

Ислам ғалимдары статистикаһы буйынса, донъяла 2,5 миллион самаһы кеше Ҡөрьәнде тулыһынса яттан белә. Беренсе хафиз булып Мөхәммәт пәйғәмбәр һанала. Изге китапты ятлау йолаһы тап ул йәшәгән осорҙа барлыҡҡа килә. Ҡалын китапҡа һыйырҙай мәғлүмәтте хәтерҙән ҡабатлай алыу – ғәжәйеп күренеш. Ҡөрьән-хафиз ана шул мөғжизәгә эйә. Уның сере ниҙә? Теләгән һәр кем Ҡөрьән-хафиз була аламы?
Сабырлыҡ һәм Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ яратыу хисе, иҫ киткес хәтер, тырышлыҡ Самир хәҙрәт Йәрмөхәмәтовҡа хас сифаттар. Был мәҡәләбеҙ 23 йәшендә Ҡөрьән китабын тулыһынса яттан белгән, үҙ белемен сит илдәрҙә дәлилләп ҡайтып, Ишембай мөхтәсибәтендә Ҡөрьән дәрестәрен һәм ғәрәп телен уҡытыусы
хафиз егетебеҙ тураһында.
Самир сығышы менән Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан. Бәләкәйҙән дин мөхитендә үҫә ул. Ике яҡлап та өләсәйҙәре Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанды үтәп йәшәй. Атаһы Әмир Гәрәй улы йәшләй Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәлә уҡып ҡайтҡан. Шуға ла ете-һигеҙ йәштәр самаһында Самирҙың үҙ теләге менән намаҙ
уҡый башлауы ғәҙәти ваҡиға була. Белемде ул Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында ала. Ә инде туғыҙҙы тамамлағас, Ҡазан ҡалаһының Мөхәмәҙиә юғары мосолман мәҙрәсәһенә юллана. Әммә бында уҡырға инеү өсөн ғәрәп телен белеү төп шарттарҙың береһе була.
16 йәшлек Самир Иҫәнғолдан Сәлимә ханым ярҙамында йәй уҙғансы ғәрәп телен үҙләштерә һәм үҙе теләгән мәҙрәсәгә уҡырға инә. Бында белем алыу менән йәнәшә ул колледжда бухгалтер һөнәренә лә уҡып өлгөрә.
- Тәүге осор мин ғәрәп телендәге китаптың бер битен ун минут уҡый инем, - тип йылмайып иҫкә ала Самир. – Икенсе курста уҡығанда иптәш егеттәр Шәриф
һәм Хәбибулла менән Ҡөрьән китабынан жүздәр ятлай башланыҡ. Тәүҙәрәк көнөнә бер бит ятлау ҙа күп һымаҡ булһа, аҙаҡ көнөнә биш бит ятлай алыуымды
ла аңланым. Ҡөрьән китабын ятлау һәр кемгә төрлө һынауҙар менән бирелә: берәүҙәр еңел ятлай, мәҫәлән, әммә, финанс яҡтан ауырлыҡ кисерә, икенселәр етеш тормошта йәшәй, әммә изге китапты иҫтә ҡалдыра алмай интегә.
Белемен камиллаштырыу өсөн йәш, өмөтлө егет Төркиәнең Стамбул ҡалаһына юллана һәм бында ике йыл шәхси мәҙрәсәлә уҡый. 2024 йылда Самир Ишембай районы мосолмандарының мөхтәсибе һәм ҡалабыҙҙың йәмиғ мәсете имам-хатибы Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллиндың саҡырыуы буйынса Ишембайға килә. Урындағы мөхтәсибәт дин юлында ышаныслы аҙымдар менән барыусы егеткә ярҙам итеп, уны махсус һынау үтеү өсөн Мысырға ебәрә. Әйткәндәй, хафиз исемен һәм уҡытыуға лицензия – иджаза алыу өсөн Мысырҙа профессиональ уҡытыусы – шәйехҡа имтихан тапшыралар. Имтихан бер, ике йылға һуҙылыуы мөмкин. Бер нисә йыл үткәс, үҙ белемеңде камиллаштырыу өсөн имтиханды ҡабаттан тапшырырға була. Самир бер йылда үҙ белемен дәлилләп, өмөттәрҙе аҡлап ҡайта.
Беҙҙең менән осрашҡан көндө Ишембай йәмиғ мәсетендә малайҙар өсөн дәрестәр бара ине. 9-14 йәштәрҙәге уҡыусыларҙан Самир хафиз әллә ни күпкә
өлкән дә түгел. Бер нисә йыл элек үҙе ислам диненең асылын өйрәнә башлаған егетебеҙ бөгөн Ишембай үҫмерҙәре өсөн үҙ кеше. Улар араһында дуҫтарса яҡын мөнәсәбәт барлығы тәү ҡарашҡа һиҙелә.
- Үҙемде уҡытыусы итеп өҫтөн ҡуймайым. Был малайҙар миңә ҡустыларым кеүек. Бергәләп уҡыйбыҙ ҙа, тышҡа сығып туп та тибеп киләбеҙ, сәскәләргә һыу һибәбеҙ, экскурсияларға йөрөйбөҙ. Уларҙы мин шулай төрлө яҡлап ҡыҙыҡһындырырға тырышам. Атай-әсәйҙәрегеҙ менән бергәләп йома намаҙына килегеҙ, Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәренә мәсеткә йыйылығыҙ, тип саҡырам. Дингә һөйөү орлоғо күңелгә тап бала саҡта сәселә, - ти Самир хафиз.
Быйыл уның тағы бер хыялы тормошҡа ашҡан – изге Рамаҙан айында Самир хафиз Ишембай йәмиғ мәсетендә тәрәүих намаҙы үткәреп, йыйылыусылар менән көн һайын берәр жүз уҡыған.
- Өйҙә яңғыҙың Ҡөрьән китабын уҡыуға ҡарағанда мәсеттә күмәкләгән мосолмандар менән бергәләп жүз уҡыу күпкә яуаплыраҡ. Был минең өсөн белемемде тикшереүгә һынау булды. Иптәш егеттәр менән киләһе Рамаҙан айына әҙерлекте әленән башлап, йыл дауамында Ҡөрьән китабын ҡабатлап уҡып сығыуҙы ниәтләнек, - ти ул.
Ишембай йәмиғ мәсете имам-хатибы Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллин әйтеүенсә, ҡалабыҙҙа Ҡөрьән-хафиз булыуы ҙур мәртәбә һәм барыбыҙ өсөн дә игелек. Самир хафиз Ҡөрьән китабын яттан белеүсе генә түгел, күптәргә рухи юл күрһәтеүсе лә, остаз да.
Автор фотоһы һәм Самир Йәрмөхәмәтов архивынан.