

Һағынып ҡайттығыҙмы, һабаҡташтар,
Гел күңелдәге тыуған яҡтарҙы!
Ултырайыҡ әле, һөйләшеп
Үҙебеҙҙең йәшлек йылдарҙы!
Ошо шиғыр юлдары менән башланды бынан 55 йыл элек Түбәнге Әрмет урта мәктәбен тамамлаған класташтар осрашыуы.
Беҙ, 17 йәшлек ҡыҙҙар һәм егеттәр, сумаҙандарға аҡ хыялдар тейәп, тыуған нигеҙҙе ҡалдырып, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтыҡ. Һәр беребеҙ үҙенең һайлаған һөнәре буйынса белем алды, эшләне, ғаилә ҡорҙо, балалар үҫтерҙе. Ҡайһыбыҙҙы тыуған тупраҡ үҙенә тартһа, кемдәрҙер илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәне, хеҙмәт итте.
Ауылдашыбыҙ Вәдүт Ҡадыровтың шиғырындағыса:
Ауылыбыҙҙы урап аға,
Әрмет, Рәүҙәк, Егән һыуҙары.
Россияның барлыҡ ерҙәрендә
Осрай Әрметемдең ул һәм ҡыҙҙары.
Был донъяла иң ҡиммәтле нимә - кеше ғүмере. Әле яңы ғына, мин тыуҙым, тип донъяға ауаз һалаһың, ҡайһы арала инде аҡҡан һыуҙай, ғүмер үҙенең ололоғон тиҫтәләгән йылдар менән билдәләй. Бала саҡта һәр тыуған көндө шатлыҡ, һөйөнөстәр менән көтөп алаһың, үҫәһе, ҙур булаһы килә. Ә йылдар уҙған һайын әҙәм балаһы үҙенең юбилейҙарын, байрамдарҙы сабырыраҡ ҡаршы ала. Артҡа боролоп ҡараған һайын уҙған ғүмер юлдары, иҫтәлектәре күҙ алдына килә. Уҙған йылдар, үтелгән юлдар заяға уҙмағанмы, ғүмер көҙҙәренә кергәндә емештәр инде өлгөргәнме - бына шуларҙы әкрен генә барлай башлайһың. Класташтар менән уҙған ғүмер юлдарына ҡараш ташлап, бала саҡты, мәктәп йылдарын, йәшлекте иҫкә төшөрөп, яҡты хәтирәләргә бирелеп ултырҙыҡ.
Кисә барышында 1-се класҡа 43 бала килеп, уларҙы А һәм Б кластарына бүлеп уҡытҡан беренсе уҡытыусыларыбыҙ Рузый Нурислам ҡыҙы Кәримова һәм Кәримә Лотфрахман ҡыҙы Гутова, уҡытыусыларҙы, арабыҙҙан киткән класташтарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ.
Уҡыу йылдарына арналған викторина һорауҙарына тиҙ, етеҙ генә яуап бирҙек, ойошторолған уйындарҙа ла әүҙем ҡатнаштыҡ, үҙебеҙҙе йәп-йәш итеп хис иттек. Йырлап, бейешеп тә алдыҡ. Матур тормош юлы үткән, балалары өсөн өлгөлө олатай, өләсәй булған ҡыҙ һәм егеттәребеҙ менән һәр биш йыл һайын күрешеп торабыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, мул итеп әҙерләнгән өҫтәл табыны артында һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне.
Барыбыҙ ҙа был осрашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек кисерҙек. Кисәне ойоштороусы ҡыҙҙарыбыҙға рәхмәттәр әйтеп, ил көндәребеҙ тыныслығында:
Осрашыуҙар Хоҙай насип итһен,
Йәштәр еткәндә лә һикһәнгә!
- тип таралыштыҡ.
Фотолар автор архивынан.