Йәмғиәт
24 Мая , 07:00

Торатауға һә тигәнсе...

Вилдановтар ғаиләһе “Торатау итәгендә атлы такси” хеҙмәтен булдырған.

Торатауға һә тигәнсе...Торатауға һә тигәнсе...
Торатауға һә тигәнсе...

Үткән йыл Шихан итәгендә атлы такси барлыҡҡа килде. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе Раил Вилданов үҙенең хеҙмәтен шулай атаған. Былтыр ул аттар һатып ала һәм арба эшләп, туристарҙы Торатауға илтә башлай. Был эштә уға ҡатыны, балалары ла ярҙам итә.

ЮНЕСКО статусы Торатау эргәһендәге ерле халыҡтың тормошон үҙгәртте

«Торатау» геопаркы рәсми рәүештә ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алды һәм ойошманың Рәсәйҙәге селтәрендә «Янғантау» геопаркынан һуң икенсеһе булды. Был ҡарар Парижда ЮНЕСКОның Башҡарма советының 224-се сессияһында ҡабул ителде. Майҙаны 4 мең квадрат километрҙан ашыу булған геопарк Башҡортостандың Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури һәм Мәләүез райондарын үҙ эсенә ала.

Территория составына Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандары, Күк-Ҡарауыҡ шарлауығы, мәмерйәләр һәм карст күлдәре инә. Геопарк вәкилдәре һүҙҙәренә ҡарағанда, халыҡара статус был территорияның әһәмиәтен, геологик мираҫты һаҡлау өсөн генә түгел, ә урындағы общиналарҙы үҫтереү өсөн дә раҫланған. Айырыуса билдәләнеүенсә, территорияла Рәсәйҙә берҙән-бер булған ике геологик киҫем – “алтын ҡаҙаҡтар” урынлашҡан.

ЮНЕСКО статусын алғандан һуң, Торатау ғалимдар һәм туристар өсөн мөһим ылыҡтырыу үҙәгенә әйләнде. Һуңғы йылдарҙа бында туристар ағымы ике тапҡырға артты. Шихан итәгендә туристик инфраструктура барлыҡҡа килде: экологик һуҡмаҡтар, күҙәтеү майҙансыҡтары, мәғлүмәт стендтары һәм Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һирәк үҫемлектәрҙе һаҡлау ихтыяжы иҫәпкә алынып түшәлгән 770 һикәлтәнән торған баҫҡыс.

Геопарктың үҫеше ерле халыҡтың тормошона ла йоғонто яһаны. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы кешеләре гид булып эшләй башланы, экологик һуҡмаҡтар булдырыуҙа ҡатнаша һәм ҡунаҡтар өсөн хеҙмәттәр ойоштороуҙы үҫтерә. Шулай итеп, шихан итәгендә урындағы “атлы такси” барлыҡҡа килде. Ошо хеҙмәттәр арҡылы “Торатау” геопаркы ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара танылыу объекты ғына булып тормай, ә тирә-яҡтағы тораҡ пункттар өсөн мөһим үҫеү нөктәһенә лә әйләнде.

Эшҡыуарҙар туристар ағымын арттырыуға булышлыҡ итә

Мин үҙем дә ғаилә менән Торатау итәгендә ял итергә, айырыуса, тау башынан ҡояш байығанын күҙәтергә яратам. Үткән ял көнө кисләтеп кенә йәнә шиханға менергә булдыҡ. Көн ярайһы ғына эҫе ине. Тауға менеү урынының баҫҡыстар урынлашҡан еренә тиклем барып етеү өсөн арыу ғына ара үтергә кәрәк. Айырыуса оло йәштәгеләргә һәм бәләкәй балалары булғандарға был юл еңел бирелмәй. Шуға ла машинабыҙҙы туҡталышта ҡалдырып, “Торатау итәгендә атлы такси” хеҙмәтенә шылтыраттыҡ. Раил Минияр улы һә тигәнсе тәгәрмәсле арбаһы менән атында елдереп килеп тә етте. Әңгәмәсем һөйләшеүгә, аралашыуға әүәҫ кенә булып сыҡты. Унан нисек эшҡыуарлыҡ эшен башлап ебәреүе хаҡында һорашам.

- Мин Әрмет ауылында тыуып үҫһәм дә, ғаиләм менән Урман-Бишҡаҙаҡта йәшәйем. Ҡатыным Лилиә менән дүрт бала үҫтерәбеҙ. Ейәнебеҙ ҙә бар. Ишәй ауылынан Рафаэль ағай Тимербулатов миңә атта туристарҙы йөрөтөү идеяһын әйтте һәм үҙе арба ла эшләп бирҙе. Ике атыбыҙ бар, ҡатыным менән арбаны биҙәп, туристар йөрөтөүгә әҙерләнек. Үткән йәй балалар минең менән бергә булды. Айырыуса ял, байрам көндәре кеше күп йөрөй, ат бик ныҡ арый. Әлегә бер атты ғына егәбеҙ, сөнки икенсеһе яңы ғына ҡолонланы. Шуға киләсәктә Машка һәм Йондоҙ ҡушаматлы аттарымды ла сығарып, ике арба менән йөрөтөргә иҫәп тотам, - тип уртаҡлашты әңгәмәсем.

Йәйгеһен Раил ағай халыҡты тәгәрмәсле арбала, ә ҡышын Ҡыш бабай санаһында йөрөтә. Сананы ул иретеп йәбештереү аппараты менән үҙе йәбештереп эшләгән. Шулай итеп ирлеҡатынлы Вилдановтар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу булып кейенеп музыка аҫтында туристарҙы Торатау итәгенә илтеп, кире барып ала.

Ғаиләһе - оло терәге

Раил Минияр улы туристар эргәһендә булған арала Лилиә Сабирйән ҡыҙы ире һәм балаларын тәмле аштары менән көтөп ала.

Оло ҡыҙҙары Азалия ире Алмаз менән Арыҫлан исемле ул үҫтерә. Рәлиә - 5-се, Рәмзил 3-сө класта уҡый. Ә төпсөктәре Лиана быйыл беренсе класҡа барасаҡ. Рәлиә менән Рәмзил дә атты йөрөтә белә.

- Таксиҙың маршруты түбәндәгесә, мин туристарҙы тәүге беседканан Торатауға менә торған баҫҡысҡа тиклем илтеп ҡуям. Туристар шиханға менеп
китә. Кире шылтыратып, беҙҙе килеп алығыҙ, тиһәләр, барып алам. Киләсәктә тағы ла өҫтәмә рәүештә аттар һатып алып, арбалар эшләп кешеләрҙе ташыу
идеяһы бар. Әйткәндәй, мин атты тарамайынса екмәйем. Атайым шулай итеп өйрәткәйне, - ти Раил Минияр улы.

Бынан тыш Вилдановтар пони  ла һатып алып, уға Макс тип исем ҡушҡандар. Уңғандар йәйге каникулдарға арба әҙерләп, уны туристар йөрөтөүгә сығарырға иҫәп тота.

Ҡайҙа ғына саҡырмаһындар, Раил Минияр улы төрлө сараларҙа ҡатнашырға тырыша. “Торатау” геопаркының директоры Заһир Хәмиҙуллин да төрлө яҡлап һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Йылдан-йыл Торатауға артылырға теләүселәр һаны арта ғына бара. Рәсәйҙең төрлө төбәгенән туристар ағымы ағыла. Тик һәр кемгә унда барып етеүе еңел түгел.

- Мин һәр кешенән ҡайҙан килеүҙәре хаҡында һорашам. Быйыл Өфө, Мәскәү, Татарстандан туристар күп. Үткән йыл Камчатканан 89 йәшлек инәй, Торатауҙың матурлығы хаҡында ишетеп, уны күрергә килгәйне. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, теремек, шуҡ әбей булып сыҡты. Баҫҡысҡа тиклем алып барып ҡуйғас, оҙаҡ ҡына тауға менеп етте микән тип, бер аҙ хәүефләнеп ҡарап торҙом. Күпмелер ваҡыт үткәс, “Улым, килеп ал мине”, тип шылтыратты. Ҡайтҡанда миңә тау башынан күргән матурлығы хаҡында иҫе китеп һөйләгәне һаман хәтерҙә, - ти эшҡыуар.

- Беҙ геопарктарҙың үҫеше өсөн нигеҙ булдырҙыҡ. Был тартыу көсөнә эйә нөктәләр, республика халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡыҙыҡһындырыу өсөн кәрәк. Шулай уҡ туристарға, шул иҫәптән сит илдән килеүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн эшҡыуарлыҡты йәлеп итеү мөһим. Был сара ауыл халҡына эш урындары булдырыуға ла ярҙам итәсәк. Иң мөһиме, был эш тирә-яҡ мөхитте, археология мираҫтарын һәм милли йолаларҙы һаҡлауға йүнәлтелгән, - тип билдәләп үткәйне 2021 йылдағы сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.


Автор фотолары.

Реклама хоҡуғында

Торатауға һә тигәнсе...
Торатауға һә тигәнсе...
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас