

Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Хәбибуллиндарҙың ғаиләһе бәләкәй генә утрауҙы хәтерләтә. Бында өләсәй менән олатайҙың наҙына һөйөнөп, уларҙың иғтибарына төрөнөп, алты бала ҡанат нығыта. Үҙ-ара татыу, берҙәм булған балаларҙың бәләкәсерәктәре әсәй менән атайҙың юҡлығын тоймаһа ла, ололары Ватан алдында хәрби бурысын үтәгән аталарын ғорурланып иҫкә ала.
Руслан Вәли улы 2024 йылдың ғинуарында махсус хәрби операцияға юлланып, күп тә үтмәй шул уҡ йылдың 23 февралендә батырҙарса һәләк була. Етенсе тиҫтәләрен ҡыуған Бейбитгөл апай менән Вәли ағайға биш ейәнсәренә һәм бер ейәненә атай ҙа, әсәй ҙә булырға тура килә. Үҙҙәре балаларын күптән
башлы-күҙле итеп, хәҙер хаҡлы ялда булған олатай менән өләсәй оло һынау алдында юғалып ҡалмай.
- Кәләшем менән бергә тормош ҡороуыбыҙға - 40 йыл. Дүрт ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Руслан улыбыҙ илдә хәлдәр еңелдән булмағас, тыныс ҡала алманы. Балаларының киләсәген уйлап, тыныс тормош хаҡына тип, махсус хәрби операцияға юлланды. Ғәзиз улыбыҙҙы юғалтыу ауыр булһа ла, ейәнейәнсәрҙәребеҙҙең яҙмышы, киләсәге өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоп, үҙебеҙҙе тиҙерәк ҡулға алдыҡ. Аптырап ҡалманыҡ, кәләш менән икәүләп ең һыҙғанып, тағы ла дәртләнеберәк донъя көтә башланыҡ. Аллаһы Тәғәлә тик улдар ғына бирһә лә беҙгә, олоғайған көнөбөҙҙә береһенәнбереһе һөйкөмлө, сәскә кеүек биш ейәнсәр һәм бөркөттәй ейән алып килеп тотторҙо. Ҡыҙҙарҙы үҫтереү бөтөнләй икенсерәк икән. Улар күберәк өләсәләре янында. Ә Арсен ейәнем – хас бәләкәй Руслан. Улымдың дауамы. Мин ҡайҙа – ул да шунда, - тине Вәли ағай һөйөнөп. Ғаиләләге бер бөртөк малай, алты йәшлек Арсен, ҡул араһына күптән кергән, олатаһынан бер тотам да ҡалмай, артынан эйәреп, хужалыҡтағы барлыҡ эштәрҙе башҡарыша. Ғаилә башлығы нимәгә тотонһа, шунда булыша: сөй, йә булмаһа сүкеш килтерә, мунсаға һыу, утын ташыша. Бәләкәй генә булһа ла, апалары һәм һеңлеләре өсөн үҙен яуаплы тоя ул – был хатта уның хужаларса атлап йөрөшөнән һиҙелә. Ҡыҙҙар – өләсәйҙең иң шәп ярҙамсылары. Бергәләп ҡоймаҡ ҡоялар, бәлеш бешерәләр, һауыт-һаба йыуалар, баҡса утайҙар, ғөмүмән барлыҡ эштәрҙә ярҙам итеп йүгереп йөрөйҙәр. Оло игеҙәктәр Аделина менән Айгүзәл Салауат педагогия колледжында тегенсе һөнәрен үҙләштергән. Ҡыҙҙар артабан электрон хисаплау машинаһы операторына уҡып сығырға ниәтләй.
Алтынай – дүртенсене, Асилә икенсене тамамлаған. Арсен быйыл мәктәпкә барасаҡ. Ә Алина иһә балалар баҡсаһына йөрөй. Уҡыуҙа ла, спорт ярыштарында ла һынатмайҙар. Бәләкәстәр төрлө ижади түңәрәктәргә йөрөй, каратэ буйынса турнирҙарҙа алдынғы урындар яулай.
- Бер-береһе менән ныҡ дуҫтар. Өлкәндәре бәләкәстәре өсөн өҙөлөп тора. Дәрестәрен әҙерләшәләр, уйнайҙар, ҡыҙҙарҙың сәстәрен үрешәләр. Беҙ ҙә иптәшем менән, балалар етемлекте тоймай үҫһендәр, тип бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Тыуған көндәрҙе күңелле итеп үткәреү беҙҙең изге бер йолаға әйләнде – ҙур байрам ойоштороп, төрлө әкиәт персонаждарын саҡыртып, күңелдәрен асабыҙ. Ауыл Советы хакимиәте, мәктәп тарафынан иғтибар ҙур. Берәй ярҙам кәрәкмәйме, тип һорашып, хәлебеҙҙе белешеп торалар. Мәктәп, балалар баҡсаһы коллективы төрлө илһөйәр сараларға саҡыра, Руслан улыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алалар. Ауыр ҡайғы кисергәндән һуң күмәкләп артабан йәшәргә өйрәндек. Психологтарҙың ярҙамы ҙур булды. Хәҙер балалар аталарын ғорурлыҡ менән иҫкә ала. Беҙ яңғыҙ түгел икәнебеҙҙе күреп, тойоп йәшәйбеҙ. Аллаһы Тәғәләнән ошо кескәйҙәрҙе иҫән-һау үҫтерер өсөн тик һаулыҡ ҡына һорайым, - тип белдерҙе Бейбитгөл Абдрахман ҡыҙы.
Балалар ысынлап та өләсәй менән олатайҙың матур тәрбиәһен алып, тәртипле, аҡыллы, тәүфиҡле булып үҫеп килә. Уларҙың үҙаллы булыуы күҙгә тиҙ салынды. Мәҫәлән, өләсәләре сәйнүккә тотоноу менән, ҡыҙҙар өҫтәлгә сынаяҡтар теҙә, һыуытҡыстан алып ризыҡтар ултырта башланы. Бәләкәстәр ҡулдарын йыуып, өҫтәл артына ултыра һалды. Ләкин олатай килеп, үҙ урынына ҡунаҡламайынса, берәү ҙә алдан төшөп ашай башламаны. Сәйҙән һуң ҡыҙҙар тиҙ генә һауыт-һабаны йыуып та ҡуйҙы. Ә бәләкәй Арсен етди генә ҡиәфәттә кейем-һалым, китап, уйынсыҡ шкафтарын асып күрһәтте. Бөтә ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек хөкөм һөрә. Иң бәләкәй Алина йә олатаһы ҡосағында, йә өләсәһе тубығына ятып иркәләнеп-иркәләнә.
- Беҙҙе тәрбиәләп, хәстәрләп торған ҡәҙерлеләребеҙгә оло рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, һәр ҡайһыбыҙ тормошта кәрәкле һөнәрҙәр алып, лайыҡлы донъя көтөрбөҙ, - тип белдерҙе игеҙәктәрҙең береһе Айгүзәл.
Шулай ғүмер дауамында бер-берегеҙ өсөн өҙөлөп, татыу һәм берҙәм булһағыҙ, бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмаҫһығыҙ, барлыҡ изге хыялдарығыҙ, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр. Ағастың да бит тамыры ныҡлы булһа, елгә бирешмәй.
Автор фотолары.