Был байрам исламдың юғары рухи ҡиммәттәрен — мәрхәмәтлелекте, шәфҡәтлелекте, яҡындар хаҡында хәстәрлекте һәм уй-ниәттәрҙең сафлығын символлаштыра. Ул иманды нығыта, беҙҙе түҙемлеккә һәм изгелеккә өйрәтә, ярҙамға мохтаждарға терәк булыу мөһимлеген иҫкәртә. Ишембай районы үҙенең күп милләтле берҙәмлеге менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Ҡорбан байрамы — беҙҙең кесе Ватаныбыҙҙың дөйөм мәҙәни байлығының айырылғыһыҙ өлөшө, бөтә халыҡҡа ла — дини ҡарашына ҡарамай — бер-береһенең йолаларын яҡшыраҡ белергә матур мөмкинлек.
Ошо изге көндәрҙә һәр йортта именлек һәм шатлыҡ хакимлыҡ итһен. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет һәм Бөйөк Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен теләйем. Ошо доғаларыбыҙ һәм изге эштәребеҙ ҡабул булһын, ә уртаҡ йортобоҙ — Ишембай районы — мәңге тыныслыҡ, именлек һәм татыулыҡ биләмәһе булып ҡалһын.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы хакимиәте башлығы.