

Йола буйынса гәзиткә яҙылыусылар араһында яҡшы бүләктәр оттороласаҡ. Баҫмабыҙҙың 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан быйыл бүләк оттороу 25 июндә Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк юбилей кисәһендә ойоштороласаҡ. Йәғни был юлы редакцияға квитанция күсермәһен ебәрергә кәрәкмәй. Бүләкле булыу өсөн мотлаҡ беҙҙең юбилей кисәһенә квитанция тотоп килеүегеҙ һорала. Шулай уҡ һеҙҙең уңайлыҡ өсөн йортоғоҙға барып гәзиткә яҙҙырыу мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн редакцияның ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлегенә 8 (34794) 4-11-80 номеры буйынса шылтыратығыҙ.
Яҙылыу бүлеге киләһе йома һәм шәмбе (12 һәм 13 июндә) 09.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Шулай уҡ матбуғатҡа яҙылыу бүлеге ишеге һеҙҙең өсөн генә киләһе йәкшәмбе, йәғни 14 июндә 10.00-13.00 сәғәттәрҙә асыҡ буласаҡ. Редакция адресы: Ишембай ҡалаһы, Совет урамы, 88-се йорт.
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон – 8 (34794) 4-11-80.
Ҡәҙерле дуҫтар! “Торатау” гәзитенә яҙылыу – ул тыуған яҡтың төп ваҡиғаларын белеү һәм бүләктәр отоу мөмкинлеге!
Гөлназ ҒИНИӘТУЛЛИНА фотоһы.