

Ҡала һәм районыбыҙҙа дини ғилемгә ҡағылышлы был ваҡиғаның башланышы ихлас дин таратыу эшенә тотонған имамхатип Рәфҡәт хәҙрәт, Ғәрәбстан илендәге Әл-Әзхәр университетын тамамлап ҡайтҡан Илшат хәҙрәт осорона тура килә. Рәфҡәт хәҙрәт ғибәҙәт йорто булдырыуға бар көсөн һалһа, Илшат хәҙрәт халыҡҡа дини ғилем нигеҙҙәрен асыу менән мәшғүл була. Халыҡты дингә өндәү бик ауыр осорға тура килеүгә ҡарамаҫтан, ҡалала ике ҡатлы мәсет ҡалҡып сыға, бик күп ҡатын-ҡыҙ белем алып, үҙҙәре лә халыҡты уҡыта башлай. Шуларҙың араһында Райхана Кәлимулла ҡыҙы Хәмзина иң отҡор шәкерттәрҙең береһе була. Ул 1998 йылдарҙан алып мәсеттә Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға һәм дин төшөнсәләрен өйрәтә башлай. Халыҡ уны ихлас ҡабул итә һәм ошо ваҡыттан алып Райхана Кәлимулла ҡыҙын барыһы ла ололап абыстай тип йөрөтә. Райхана абыстайҙан районыбыҙҙа бик күп ҡәрҙәштәребеҙ башланғыс ғилем алып, динебеҙгә хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта уның изге эшен ҡыҙы Айгөл ханым дауам итә. Дәрестәргә ҡала ҡатындары ғына түгел, райондан да киләләр.
Сығарылыш тантанаһы бик үҙенсәлекле йылылыҡ менән хәтирәләргә бәйләнеп барҙы. Хәҙрәттәребеҙҙең, мөслимәләребеҙҙең рухтарына бағышлап Ҡөрьән уҡылып, доға ҡылынды. Ишембай районы имаммөхтәсибе Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллин шәкерттәрҙе сығарылыш менән ҡотланы, Райхана абыстайға мөхтәсибәт исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Автор фотолары.