Йәмғиәт
10 Июля , 03:11

Ял да итәләр, дини белемдәрен дә байыталар

Ишембай районы мөхтәсибәте эргәһендә һуңғы йылдарҙа балаларҙың йәйге ялын фәһемле һәм файҙалы итеп ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә. Икенсе йыл рәттән 8-15 йәшлек малайҙар өсөн "Йәйге курс" проекты тормошҡа ашырылып килә. Проекттың маҡсаты итеп үҫмер егеттәргә ислам нигеҙҙәрен һәм ғәрәп телен өйрәтеү менән бергә ҡыҙыҡлы һәм әүҙем ял ойоштороу ҙа ҡуйыла.

Ял да итәләр, дини белемдәрен дә байыталарЯл да итәләр, дини белемдәрен дә байыталар
Ял да итәләр, дини белемдәрен дә байыталар

Тәүге ял июнь айында ойошторолдо. Был төркөмгә төрлө район ауылдарынан, ҡалаларынан, хатта илебеҙ башҡалаһы Мәскәүҙән дә малайҙар йыйылды. Ата-әсәләргә лә был проект бик оҡшай һәм уларҙың һорауы буйынса быйыл июль айына ла малайҙар төркөмө тупланды.

Курс барышында малайҙар ысын мосолман көнкүрешен өйрәнһә, шул уҡ ваҡытта йәмәғәт менән бергә ғибәҙәт ҡыла, берҙәмлеккә өйрәнә, ғәрәп теленең нигеҙҙәренә төшөнә, күңелле итеп ял итә, аң-белем даирәһен үҫтерә. Быларҙың барыһына юл һалыусы һәм төркөм етәксеһе - йәш хәҙрәтебеҙ Самир. Ул Ҡөрьән-хафиз йәки изге китапты тулыһынса яттан белеүсе. Уның диндә ихласлығы, спорт менән шөғөлләнеүе, балаларҙы яратыуы һоҡландыра. Шуғалыр ҙа малайҙар уны "үҙ" итеп ҡабул итәләр.

Проектҡа ярашлыҡал ҡала һәм районыбыҙ буйынса походтар ойоштороу ҙа күҙ уңында тотола: Торатау геопаркы, Хажы мәмерйәһе, Аҙнай ауылы тауҙарына артылыу, тарихи музейҙар, ҡалалағы Башҡорт кадет корпусы, "Юрматы" спорт комплексы, бокс үҙәге һәм башҡа ҡыҙыҡлы урындар.

Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә балалар күп нимәгә өйрәнеп - белеп ҡалалар, бер-береһе менән аралашырға, шулай уҡ үҙаллы булырға өйрәнәләр.

Бындай шарттарҙа ҡыҙҙар өсөн дә ял ойоштороуҙы һораусы ата-әсәләргә һөйөнөслө хәбәр еткерергә ашығабыҙ - 12 июлдән был курс ҡыҙҙар өсөн генә асыла, рәхим итегеҙ. Хәбәрләшеү өсөн: 89174983919, 89874730490. Ашығығыҙ! Урындар сикле!

Автор:Мәҫкүрә Солтанова.
Читайте нас