

Йәшлек - кеше тормошондағы иң матур осор, ҡыйыу пландар, өмөт һәм асыштар мәле. Йәштәр - илебеҙҙең киләсәге. Уларҙың идеялары йәмғиәтте алға этәрә, яңы үрҙәр яуларға ярҙам итә. Беҙҙең район да үрнәк алырлыҡ талантлы ҡыҙҙары һәм егеттәре менән дан тота.
Мәҡәләм геройы - тырышлығы, маҡсатлы булыуы һәм ижади һәләте менән башҡаларға өлгө булған уңған ҡыҙ Илүзә Хәлитова. Ул - рухи байлығы, ғәҙеллелеге, тынғыһыҙ эҙләнеүсәнлеге һәм тыуған яғына булған һөйөүе менән айырылып тора.
Тормошта һәр саҡ ниндәйҙер идеялар менән янып йәшәгән, маҡсатлы, әүҙем кешеләр була. Илүзә лә тап шундай һыҙаттарға эйә. Уның ихлас йылмайыуы, асыҡ йөҙө, ыңғай энергияһы тәүге күреүҙән үк үҙенә йәлеп итә. Илүзә — оптимист. Уның өсөн тормошта “барып сыҡмай” йәки “булмай” тигән төшөнсә юҡ һымаҡ. Ул башҡарған һәр эшенә бөтә күңелен, көсөн һала. Эшендә лә яуаплылығы, егәрлелеге менән айырылып тора.
Әйҙәгеҙ, Илүзә Минебай ҡыҙы менән
яҡынданыраҡ танышайыҡ. Ул Түбәнге
Әрмет ауылында тыуып үҫкән. Өс бала
тәрбиәләнгән татыу ғаиләлә төпсөк ҡыҙ
ул, ике апаһы бар. Әсәһе бөгөнгө көндә
Түбәнге Әрмет мәктәбендә директор
кәңәшсеһе эшен башҡара, ә атаһы ирекле янғын һүндереүселәр етәксеһе булып эшләй. Илүзә бала саҡтан уҡ сәхнәне
үҙ итә, бигерәк тә бейеүгә күңеле тартыла. Мәктәптә лә, мәҙәниәт йортонда
ла театрҙа уйнай, һәр саҡ төп ролдәрҙе
башҡара. Хыялдар менән янып йәшәгән
ҡыҙҙың төрлө һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә
теләге ҙур була. Мәктәпте тамамлағас,
Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжына уҡырға инә. Унда Идара итеүҙе
документтар менән тәьмин итеү һәм
архив эше бүлеген тамамлай. Артабан
ҡыҙ юғары уҡыу йортона инергә теләген
белдерә һәм ситтән тороп Көньяҡ-Урал
дәүләт гуманитар-педагогия университетына Хоҡуҡ белеме һәм хоҡуҡ һаҡлау
эшмәкәрлеге бүлегенә уҡырға инә. Унда
уҡып йөрөгәндә Түбәнге Әрмет ауыл
биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр
Шаһиев Илүзәне ауыл мәҙәниәт йорто
мөдире итеп эшкә саҡыра. Ошо өлкәлә
ул алты йыл хеҙмәт итә. Бала саҡтан
сәхнә тормошон аңлаған һәм үҙ иткән
ҡыҙ эшен яратып башҡара. Ул ваҡытта
20 йәшлек кенә булыуына ҡарамаҫтан,
тырыш ҡыҙ мәҙәниәт йортон, ысын
мәғәнәһендә, күтәрә, ауыл тормошонда
ҡайнап йәшәй.
- Әнүр Әҙһәм улына бик рәхмәтлемен,
ул йәш булыуыма ҡарамаҫтан, миңә
ышанып, мәҙәниәт йорто етәксеһе
итеп ҡуйҙы, һөнәри юлымдың башына ҙур йоғонто яһаны. Шулай уҡ атаәсәйем, апайҙарым, әхирәттәрем
ярҙам ҡулы һуҙҙы, - ти Илүзә Хәлитова.
- Мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөгәндә
Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт
колледжына уҡырға индем, унда Социаль һәм мәҙәни ял эшмәкәрлеген
ойоштороусы квалификацияһын
үҙләштерҙем. Мәҙәниәт йортонда
эшләү дәүеремдә иң юғары ҡаҙаныш -
ул грант отоу булғандыр. Ике йыл рәттән
Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йорто иң яҡшы
мәҙәниәт йорттары рәтендә һаналып,
200 мең һумлыҡ грантҡа эйә булдыҡ.
Ошо аҡсаға мәҙәниәт йортона яңы костюмдар тектерҙек, ноутбук алдыҡ,
башҡа күп кенә эштәр башҡарҙыҡ.
