Ҡорбан байрамы көндәрендә иң сауаплы ғәмәл – ҡорбанлыҡтың ҡанын ағыҙыу, тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, саллалаһу ғәләйһи үәс-сәләм. Ҡорбан салған кеше ғибәҙәт сауабы алыу менән бергә мохтаждарға ярҙамын күрһәтеп, йәмғиәтебеҙҙә берҙәмлеккә юл һала. Ҡөрьәндә лә: «...Уларҙа (ҡорбанлыҡта) һеҙҙең өсөн файҙа бар... Уларҙың итен үҙегеҙ ашағыҙ һәм дә һораған мохтаждарға ла өлөш сығарығыҙ...», - тиелә. («Хаж» сүрәһе, 22:36).
Изге оло байрамыбыҙ хөрмәтенән Аллаһу Тәғәлә донъяларыбыҙға бәрәкәт, һәммәбеҙгә иҫәнлек бирһен, рәхмәттәренән айырмаһын, иман байлығы, әхирәт бәхете насип итһен! Ғаиләләребеҙгә, тыуған еребеҙгә, илебеҙгә тыныслыҡ, муллыҡ, милләт-ара татыулыҡ бирһен!
Ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын!
Амин!
Ишембай районы мосолмандарының мөхтәсибе һәм Ишембай ҡалаһының йәмиғ мәсете имам-хатибы Илнур хәҙрәт ҒИНИӘТУЛЛИН.