

Ярыш барышында командалар янғын һүндереү буйынса әҙерлектәрен күрһәтте: махсус экипировка кейеү, ҡорамалдарҙы йәйеү, автоцистернанан һыу биреү һәм уны янғынға йүнәлтеү. Бындай ярыштар янғын һүндереүселәрҙең һөнәри оҫталығын камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Улар шулай уҡ команда рухын нығыта һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек кимәлен күтәрә.
Фәрит Хәмиҙуллин Әхмәр ауылында ете йыл янғын һүндереүсе булып эшләй. Ошо йылдар эсендә ул ҙур янғындарҙы һүндереүҙә, ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан.
- Минең өс улым бар. Улар минең арттан был эште дауам итә. Олоһо - Стәрлетамаҡта, ә кеселәре Салауат ҡалаһында эшләп йөрөй. Ғөмүмән, эш оҡшай, башта ауырыраҡ ине, хәҙер өйрәндем. Әгәр ҙә берәй хәл була ҡалһа, йәһәт кенә йыйынып, тиҙ арала ярҙам күрһәтергә ашығабыҙ. Янғын - ул ҡурҡыныс, шуға күрә халыҡҡа аңлы, иғтибарлы булырға кәрәк, - тип уртаҡлашты ул.
Ярыш барышында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы иҫкәртеү инструкторы Владимир Гаврилов балаларҙы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән таныштырҙы, төтөн йәки ут сыҡҡанын күргәндә ни эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләне.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Әрмет ауыл биләмәһенең Түбәнге Әрмет командаһы беренсе урынға лайыҡ булды. Улар бөтә нормативтарҙы 53 секундта үтәне. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһенең Сәлих ауылы командаһы - икенсе, Ишәй ауыл биләмһенең Ишәй ауылы командаһы өсөнсө урын алды.
Ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн “ялан кухняһы” ойошторолдо. Ярыш концерт менән тамамланды.
Автор фотолары.