Шул уҡ ваҡытта миңә артабан үҫергә
кәрәк ине. Әсәйем башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, миңә
лә был һөнәр бик оҡшай, шуға күрә
мәҙәниәтте мәғәрифҡа алмаштырырға
булдым. 2023 йылда мәктәптә эш башланым, бөгөнгө көндә ҡалабыҙҙың 15-се
мәктәбендә эшләп йөрөйөм. Башта педагог-китапханасы инем, яйлап тәрбиә
эштәре буйынса директор кәңәшсеһе
вазифаһын тәҡдим иттеләр. Шул уҡ
ваҡытта башланғыс кластар уҡытыусыһы
һөнәрен дә үҙләштерҙем. Тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе булып эшләү
бик күңелле һәм мауыҡтырғыс: төрлө
форумдарҙа, конкурстарҙа ҡатнашаһың,
еңеүҙәр яулайһың, ҡалабыҙҙан һәм
республикабыҙҙан тыш, Рәсәй буйлап төрлө ҡалаларҙа йөрөйһөң. Беҙ
махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан
яугирҙарыбыҙға уҡыусылар һәм атаәсәләр менән бергә гуманитар ярҙам
йыябыҙ, “Изгелек талисманы”, “Һалдатҡа
хат”, “Татлы күстәнәс” акцияларында ҡатнашабыҙ. Күберәк балаларҙы
илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә,
үҙҙәренең тыуған илдәрен яратһындар,
кәрәкле кеше булып үҫһендәр өсөн
тырышабыҙ. Шулай уҡ мәктәптә
Беренселәр хәрәкәте вазифаһын алып
барам. Баланың һәләтен күреп, уны
асып ебәрергә ярҙам итәбеҙ, дөрөҫ юл
күрһәтәбеҙ.
Бөгөнгө көндә Илүзә Хәлитова “Яңы
тәрбиә фәлсәфәһе” исемле конкурсҡа
әҙерләнә.
- Был конкурс бер нисә этаптан тора.
Уҡыусылар минең кандидатураны
тәҡдим итеп, беренсе, икенсе этаптарҙы
уңышлы үттем һәм тиҙҙән өсөнсө этап
уҙасаҡ. “Патриот” хәрби базаһында
“Рәсәй бөркөткәйҙәренең төбәк
дуҫлығы” исемле төркөмдөң кураторы
булып, балалар менән эшләп ҡайттым.
Командировкаларға ебәрһәләр, баш
тартмаҫҡа, тәжрибә тупларға, бар
нимәгә өйрәнергә тырышам. Күптән
түгел Башҡортостан телеүҙәгендә киң
мәғлүмәт саралары хәбәрсеһе белемен
дә камиллаштырҙым, - тип уртаҡлаша
ул.
Әле яҡташыбыҙ каникулдар осоронда
Ишембай балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайындағы “Рәсәй бөркөткәйҙәре
дуҫлығы” муниципаль сменаһында
эшләп йөрөй. Был лагерға Ишембай ҡалаһының төрлө мәктәптәренән
һәләтле балалар йыйылған.
- Быйыл үҙемде хореограф булараҡ
та һынап ҡараным, башланғыс класс
уҡыусылары өсөн бейеү түңәрәге
ойошторҙом. Беренсе йыл булараҡ
конкурстарға сығып өлгөрмәнек, шулай
ҙа балалар мәктәп сараларында әүҙем
ҡатнаша - ти Илүзә. - Башҡа ҡалаларға
ла эшкә тәҡдим иттеләр, әммә “Ҡайҙа
тыуғанһың - шунда кәрәкһең” - тип,
тыуған яғымда күңелемде биреп
эшләргә тырышам. Ҡайҙа ғына эшләһәм
дә, ата-әсәйем һәр ваҡыт ғәҙел булырға,
мин-минлегеңде ҡуйып тор, эшең менән
күрһәт, тип өйрәттеләр. Улар икеһе
лә ғәҙел, шуға мин дә ғәҙеллекте яратам һәм һәр эште күңелемде биреп
башҡарам.
Йәштәр көнө уңайынан, Илүзәнән егетҡыҙҙарға әйтер теләктәрен, кәңәштәрен
дә һораным.
- Йәштәр үҙҙәренә ышанһындар,
күңелдәре нимә теләй, шуға
ынтылһындар, Ватанына ышаныслы, тоғро ҡалһындар, сит ерҙә эшләп
йөрөһәләр ҙә, тыуған яҡтарын онотмай
файҙа килтерһендәр, - тигән һүҙҙәрен
еткерә ул.
Барлыҡ ыңғай сифаттарҙы үҙендә
туплаған Илүзә һылыуға һоҡланырлыҡ,
унан үрнәк алырлыҡ! Ҡыҙҙың ошондай тәрбиәле, әҙәпле булып үҫеүе,
һис шикһеҙ, ата-әсәһенең хеҙмәте.
Ул ғаиләһендәге йылылыҡты, миһырбанлыҡты күңеленә һеңдереп үҫкән.
Ата-әсәһенең күрһәткән ябай ғына тормош миҫалдары уға ысын кеше булып
формалашырға ярҙам иткән. Илүзә
кеүек зирәк, әүҙем, милләтен яратҡан
ҡыҙҙар-егеттәр - беҙҙең киләсәгебеҙ,
халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы. Уларҙың тормош юлы һәм маҡсатҡа ынтылышы һәр
беребеҙгә көс һәм илһам бирә!
Эйе, киләсәк - йәштәр ҡулында. Йәш
быуынға район, республика ғорурлығы
булырҙай шәхестәр булып үҫеүҙәрен
һәм аҡ юлдар теләйбеҙ.
Фотолар шәхси архивтан.