Йәмғиәт
5 Июня , 09:00

Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра

Бөгөн гүзәл заттарыбыҙҙың күбеһе ниндәйҙер шөғөл менән булышырға ынтыла. Уларҙың араһында алдынғы, ижади ҡарашлы, маҡсатына табан ҡыйыу атлаған йәштәр булыуы һөйөндөрә. Сәлих ауылы ҡыҙы Регина Әдиева ла тап шулар рәтенән.

Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыраОҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра
Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра

Яҡташыбыҙ бер нисә йыл үҙенә табыш килтерәсәк шөғөл эҙләй. Тырышлығы юҡҡа булмай – Регина Рамаҙан ҡыҙы үҙ ҡулдары менән төрлө йыһаздар етештереүҙе ныҡлап өйрәнеп, беҙҙең ҡалала бөтөнләй яңы бизнес йүнәлешен булдырып “Илһам” арт-оҫтаханаһын аса. Регинаның белеме сәнғәт өлкәһе менән бәйле түгел. Ижадҡа ҡыҙыҡһыныуы ике йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән. Барыһы ла фактуралы, биҙәкле, алтын деталдәр һәм төрлө материалдар ҡулланып, ғәҙәти булмаған, күләмле интерьер картиналарҙан башланған.

Ул тәүге картиналарын өйөндә һәм үҙе өсөн генә эшләй. Һуңынан төрлө техникаларҙы өйрәнеп, онлайн һәм офлайн курстарҙа ҡатнашып, материалдар һатып алып, яңы йүнәлештәрҙе үҙләштерә һәм заказ буйынса интерьер картиналары эшләй башлай.

Күңеле менән матур кеше генә шундай гүзәллек тыуҙырып, кешеләргә лә гүзәллек, йылылыҡ, шатлыҡ өләшеп йәшәйҙер ул. Бөгөн Регина үҙ ҡулдары менән башҡарған эштәрен Рәсәйҙең төрлө тарафтарына ебәрә. Ул төп шөғөлө – үҙенсәлекле интерьер картиналар: улар күләмле, фактуралы, текстур пасталар, акрил буяуҙар, поталь, эпоксид ыҫмалаһы һәм биҙәү элементтары менән байытылған. Бындай картиналарҙың ҡиммәте шунда – уларҙың күренеше генә түгел, ә матурлығы, сағыулығы ла айырым әһәмиәткә эйә. Оҫтаның һәр ижадында – ҡабатланмаҫ төҫтәр һәм күңел йылыһы. Бындай матурлыҡты бары кеше ҡулдары ғына булдыра ала. Бер йыл заказдар менән эшләгәндән һуң, Регина Әдиева оҫтахана асыу тураһында уйлай башлай. Элек өйҙә генә картиналар әҙерләгән Регинаға, заказдарҙан тыш, оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрерлек айырым урын кәрәк була.

- Дәүләт ярҙамы менән – “Социаль контракт” программаһы аша оҫтахана асыу мөмкин булды. Аҡсаның бер өлөшө кәрәкле материалдар һәм ҡорамалдар һатып алыуға тотонолдо. Шулай уҡ проектҡа шәхси аҡсалар ҙа һалынды. Оҫтахана өсөн урын әҙерләү, биҙәү һәм күп кенә ойоштороу эштәрен үҙем башҡарҙым. Бында балалар һәм өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Бинала текстуралы һәм интерьер картиналар, шәмдәр, гипс изделиелары, биҙәү лампалары, эпоксид ыҫмалаһы менән эшләү һәм башҡа ижади проекттар булдырырға мөмкин буласаҡ, - тип шатлығы менән бүлешә Регина. Арт-оҫтахананы булдырыуҙың төп маҡсаты – ижад менән тик художество белеме булғандар ғына түгел, ә башҡалар ҙа шөғөлләнә ала икәнлеген күрһәтеү. Хатта быға тиклем бер ҡасан да һүрәт төшөрмәгән ололар ҙа, балалар ҙа төрлө техникаларҙы үҙләштереп ҡарай аласаҡ.

Регина Рамаҙан ҡыҙы белдереүенсә, оҫтахананың асылыуы үҙ эшен үҫтереүҙә мөһим аҙым булған. Был проект социаль контракт ярҙамында, шәхси хеҙмәт һәм башланғыс менән үҙ идеяңды тормошҡа ашырыуға һәм ҡала халҡы өсөн яңы ижади арауыҡ булдырырға мөмкин икәнен күрһәтә.

“Илһам” арт-оҫтаханаһы ҡалабыҙҙың Стаханов урамы 32-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.

 

2025 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының иҫәбе яҡынса 151 меңгә етте. Был һан менән республика Волга буйы федераль округында икенсе, ә Рәсәй Федерацияһында туғыҙынсы урынды биләй.

Йыл эсендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының һаны 6,4 процентҡа артыуы күҙәтелде. 2025 йылда республика эшҡыуарҙарына 2,3 миллиард һумдан ашыу дәүләт ярҙамы күрһәтелде.

Үҙ аллы эшләүселәр һаны артыу яғына табан бара. Бер йыл эсендә уларҙың һаны 30 проценттан күберәккә артты һәм хәҙер 343,6 мең кеше тәшкил итә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарыҡ, махсус һалым режимдары буйынса, 2025 йылда бюджетҡа 24 миллиард һумдан артыҡ аҡса килтергән, был үткән йылға ҡарағанда 11 процентҡа күберәк


Фото шәхси архивтан.

Реклама хоҡуғында.

Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра
Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра
Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра
Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас