Йәмғиәт
1 Июня , 08:00

ТӘБИҒӘТЕБЕҘ ИҪ КИТКЕС БИТ!

Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылда Башҡортостанда старт алған “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты бөгөнгө көндә бик популяр булып китте. Һаулыҡты һаҡлауға, сәләмәт һәм позитив йәшәү рәүешен формалаштырыуға, өлкән йәштәгеләрҙең ялын әүҙемләштереүгә һәм ойоштороуға йүнәлтелгән программала бөгөнгө көндә яҡынса 64 мең кеше ҡатнашҡан.

ТӘБИҒӘТЕБЕҘ ИҪ КИТКЕС БИТ!ТӘБИҒӘТЕБЕҘ ИҪ КИТКЕС БИТ!
ТӘБИҒӘТЕБЕҘ ИҪ КИТКЕС БИТ!

Ошо проектҡа нигеҙләнеп, уға альтернатива рәүешендә башҡа берләшмәләр ҙә барлыҡҡа килде. Ишембайҙа был йәһәттән 2020 йылдан алып “Мәктәп ҡарлуғастары” клубы бик уңышлы эшләп килә. Ветеран педагогтарҙан торған ойошмаға һуңғараҡ башҡа өлкәләрҙә лә намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан өлкәндәр ҙә ҡушыла. Ошо ваҡыт эсендә клуб ағзалары Башҡортостандың төрлө матур урындарына сәйәхәт ҡылған, республиканан тыш Ҡазан, Йошкар-Ола, Бөйөк Болғар, Таҙтүбә, Ырымбур ҡалаларын барып күргәндәр. Йәмғеһе 300-гә яҡын экскурсия ойошторолған.

- Әгәр “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы буйынса кешегә йылына бер генә тапҡыр экскурсияға барыу мөмкинлеге бирелһә, беҙҙә сикләүҙәр юҡ. Йыл әйләнәһенә төрлө матур тәбиғәт урындарына сығабыҙ, яңы ҡалаларҙы барып күрәбеҙ. Был идеяны хаҡлы ялдағы яҡташтар тәүге тапҡыр экскурсияға барып ҡайтҡас
тәҡдим итте. «Беҙ хәҙер пенсияла, ваҡытыбыҙ күп. Ни эшләп ошо матур ғүмер осоробоҙҙо әүҙем, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрмәҫкә. Ғәлиә Хөсәйен ҡыҙы, әйҙә берәй нәмә уйлашайыҡ» тигәс, ул ваҡытта мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Исмәғилев та дәртләндереп ебәргәс, коллегам, 5-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Минзилә Усманова менән ныҡлап ойоштороу эшенә тотондоҡ. Төрлө маршруттар һайланыҡ, транспорт мәсьәләһен хәл иттек, төркөмдәр тупланыҡ, киләһе йылдарға пландар ҡорҙоҡ. Был хәбәр тиҙ арала район буйлап таралды һәм беҙҙең “Сәйәхәтсе” тигән төркөм барлыҡҡа килде. Тәүге экскурсиябыҙ нәҡ Маҡар ауылына һәм Ғүмәр тарлауығына булды. Йылданйыл беҙҙең сафтар арта бара, хатта өс автобус менән дә экскурсияларға сығып киткән саҡтар бар, - тип белдерҙе Ишембай районының мәғариф хеҙмәткәрҙәре ветерандары советы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Хөсәйен ҡыҙы Ғөбәйҙуллина.

Һәр экскурсия деталенә тиклем уйланып, ашатыу мәсьәләһе лә алдан хәстәрләнеп, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы үтә. Әйткәндәй, клуб ағзалары ял итеп кенә йөрөмәй, улар Ишембай мөхтәсибәте, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты коллективы менән бер нисә тапҡыр Ырымбур өлкәһенә ташҡын ваҡытында зыян күреүселәргә, хәрби госпиталдәге яугирҙарға гуманитар ылау алып барып тапшырғандар.

Ошо көндәрҙә “Мәктәп ҡарлуғастары” клубы ағзалары районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе Маҡарға сираттағы сәйәхәтен ҡылды. Хозур тәбиғәте, шарлауыҡтары һәм шишмәләренән тыш, арҙаҡлы шәхестәре менән дан тотҡан, өс быуаттан ашыу бай тарихы булған Маҡар ауылына экскурсия бик йәнле үтте. Ололар бай йөкмәткеле программа буйынса Маҡар ауылының матур урындарында булды, ауылдың мәҙәниәт йортонда төрлө оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны, Әҡсән Мөхәмәтҡолов музейы менән танышты. Уларҙы музей мөдире, тарихты тәрән белгән Афзал Аҙнабаев ҡаршы алып, ауылдың тарихи урындарына алып барҙы, Степан Злобин романы буйынса “Салауат Юлаев” фильмы төшөрөлгән урындарҙы, шул иҫәптән күҙәтеү майҙансығын күрһәтте, тауҙар тураһында риүәйәттәр һөйләне, үҙенсәлекле Аллағыуат шишмәһе менән таныштырҙы. Экскурсовод һүҙҙәренсә, шишмә ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыуҙарынан дауалаусы көскә эйә. Уның һыуын даими эсеүселәрҙең бөйөрҙәрендә таштар булмай.

- Беҙҙең ауыл тауҙар менән уратып алынған, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ риүәйәте, легендаһы бар. Ауыл буйлап саф һыулы Һикәҙе йылғаһы аға. Тәбиғәттең ниндәй миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө яҡтарынан, ҡалаларынан, райондарынан сәйәхәтселәр өҙөлмәй. Ишембай районының ветерандар советы йүнәлеше буйынса килгән сәйәхәтселәргә шәхсән үҙем алты тапҡыр экскурсия үткәрҙем. Алты сәғәткә һуҙылған маршрутта Салауат Юлаев мәмерйәһен һәм Ҡуҡҡарауыҡ шарлауығын барып күреү планлаштырылған. Әгәр ҙә беҙҙең матур тәбиғәтебеҙҙе күргегеҙ, бай тарихыбыҙ менән танышҡығыҙ килһә, һәр саҡ рәхим итегеҙ, - тине Афзал Минияр улы.

Программаның икенсе өлөшө Маҡар мәҙәниәт йортонда дауам итте. Мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре, “Әхирәттәр” фольклор төркөмө ағзалары ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. Әлбиттә, Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәгенең “Аманат” башҡорт фольклор төркөмө ағзалары ла бүләк итеп концерт номерҙары, китапхана өсөн китаптар, музейға әйберҙәр бүләк итте. Артабан ҡунаҡтарға Гөлиә һәм Әбүзәр Көмөшбаевтар башҡорт халҡының музыка ҡоралдары - ағас ҡумыҙ, еҙ ҡумыҙ һәм һайран менән таныштырып, уйнап ишеттерҙе. Ә Зөлфирә Таһирова балаҫ һуғып күрһәтте. Моделле ауыл китапханаһы етәксеһе Розалия Мәһәҙиева мосолманса яулыҡ бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, Римма Латыпова милли биҙәүестәр эшләү серҙәрен өйрәтте. Сара бергәләп “Салауат Юлаев” фильмын ҡарау һәм башҡорт совет дәүләт эшмәкәре Әҡсән Мөхәмәтҡолов музейына экскурсия менән тамамланды.

- Бөгөн рәхәтләнеп, Маҡарҙың саф һауаһын һулап, үҙебеҙгә бик күп фәһемле мәғлүмәттәр туплап, матур экскурсия ҡылдыҡ, иң мөһиме күңел ялы алдыҡ. Беҙҙең тәбиғәтебеҙ иҫ киткес бит ул! Маҡар ауылында шишмәләрҙең күплеген мин хатта белмәй ҙә инем. Доғалар уҡып, һаулыҡ теләп, үҙебеҙгә һыу тултырып алдыҡ хатта. Миңә бигерәк тә “Салауат Юлаев” тарихи фильмын ҡарау оҡшаны. Унда минең данлыҡлы яҡташым, Белорет районы Сермән ауылынан ауылдашым, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков төп ролдә уйнай. Шулай уҡ мәҙәниәт йортонда беҙҙе хөрмәтләп милли кейемдәрҙә ҡаршы алған һәүәҫкәр артистарҙың сығыштарын ҡарап кинәндек. Ошондай саралар тыуған яҡты яҡшыраҡ белергә, үҙеңә яңылыҡтар асырға ғына ярҙам итеп ҡалмай, әүҙем ял, аралашыу өсөн дә мөмкинлек тыуҙыра, был беҙҙең быуын кешеләре өсөн бик мөһим. Күптәр пенсияға сыҡҡас, олоғайҙыҡ, тип уйлай. Ә ғүмер яңы башлана ғына әле, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Клара Мортазина.

Әлбиттә, тормоштан йәм табып әүҙем сәйәхәт иткән, дәртле баҫҡан ағинәйҙәргә, өлкәндәргә ҡарап тик һоҡланырға һәм өлгө алырға ғына ҡала. Туған яҡ тәбиғәтебеҙ Швейцарияныҡынан да кәм түгел икән, ни эшләп ошо матурлыҡты барып күрмәҫкә?


Автор фотолары.

ТӘБИҒӘТЕБЕҘ ИҪ КИТКЕС БИТ!
ТӘБИҒӘТЕБЕҘ ИҪ КИТКЕС БИТ!
ТӘБИҒӘТЕБЕҘ ИҪ КИТКЕС БИТ!
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас