Йәмғиәт
19 Июня , 10:00

Йәштәр байрам итәсәк

Киләһе шәмбе, 27 июнь, Ишембайҙа Йәштәр көнө уңайынан байрам буласаҡ. Йәштәр эштәре буйынса комитет үҙенсәлекле программа әҙерләй.

Йәштәр байрам итәсәкЙәштәр байрам итәсәк
Йәштәр байрам итәсәк

Иң тәүҙә 11.00 сәғәттә ҡалабыҙҙың Йәштәр скверында саф һауала йога буйынса күнекмә ойошторола. Аҙаҡ байрам саралары Ленин исемендәге майҙанда дауам итеп, һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе була. 18.00 сәғәттә ошонда уҡ өҫтәл уйындары буйынса командалар араһында ҡала чемпионаты уҙғарыла. Команда алты кешенән торорға тейеш.

Сараларҙа ҡатнашыу өсөн 22 июнгә тиклем мотлаҡ теркәлергә кәрәк.


0+

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас