Йәмғиәт
24 Мая , 04:00

Һүнмәй пионерҙар рухы!

Кемдәрҙе генә һағындырмай икән йәшлек йылдары? Пионерҙар, комсомолдар сафына баҫып, яҡты киләсәк төҙөргә янып йәшәгән мәлдәр...

Һүнмәй пионерҙар рухы!Һүнмәй пионерҙар рухы!
Һүнмәй пионерҙар рухы!

Маҡар ауылы «Изге Йорт» ирекмәндәре 19 май - Пионерҙар көнөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп үткәрҙе. Йәмле тәбиғәт ҡосағында йырҙар йырлап, марш менән дистанция үтеп, йәшлек йылдары тураһында иҫтәлектәр менән уртаҡлашып, матур сара ойошторҙо улар.

- Данлыҡлы ауылдашыбыҙ Мәрйәм Солтанова бынан теүәл 40 йыл элек пионерҙар менән әүҙем эш алып барғаны өсөн В.И. Ленин исемендәге бөтә Союз пионерҙар ойошмаһы Үҙәк советының түш билдәһе менән бүләкләнгән, - тип ихлас уртаҡлашты Лилиә Һиҙиәтова. - Мәрйәм апай был түш билдәһен һәм уға танытманы ҡәҙерләп, ҙур ғорурлыҡ менән ҡомартҡы итеп һаҡлай. Әйткәндәй, ул танытманың нөсхәһен «Йорт» арт-арауығы экспозицияһына тапшырҙы.

Лилиә ҺИҘИӘТОВА фотолары.

Һүнмәй пионерҙар рухы!
Һүнмәй пионерҙар рухы!
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас