

Тыумышы менән Ҡолғона ауылынан булған Гөлнур Баязит ҡыҙы мәктәп йылдарында уҡ үҙен кешеләрҙе дауалауға бағышларға хыяллана. Мәктәпте тамамлағандан һуң, һис икеләнеп тормай, Салауат медицина колледжының акушерлыҡ бүлегенә юллана.
- Апайым уҡытыусы һөнәрен һайланы, ә мин медицина өлкәһен үҙ иттем. Студент йылдары тик йылы хәтирәләр менән генә иҫтә ҡалған. Практиканы Салауат ҡалаһының хирургия бүлегендә, бала табыу йортонда, тире-венерология дауаханаһында үтергә тура килде. Шуларҙың иң күңелгә ятҡаны, әлбиттә, бала табыу йорто булғандыр. Беҙ унда бәпестәрҙең донъяға килеүен, уларҙы төрөү, табиптарҙың сабыйҙарға тәүге процедураларҙы башҡарыуын ҡарап ҡына торманыҡ, ә үҙебеҙ ҙә булыша торғайныҡ. Бергә белем алған студенттар менән әле булһа аралашабыҙ, йыш булмаһа ла, осрашып-күрешеп торабыҙ, - ти Гөлнур Баязит ҡыҙы.
Аҙаҡҡы курста Гөлнур Фәтҡуллина практиканы Ишембай бала табыу йортонда үтә. Ҡыҙҙың уңғанлығын күреп, ул ваҡытта дауахана мөдире булған Жанна Сәлишева уны үҙенә эшкә саҡыра. Шулай итеп 2012 йылда, ҡулына диплом алған көндөң иртәгәһенә үк, Гөлнур акушерка булып урынлаша. Ярты йылдан һуң уны йөклөләр патологияһы бүлегенә күсерәләр. Гөлнур Баязит ҡыҙы бала табырға килгән әсәйҙәрҙе дауаханаға ҡабул итеү, палаталарға урынлаштырыу, медицина картаһын тултырыу, системалар ҡуйыу, дарыуҙар тапшырыу кеүек эштәрҙе башҡара.
2017 йылда Гөлнур Баязит ҡыҙы Ишембай үҙәк дауаханаһы поликлиникаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙы тикшереү кабинеты акушеркаһы була. Ике йылдан участка шәфҡәт туташына уҡып, ошо һөнәрҙә эш башлай. Уның участкаһына Ҡарайған, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы һәм Ишембай ҡалаһынан ике мең пациент ҡарай. Шуларҙың 800-е - пенсия йәшендәгеләр. Көнөнә яҡынса 30 ауырыу яҙыла. Бынан тыш ашығыс ярҙам, дауаланыу алырға теләгәндәрҙе лә ҡабул итәләр. Гөлнур Баязит ҡыҙы һөнәренә зарланмай, киреһенсә, эшкә ашҡынып барыуын, кешеләргә ярҙам итә алыуы менән үҙен бәхетлерәк тойоуын билдәләй.
- Һайлаған һөнәремдән кинәнес алам, уға ныҡ өйрәнгәнмен. Эштән арып ҡайтһам да, иртәгәһен һағынып килеп етәм. Кешеләргә шатлыҡ, сәләмәтлек өләшеүҙә үҙемдең дә өлөшөм булыуына ҡыуанам. Пациенттарға ҡайһы саҡта дарыуҙан бигерәк, йылы һүҙ, матур ҡараш, уларҙы тыңлай һәм йәлләй белеү мөһим, - ти ул.
Ишембайҙар йыш ҡына үҙ шәфҡәт туташы менән хәлдәрен уртаҡлаша, кәңәш һорай. Шуға күрә ул психолог та булып китә. Медицина хеҙмәткәре ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге тураһындағы һорауға Гөлнур Баязит ҡыҙы, тәү сиратта ихласлыҡ һәм битараф булмау, тип яуапланы. Ысынлап та, был һөнәр эйәләре кешене бәләлә ташламай.
Автор фотоһы.