Йәмғиәт
19 Июня , 08:00

ИЛ ИМЕНЛЕГЕНӘ ДОҒА ҠЫЛДЫҠ

Иҫке Ишембай мәсете ҡарамағында махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтҡандар өсөн йыш ҡына саралар үткәреү ғәҙәти күренешкә әйләнеп килә, тиһәк тә яңылыш булмаҫ.

ИЛ ИМЕНЛЕГЕНӘ ДОҒА ҠЫЛДЫҠИЛ ИМЕНЛЕГЕНӘ ДОҒА ҠЫЛДЫҠ
ИЛ ИМЕНЛЕГЕНӘ ДОҒА ҠЫЛДЫҠ

11 июндә лә мәсеттә халыҡ күп йыйылды. Унда мөһим ҡунаҡтар - хәрбиҙәрҙең әсәләре, туғандары саҡырылғайны. Мәжлес мәсеттә йәмәғәт менән намаҙ уҡыуҙан башланды. Тыуған иле өсөн яу яланында батырҙарса башын һалған егеттәребеҙгә Ҡөрьән аяттары уҡылды, улар рухына доға ҡылынды. Имам-хатип Нәзирулла хәҙрәт Ер йөҙөндә барған бар фетнәләр, һуғыштар туҡталыуын, халыҡтарҙың иманға килеүен һорап доға ҡылһа, башҡалар яуҙағы ир-аттарҙың тиҙ арала тыуған яҡтарына иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.

Сараға ҡаланың «Ксения» магазины директоры Надежда Пластевец та саҡырылғайны. Ул христиан дине әһеле булыуына ҡарамаҫтан, Иҫке Ишембай мәсете етәкселегендәге изге эштәрҙә иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Надежда ханым мосолмандарға һоҡланыуын йәшермәй. Бигерәк тә махсус хәрби операция башланыу менән мосолмандарҙың тәүгеләрҙән булып һалдаттарға ярҙам ойоштороуын күреп, үҙенең дә ошо йүнәлешкә ҡушылыуын әйтеп китте һәм һәр ваҡыт берҙәм булырға, ҡайһы диндә булыуға ҡарамаҫтан, бар көстө бергә тупларға саҡырҙы. Мотлаҡ еңеүгә ирешергә тейешбеҙ, тип үҙ теләген белдерҙе ул.

Сараның ойоштороусыһы һәм бағыусыһы булған мөслимәләр тураһында әйтмәйенсә мөмкин түгел. Мәсет ҡарамағындағы бар изге сараларҙы ойоштороусы өс бер туған - Зөбәржәт, Фатима һәм Фәрзәнә Мирсәйәт ҡыҙҙарын һәм Әминә апай Зариф ҡыҙын белмәгән кеше юҡтыр. Улар башҡарған хәйриә эштәре һанап бөтөргөһөҙ! Ханымдар - Рамаҙан айы буйына ифтарҙарҙы үткәреүсе лә, Ҡөрьән мәжлестәрен, махсус хәрби операцияға әүҙем ярҙам ойоштороусылар ҙа, үҙ ҡулдары менән һалдаттарыбыҙға юрған, мендәр, ойоҡбаш әҙерләп оҙатыусылар ҙа! Әлеге ваҡытта мәҙәниәт йортона барып, маскировка селтәрҙәре үрергә лә ваҡыт таба улар.

Мәжлес аҙағында мәрхүмдәргә арнап салынған ҡорбандан табын ойошторолдо. Сараға килеүселәр яҡындарын юғалтҡан ҡәрҙәштәребеҙгә сабырлыҡ теләп, ауыр ҡайғылар башҡа бер кемгә лә кисерергә яҙмаһын, тигән теләктәр менән таралышты.

 

Фотолар авторҙың архивынан

ИЛ ИМЕНЛЕГЕНӘ ДОҒА ҠЫЛДЫҠ
ИЛ ИМЕНЛЕГЕНӘ ДОҒА ҠЫЛДЫҠ
ИЛ ИМЕНЛЕГЕНӘ ДОҒА ҠЫЛДЫҠ
ИЛ ИМЕНЛЕГЕНӘ ДОҒА ҠЫЛДЫҠ
ИЛ ИМЕНЛЕГЕНӘ ДОҒА ҠЫЛДЫҠ
Автор:Мәҫкүрә СОЛТАНОВА.
Читайте нас