Йәмғиәт
3 Июля , 09:00

«Афғанда йөрөп ҡайтыуыма башта ышанманылар...»

Районыбыҙҙа иңенә төшкән оло һынауҙы лайыҡлы үтеп, Ватан алдындағы бурысты намыҫлы үтәп, бөгөнгө көндә йәштәргә өлгө булып йәшәгән ир-уҙамандар байтаҡ. Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Сулпан Ҡотлобаевҡа заманында Афғанстанда интернациональ бурысын үтәргә тура килә. Ут эсендә йөрөп, тыуған төйәгенә иҫән-һау ҡайтып төшкән егет тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, матур итеп донъя көтә.

«Афғанда йөрөп ҡайтыуыма башта ышанманылар...»«Афғанда йөрөп ҡайтыуыма башта ышанманылар...»
«Афғанда йөрөп ҡайтыуыма башта ышанманылар...»

Сулпан Рафаил улы 1959 йылда Күгәрсен районының Йомағужа ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһындағы һөнәри техник училищела слесарь-ремонтсы һөнәрен үҙләштерә. Йүнәлтмә буйынса ике йыл - Благовещен ҡалаһында, һуңынан Салауатта эшләй. Үрге Этҡол ауылы ҡыҙы Азалия менән сәстәрен сәскә бәйләй, мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары донъяға килә. Йәш атай 1979 йылдың 16 апрелендә Ватан алдындағы бурысын үтәргә юллана.

- Әрмегә мин 20 йәштә барҙым. Украинаның Карпат яны хәрби округына элемтәсе булып хеҙмәткә алындым. Әҙерлек үткәндә кәрәк булыр, тип ашнаҡсы һөнәренә лә уҡыным. Һуңынан мине Карпат арты өлкәһендәге Мукачево ҡалаһына күсерҙеләр. Ул ваҡытта Винница ҡалаһында комсомолға индем. Бик матур ҡала ине. Беренсе тапҡыр төҫлө телевизор күргәнем ныҡ хәтеремдә ҡалған. Шулай итеп туғыҙ ай хеҙмәт иткәндән һуң, 1980 йылда 12 ғинуарында тревога менән торғоҙоп, поездарға тейәп, Афғанстанға ебәрҙеләр. Ҡайҙа барғаныбыҙҙы әйтмәһәләр ҙә, Германия, Польша, Венгрия эргәлә генә булғас, телевидение аша бөтәһен дә ишетеп белеп торҙоҡ. Аҙна ярым барғас, Үзбәкстандың Термез ҡалаһына килеп төштөк. Артабан ҡайҙа ебәргәндәрен көтөп ятырға тура килде. Шунда арабыҙҙа ашнаҡсылар барлығы менән ҡыҙыҡһындылар. Мин бер аҙым алға атланым, - ти ул үткәндәрҙе иҫләп.

Артабан башҡорт егете башҡалар менән бер рәттән ҙур десантсылар самолетына тейәлеп, Ҡабулға оса. Килеп төшкәс, көслө ут аҫтына эләгәләр. Шунда ул ысынлап ҡанҡойош эсенә эләгеүен аңлай.

Сулпан Ҡотлобаевты 781-се айырым разведка батальонына ашхана начальнигы итеп ҡуялар. Егеттең төп бурысы һалдаттарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү була. Аҙыҡ, кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡтар артынан Ҡаф тауҙарының бормалы юлдарынан күп үтергә тура килә. Засадаға эләккән, яраланған саҡтар ҙа була.

- Һыу алып ҡайтҡан мәлдәр хәтерҙә. Беҙҙең һыу ташығыс машина терпегә оҡшаған ине. Пулялар тишкеләп бөткәнлектән, һыу ағып бөтмәһен өсөн, шул ярыҡтарға ағас киҫәктәре тығып ҡуя инек. Эсергә һыуҙы Ҡабулдан ташыныҡ. Афған халҡы бик ярлы йәшәне. Совет ғәскәрҙәре унда балалар баҡсаһы, мәктәптәр төҙөнө, юлдар һалды. Батальонда – эстондар, латыштар, украиндар, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, башҡорттар, бүрәттәр, татарҙар һәм башҡа милләттәр булды. Афғанстандың тәбиғәте урыны менән матур, урыны менән ҡарарлыҡ та түгел. Беҙ барып төшкән йылды 100 йылға бер тапҡыр ҡар яуҙы, тауҙарҙа ныҡ һалҡын ине. Торған еребеҙ бысраҡ, батҡаҡҡа әйләнеп бөткәйне. Палаткалар ҙа етешмәй ине. Машинала, кузовта йоҡлап йөрөнөк. Һуңынан яйлап уңайлыҡтар булдырҙыҡ. Үҙем һөнәрем буйынса слесарь булғанлыҡтан ялан кухняһын йүнәтеп алдым.

1980 йылдың ғинуарынан июнгә тиклем прапорщик булып хеҙмәт итә, аҙаҡ колонналар оҙатып йөрөй. Һалдаттар араһында һары сире һәм тиф менән ауырыусылар күп була. Сулпан Рафаил улына ла хәрби госпиталдә ятып сығырға тура килә. Шул уҡ йылдың ноябрендә егетте 10 тәүлеккә отпускыға ҡайтаралар. Ул ваҡытта ауылдаштары Афғанстанда һуғыш барғанына ышанмай. Әсәһе лә тәүҙә улының ут эсендә йөрөгәнен белмәй. Отпускыһынан һуң срогын тултырып, 1981 йылдың майында тыуған яғына иҫән-һау ҡайтып төшә. Афғанстан тураһында иҫтәлек булһын тип ҡул сәғәте һәм магнитофон һатып ала. Ул ваҡытта Афған һуғышында ҡатнашыусыларға хәрби танытма бирелмәй. Күптәр егеттең иңдәрендә хәрби тәжрибә булыуына ышанмайыраҡ ҡарай.

Башта төҙөлөш ойошмаһында, Йомағужа һыуһаҡлағысында эшләй. Һуңынан ғаиләһе менән Салауатҡа күсенеп, комбинатта өлкән аппаратсы булып 27 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. 2020 йылда Ишембай ҡалаһына күсенәләр. Тормош иптәше менән өс бала - ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Бөгөн улар балаларына терәк-таяныс булып, ете ейән-ейәнсәренә һөйөнөп, бәхетле ғүмер кисерәләр.

- Ишембайҙағы яугир-интернационалистар мине үҙҙәренең йәмғиәтенә ихлас ҡабул итте. Бергәләп илһөйәр сараларға - класс сәғәттәренә, концерттарға, митингыларға, осрашыуҙарға йөрөйбөҙ. Үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләргә тырышабыҙ. Бөгөнгө ил һаҡсыларының иңенә төшкән бурысты бик яҡшы
аңлайбыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ, гуманитар ылау әҙерләшәбеҙ. Үҙебеҙҙең һәләк булған егеттәрҙең ғаиләләрен дә онотмайбыҙ. Өмәләр үткәрәбеҙ, хәлдәрен белешәбеҙ, ярҙам кәрәкһә, тиҙ генә бергәләшеп хәл итәбеҙ. Беҙҙең быуын Ватанға тоғро, рухлы итеп тәрбиәләнде, интернациональ бурысты намыҫ менән үтәнек. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙ өйҙәренә һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтһын, йәш быуын имен тормоштоң ҡәҙерен белеп үҫһен. Күк йөҙөбөҙ тыныс булһын, - тигән изге теләктәрен еткерҙе яугир-интернационалист.


Автор фотоһы.

«Афғанда йөрөп ҡайтыуыма башта ышанманылар...»
«Афғанда йөрөп ҡайтыуыма башта ышанманылар...»
«Афғанда йөрөп ҡайтыуыма башта ышанманылар...»
«Афғанда йөрөп ҡайтыуыма башта ышанманылар...»
«Афғанда йөрөп ҡайтыуыма башта ышанманылар...»
«Афғанда йөрөп ҡайтыуыма башта ышанманылар...»
«Афғанда йөрөп ҡайтыуыма башта ышанманылар...»
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас