

Гөләйшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы - оло хөрмәткә лайыҡ кеше. Уның тормош юлы - тырышлыҡтың һәм үҙ һөнәренә сикһеҙ тоғролоҡтоң яҡты өлгөһө.
Ишембай районының Юлдаш ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән айырылып тора.
- Миңә 6 йәш булғанда бер туған ҡустым Тимерйән тыуҙы. Ул 15 көнлөк кенә сағында атайыбыҙ Тимерҡаҙыҡ фажиғәле рәүештә үлеп китте. 10 йәшкә еткәс, беҙ әсәйемдең тыуған ауылы Этҡолға күсеп ҡайттыҡ. Әсәйем фермаға һауынсы булып эшкә урынлашты. Эш бик ауыр, көнөнә өс тапҡыр егерме-утыҙлаған һыйыр һауалар, шуға күрә ул өйҙә булмай ҙа ине тиерлек. Ҡустым Тимерйәнде ҡарау, донъя көтөү минең елкәлә булды. Шулай итеп бәләкәй саҡтан уҡ эшкә өйрәнеп, үҙаллы булып үҫтем, - тип һөйләй Гөләйшә апай. Мәктәпте “дүрт” һәм “биш” билдәләренә тамамлауына ҡарамаҫтан, ғаилә хәленә ҡарап, ҡыҙ артабан уҡыуын дауам итә алмай. Этҡол урта белем биреү мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлын Ишембай ҡалаһындағы трикотаж фабрикаһында башлай. Бик тырышып эшләй, шул осорҙа уға “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән значок бирәләр.
Кейәүгә сыҡҡас, башта - Кинйәбулатта, һуңынан Байғужа ауылында төпләнәләр. Тормоштарының йәме булып ике улдары тыуа. Ауылдан йөрөп эшләүе ауыр булыу сәбәпле, йәш әсәгә эшенән китергә тура килә. Тормош иптәше Раян Сәлихйән улы, йәш булыуына ҡарамаҫтан, Байғужа ауылында бригадир итеп һайлана. Ул тик егерме өс кенә йәш була. Шулай уҡ экономист, парторг та булып эшләй. 1981 йылдың 19 октябрендә Кинйәбулат ауылында балалар баҡсаһы асыла һәм Гөләйшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы унда тәрбиәсе булып эш башлай. Ситтән тороп, Өфө педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлап та өлгөрмәй, уны балалар баҡсаһының мөдире итеп ҡуялар.
- Дөйөм өҙлөкһөҙ хеҙмәт стажым 40 йылға яҡын, - тип уртаҡлашты Гөләйшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы. - Хаҡлы ялға сыҡҡансы, 30 йыл, балалар баҡсаһында эшләнем, шуның 20 йылында – мөдир вазифаһын етәкләнем. Эшемде яратып башҡарҙым, коллективыбыҙ бик татыу, дуҫ ине. Беҙҙең балалар баҡсаһы районда билдәле һәм маҡтаулы булды: төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, урындар яулап, гөрләп эшләнек. Үҙебеҙҙең төп эштән тыш, ауыл Советының, колхоздың йөкләмәләрен башҡарҙыҡ, уларға ярҙамсы звено булып торҙоҡ. Ҡыҙҙарым яҡшы булдылар, бөгөнгө көндә иҫкә алһам, хатта күңелем тулып китә.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, балаларға тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Гөләйшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Гөләйшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы ғаиләһендә лә өлгөлө һәм изге әсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире Раян Сәлихйән улы 48 йәшендә генә вафат була. Улдары Илшат та 36 йәшендә генә яҡты донъяларҙы ташлап китә.
- Илгиз улым бик яҡшы уҡыны, уны юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ алдылар, сөнки мәктәптә уҡығанда физика буйынса төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар яулай торғайны. Ул БДУ-ның физика факультетын тамамланы. Әлеге көндә Өфө фән һәм технологиялар университетында проректор булып эшләй, физика-математика фәндәре докторы. Өс малайға атай ул: Урал, Асҡар һәм Нур исемле ейәндәрем бар, - тине ғорурланып әңгәмәсем.
Гөләйшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы бер туған Тимерйән ҡустыһын ҡарай, ул - беренсе төркөм инвалиды.
- Көн дә унан рәхмәттәр алам: ашатҡанда ла, йыуындырғанда ла, сәсен алғанда ла - һәр ваҡыт изге теләктәрен еткерә. Шулай уҡ биш намаҙҙы ла ҡалдырмай уҡырға тырышам, Аллаһ Тәғәләнең ризалығын алырға яҙһын, - тине яҡташыбыҙ.
Гөләйшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы үҙенең бер нисә эшен күрһәтте. Ул “Ударник” колхозында эшләгән Байғужа ауылы халҡы тураһында папка төҙөгән. Папкала заманында колхозда эшләгән ауылдаштар тураһында мәғлүмәт, уларҙың фотолары, грамоталары тупланған. Был бик яҡшы һәм мөһим эш булып тора, ауыл тарихын һаҡларға, уны йәш быуынға еткерергә ярҙам итә. Икенсе эше “Байғужа ауылының гөл-сәскәләр үҫтереүсе уңған хужабикәләренең ихаталары” тип атала. Был папка, ысын мәғәнәһендә, күҙҙең яуын алып тора, шундай матурлыҡты күреп, гөл үҫтерә белгән ханымдарға, афарин, тип әйтергә кәрәк. Гөләйшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙының ихатаһы ла гөл-сәскәгә күмелгән. Урамында матурлыҡ, бер һүҙ менән әйткәндә, гармония хөкөм һөрә - бында, әлбиттә, эшһөйәр, булдыҡлы хужабикәнең тырышлығы бик ҙур.
Гөләйшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙына сәләмәтлек, оҙон ғүмер, яҡындарының изгелеген күреп, именлектә йәшәүен теләйбеҙ!
Автор фотолары.