Йәмғиәт
9 Июля , 11:23

Ғаиләләргә хөрмәт күрһәтелде

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Ишембай ирекмәндәре ЗАГС бүлеге менән берлектә райондың иң өлгөлө ғаиләләрендә булып, матур тормош юлын үтеүсе юбиляр парҙарҙы ҡотланы.

Ғаиләләргә хөрмәт күрһәтелдеҒаиләләргә хөрмәт күрһәтелде
Ғаиләләргә хөрмәт күрһәтелде

«Ныҡлы ғаилә» проекты "Берҙәм Рәсәй" партияһы тарафынан тормошҡа ашырылған күркәм йолаға әүерелде.

Яңы Әптек ауылынан Сәрүәр Ғәләүетдин ҡыҙы менән Рауил Әғлиулла улы  Нурдәүләтовтар бриллиант туйҙарын — бергә йәшәүҙәренең 60 йыллығын билдәләне. Уларҙың төп ғорурлыҡтары — өс балалары һәм биш ейән-ейәнсәрҙәре. Юбилей көнөндә уларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

58 йыл бергә тормош көтөүсе Фәйрүзә Барый ҡыҙы менән Ғабдрахман Хәйбрахман улы Хисаметдиновтар ҙа иғтибар үҙәгендә булды. Уларҙың никахы «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнгән.

Ишембай районының ЗАГС бүлегендә беҙ Бабайцевтарҙың яңы ғаиләһе барлыҡҡа килеүенә шаһит булдыҡ. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Виктория Сергей ҡыҙы менән Роман Сергей улы үҙҙәренең никахтарын законлаштырҙы. Йәш парҙы Ишембай районы муниципаль районы башлығы Азат Ишемғолов ҡотланы.

Өсөнсө балалары — бәләкәс Эльхан тыуған Гөлүсә менән Эльвир Кинйәбаевтар ғаиләһенә тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыу айырыуса тулҡынландырғыс мәл булды.

- Ғаилә — йәмғиәттең нигеҙе һәм ҙур байлыҡ. Ҡалабыҙҙың бөтә халҡына ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм йорттарығыҙҙа именлек теләйбеҙ, — тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Азат Альберт улы.

Ғаиләләргә хөрмәт күрһәтелде
Ғаиләләргә хөрмәт күрһәтелде
Ғаиләләргә хөрмәт күрһәтелде
Ғаиләләргә хөрмәт күрһәтелде
Ғаиләләргә хөрмәт күрһәтелде
Автор:
Читайте нас