Эйе, көтмәгәндә төндә мәжбүри эшкә сығыуҙар йәки байрамдарҙа поста тороуҙар ҡатын-ҡыҙ өсөн еңел булмаған хеҙмәт. Өҫтәүенә, ул әсә булһа, яуаплылыҡ икеләтә арта. Өйҙә лә барыһына өлгөрөргә кәрәк, шул уҡ ваҡытта эштә лә һынатмаҫҡа тейешһең. Нисек кенә ғәжәп булмаһын, ләкин был йөкләмәләрҙең барыһы ла погонлы ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан килә.
Эске эштәр органдары ветераны, отставкалағы майор Светлана Сабитова Мәләүез ҡалаһында Сәүиә һәм Фәрит Аҡкилдиндар ғаиләһендә донъяға килгән. Әсәһе Сәүиә Йәүҙәт ҡыҙы сығышы менән Арлар ауылынан. Атаһы Фәрит Рәшит улы Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән.
Яҡташыбыҙҙың бала сағы һәм йәшлек йылдары Ишембай ҡалаһында үтә. Рус мәктәбендә уҡып йөрөгән ҡыҙ Ә.Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернатына 10-сы класҡа уҡырға килә. Бында уны илдең, башҡорт халҡының тарихына һөйөү килтерә.
- Мин бала саҡтан тарихсы булырға хыялландым. Бигерәк тә башҡорт халҡының үткәне, ихтилалдарҙағы батырлыҡтары, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары менән ҡыҙыҡһындым, - тип иҫкә төшөрә Светлана Фәрит ҡыҙы. – Мәктәп йылдарында эҙәрмәндәр менән экспедицияларға йөрөргә, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының исемдәрен мәңгеләштерергә тигән уй менән янып йәшәнем.
Гимназияны тамамлағас, Светлана бер юлы Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм юридик факультеттарына имтихандар тапшыра. Абитуриентты икеһенә лә ҡабул итәләр, ләкин ҡыҙ һуңғыһын һайлай. Студент йылдарында Ишембай һәм Салауат ҡалаларында тәүтикшереү подразделениеһында, тәфтиш бүлегендә, судта һәм прокуратурала практика үтә.
Светлана Фәрит ҡыҙы 2002 йылдың апреленән Ишембай ҡала-район тәфтиш бүлегендә тәфтишсе булып эш башлай. 2012 йылда өлкән тәфтишсе булып, күп ауыр енәйәттәрҙе асыҡлауға өлгәшә. Ул хеҙмәтендә майор дәрәжәһенә етеп, хаҡлы ялға сыға. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Эске эштәр министрлығының миҙалдары, маҡтау
ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
- Тәфтишсе һөнәрен һайлағанда уҡ мин күп осраҡта тәүлек әйләнәһенә, байрамдарҙа эшләргә тура киләсәген яҡшы аңлай инем. Был эшемә бер ҙә үкенмәйем. Еңел булмаған саҡтарҙа ирем һәм әсәйем ярҙам итте, уларға ныҡ рәхмәтлемен, - тине Светлана Сабитова. – Хеҙмәт осоронда урлау, талау, кешегә ауыр тән йәрәхәте килтереү, һаулығына зыян итеү, мутлашыу кеүек енәйәт эштәре буйынса тикшереүҙәр алып барырға тура килде.
Күпселек енәйәт бер өҫтәл артында спиртлы эсемлектәр эсеү һөҙөмтәһендә башҡарыла. Мутлашыусылар енәйәтен дә күп тикшерҙем. Ул эш ауыр ғына түгел, ныҡ ҡатмарлы ла, сөнки мутлашыусыларҙың эҙҙәре буйынса башҡа өлкәләргә, ҡалаларға, райондарға сығырға һәм ундағы тәфтишселәр менән бәйләнештә булырға кәрәк.
Шулай уҡ өлкән тәфтишсе Светлана Фәрит ҡыҙы 14-17 йәштәге бәлиғ булмаған балаларҙың да енәйәт эштәрен алып бара.
Хәҙер яҡташыбыҙ хаҡлы ялда булһа ла, элекке эшен һағынып, йыш иҫкә төшөрә. Ләкин тормош уның өсөн күңелһеҙ түгел, ул ирен, ҡыҙын һәм әсәһен хәстәрләргә ваҡыт таба. Төрлө урындарға сәйәхәт ҡыла, ғаиләһе менән тәбиғәт ҡосағында ял итә.
Ғаилә хәленә килгәндә, Светлананың тормош юлдашы Алмаз Талха улы “Газпром нефтехим Салават” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй. Ҡаланың 1-се гимназияһында 9-сы класты тамамлаған ҡыҙҙары Юлиә әлеге мәлдә төп дәүләт имтихандарын тапшыра. Уның хыялы – тәүҙә медицина колледжына уҡырға инеү, артабан белемен юғары уҡыу йортонда дауам итеү.
Светлана Сабитова кеүек көслө һәм сабыр һәр погонлы ҡатын-ҡыҙ ҙа йәмғиәтебеҙ өсөн өлгө булып тора. Уларҙың хеҙмәте, ауырлыҡтар – ул кәртә түгел, ә көслөрәк булыу өсөн мөмкинлек.
Автор фотоһы.