаһаҡ, кем барыр?»
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас