

Кеше тормошо һәр саҡ һайлаған һөнәре менән тығыҙ ғына бәйле булмай. Йәш саҡта йөрәк ҡушыуы буйынса аңлы һайлау яһаған кеше генә бөтә ғүмере буйына үҙ эшенә тоғро ҡала, уға барлыҡ белемен, һөнәри оҫталығын һәм ваҡытын бирә ала.
Наталья Михайловна Ишембай үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Ул был һөнәрҙә 50 йыл һәм ошо йылдар эсендә бер тапҡыр ҙа медицина өлкәһен һайлауына үкенмәгән.
- Минең инәйем Маргарита Ивановна оҙаҡ йылдар Күгәрсен районының һуҡырҙар йәмғиәтендә фельдшер булып эшләне. Ул бәпестәр тыуҙырырға ла ярҙам итте, көнөн дә, төнөн дә саҡырыуҙар буйынса йөрөнө. Мин уға оҡшарға теләнем, һәм ул мине бөтә нәмәгә өйрәтте. Хәҙер ул Стәрлетамаҡта йәшәй һәм уға 90 йәш, мин уға барып йөрөйөм. Инәйем йыш ҡына шул ваҡыттарҙы иҫкә алырға ярата. Әйткәндәй, ул медицинала хеҙмәт иткән осорондағы һәр мәлде берәм-берәм хәтерләй, - тип һөйләп алып китте Наталья Фролова.
Наталья Михайловна мәктәптә уҡыған сағында үҡ беренсе ярҙам күрһәтеүҙе белгән. Ҡулына аттестат алғас, ул һөнәр һайлау тураһында оҙаҡ уйланмай – уның урыны кешеләргә ярҙам кәрәк булған ерҙә, йәғни медицинала икәнен һәр саҡ белгән.
Наталья Фролова Күгәрсен районында тыуып үҫкән. 1976 йылда ул Стәрлетамаҡ медицина училищеһын “шәфҡәт туташы эше” һөнәре буйынса тамамлай. Хеҙмәт юлын йүнәлтмә буйынса Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһында башлаған. Аҙаҡ Ырымбур өлкәһендә балалар бүлегендә процедуралар башҡарыусы медсестра булып эшләгән. Төнгө дежурстволар ҙа алған.
- Минең иң яҡшы практикам шул ерҙә булды. Ике ҡатлы бинала бөтәһе лә бар ине: ашығыс ярҙам, терапия, хирургия, балалар бүлеге һәм бала табыу йорто. Бөтә пациенттар ҙа ашығыс ярҙам аша килделәр. Әгәр ҡатын-ҡыҙ бала таба алмай икән, беҙ шунда уҡ ярҙамға ашыға торғайныҡ. Пациентты ауыр хәлдә хирургияға килтерһәләр – унда ла тиҙерәк бара һала инек. Бөтәбеҙ берҙәм, татыу эшләнек. Ә минең төп эшем булып ул саҡта балалар бүлегендә процедуралар яһаусы шәфҡәт туташы хеҙмәте торҙо, - тип хәтерләй ул.
Бында биш йыл тирәһе эшләгәндән һуң, өлгөлө шәфҡәт туташы ғаилә хәлдәре буйынса Стәрлетамаҡҡа «Төҙөүсе» медицина-санитария часының кардиология бүлегенә ҡайта. Унда беҙҙең геройыбыҙға бер-бер артлы ике-өс тәүлек эшләргә тура килә. Артабан ул Күмертау тимер юлы дауаханаһында пост шәфҡәт туташы булып эшләй. 1985 йылда медицина хеҙмәткәрҙәренә Ишембайҙа фатир бирәләр. Наталья Михайловна ғаиләһе менән беҙҙең ҡалаға күсеп килә һәм Үҙәк район дауаханаһына эшкә урынлаша. Поликлиникала шәфҡәт туташы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә. Наталья Фролованың дөйөм хеҙмәт стажы – 50 йыл, бының өсөн ул тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм талапсанлыҡ сифаттарын күрһәтә. Шуларҙың 40 йылы Ишембайҙа үтә. Ул сыҙамлы, изге күңелле, шәфҡәтле, ышаныслы шәфҡәт туташы. Тәжрибәле белгес төрлө ҡатмарлы хәлдә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтенә эйә.
- Элек, участка шәфҡәт туташтары булғанда, барыһы ла башҡаса ине. Беҙ үҙ пациенттарыбыҙҙың бөтәһенә, өләсәйҙәрҙе, олатайҙарҙы, балаларҙы йөҙгә таный инек. Хәтерләйем, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 56 кеше беҙҙә иҫәптә ине. Беҙ уларҙың барыһын да тикшеренеүгә үҙебеҙ саҡыра торғайныҡ. Афғанстанда, Чечняла хеҙмәт иткәндәрҙе, инвалидтарҙы – бөтәһен дә ҡайҙа һәм нисек йәшәүҙәрен хәтерләй инек. Уларға процедуралар яһаныҡ. Ә хәҙер компьютер заманы, бөтә эш алыҫ аранан башҡарыла. Әлбиттә, бының үҙ өҫтөнлөктәре лә бар. Элек ҡабул итеүгә яҡынса 30 пациент яҙылһа, барыһына ла карталарын йыйып, анализ ҡағыҙҙарын беркетеп сығырға кәрәк ине. Хәҙер эш күпкә еңелләште. Төрлө УЗИ төрҙәре, яңы медицина ҡорамалдары бар, пациенттарҙы Өфө дауаханаларына ебәрәләр. Ләкин ауырыуҙар менән аҙ аралашабыҙ, – тип үҙ уйҙары менән бүлешә Наталья Михайловна.
Наталья Фролова эштә тәүге көндәрҙән үк бер кабинетта ултырған кешеләрҙе йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Ул да булһа терапевт Зоя Терентьевна Васильева. Аҙаҡтан ул эшен яҡшы белгән профессионалдар Рита Хажи ҡыҙы Зәйнуллина, Рима Ғабдулхаҡ ҡыҙы Рәхимова менән бергә эшләгән. Ә хәҙер ул яҡшы участка фельдшеры Зәлиә Фәйеҡ ҡыҙы Пулькина менән ҡулға-ҡул тотоношоп хеҙмәт итә.
Наталья Михайловна һәр саҡ яғымлылығы менән айырылып тора, кешеләр менән аралаша белә, уның һәр ауырыуға йылы һүҙе һәм матур кәңәше табыла. Оҙаҡ йылдар эшләү йылдарында ул хеҙмәттәштәренең ышанысын яулап өлгөрә. Өлгөлө хеҙмәте өсөн диплом, “Медицина шәфҡәт туташы остазы” билдәһе менән бүләкләнгән.
— Эшемде ысын күңелдән яратам. Беҙҙең коллектив һәр саҡ татыу, дуҫ һәм яуаплы булды. Башҡаса ла булмаҫ ине – сөнки беҙ пациенттарыбыҙҙың һаулығын ҡайғыртабыҙ. Шәфҡәт туташы булып хеҙмәт иткәнегеҙгә үкенмәгеҙ. Һөнәрегеҙ менән ғорурланып эшләгеҙ, шул саҡта үҙегеҙгә барыһы ла еңел биреләсәк, - тигән теләген еткерҙе хеҙмәттәштәренә Наталья Фролова.
Фото Ишембай үҙәк район дауаханаһы архивынан.